6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Милли сәйәсәт

Красный Яр биҙәктәре
26.03.09


       Өфө районының Красный Яр ауылы - уникаль. Бында килһәң, ваҡыт артҡа боролғандай кеүек күренә. Йәйен һутлы үлән һәм алмаларҙың хуш еҫтәренән, ҡышын яғылған мунсаларҙың төтөнөнән ғәжәйеп саф һауа. Бында сарафан кейгән ҡыҙҙарҙы осратып була - ул фольклор ансамбле артистары төркөмө репетицияға ашыға.
       Май аҙағында һәр хужабикә сәй байрамында тымауҙан дауаланыу рецепты менән уртаҡлаша. Красный Яр - рус тарихи-мәҙәни үҙәк статусына эйә булған ауыл. Үҙәк 2005 йылда ойошторола. 2003 йылдың 29 сентябрендә Башҡортостан Президенты "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының тарихи-мәҙәни үҙәктәрен ойоштороу тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Ауылға 380 йылдан ашыу. Бында дүрт быуат дауамында уникаль диалект, традициялар һәм йолалар барлыҡҡа килгән.
       Ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы һаҡлау - óл ауыл халҡы хәл иткән төп мәсьәлә. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Әминева - Красный Яр ауылында тыуып үҫкән, мәктәпте тамамлаған, ә хәҙер үҙе ошо уҡ мәктәптә уҡыта. Бөгөн Наталья Александровна йәш диалектологтар клубында дәрес алып бара, тәрбиәләнеүселәрҙе тикшеренеү эштәренә ылыҡтыра.
       - Үткән йылдың йәйендә мәктәп эргәһендә "Россиянка" тигән лингвистик лагерь эшләне, - тип һөйләй Әминева. - Уҡыусылар ғилми эш менән шөғөлләнде, оло быуын кешеләренән һорашып, диалектизм йыйҙы. Һөҙөмтәлә уҡыусылар Красный Яр диалектизмы каталогын төҙөнө. Әлегә ул ҙур түгел - уҡыусылар ундан артыҡ һүҙ яҙған һәм уларға аңлатма биргән. Йәйен тикшеренеү эштәре дауам итәсәк.
       Ауыл мәктәбе эргәһендә техник ижад түңәрәге эшләй, бында традицион рус кәсебе - ағас семәрләү - төп йүнәлеш һанала. Уҡыусылар ҡумталар, йәнлек һындары, төрлө уйынсыҡтар яһай. Балалар менән 20 йылға яҡын Марат Нисафетдинов шөғөлләнә.
       - Уҡыусылар түңәрәк дәрестәренә бишенсе синыфтан йөрөй башлай. Улар яһаған әйберҙәр республика конкурстарында күрһәтелә. Уларға кәсеп менән шөғөлләнеү ҡыҙыҡ: мәктәп уҡыусылары әсәйҙәренә һәм өләсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән бүләк яһай, яңы ысулдар үҙләштерә. Уларҙың күбеһе ағас менән бәйле булған һөнәр һайлай - махсус уҡыу йорттарына инә.
       Был мәктәптә "Кудринка" фольклор коллективы артисткалары ла белем ала. 17 ҡыҙ аҙнаһына ике тапҡыр репетиция үткәрә. Улар йөҙәр йыл элек ауыл кешеләре ижад иткән уникаль йырҙарҙы башҡара. "Кудринка" ҡыҙҙарына "Ивушка" ансамбле йырсылары ярҙам итә. Һуңғыһы һуғышҡа тиклем йырлай башлаған.
       - Беҙ нисек йырлай торғайныҡ! - ти "Ивушка" ансамбле артисткаһы Лидия Скорнякова. - Ниндәй йырҙар йырланыҡ, хәҙерге йырҙарға тиң түгел. Өҙҙөрөп бейей ҙә инек! Был мөғжизә ине! Беҙ башҡарған таҡмаҡтарҙың иҫәбе-һаны юҡ!
       "Ивушка" ансамбле репертуарында булған йырҙар һаны әлегә тиклем билдәһеҙ. Яҙҙырылған текстар һаны күбәйеп киткәс, йырсылар үҙҙәре был эште туҡтатҡан. Текстар хәҙер "Кудринка" артистарының блокнотын тултыра. Берлектәге репетициялар ҡыҙҙарға йәш диалектологтар клубында башлаған тикшеренеү эштәрен дауам итергә мөмкинлек бирә.
       - Беҙ элек һөйләшкән кеүек, әле бер кем дә һөйләшмәй, - ти Елизавета Андреевна Макарова. - Нимә ул ете тубыҡлы ҡайыш ҡамсы? Уны бер кем дә белмәй. Ә беҙƒå¾ áûóûí белә, сөнки атайым беҙ бәләкәй саҡта яҙыҡлыҡ өсөн ҡайыш ҡамсы менән янай торғайны.
       - Элек һәр нәмәнең үҙ исеме була ине, - ти Нина Николаевна Пономарева. - Ҡыҙҙар әле, пальто, ти. Ә беҙ элек, сапан, ҡыҫҡа пальто, тип әйтә инек. ªûéûº êè¿åëãœí á胜¼ëå ºû¿ºà ïàëüòî - ìîäàëû ÿ¾û êåéåì èíå. Артистар, бөтәһен дә яҙҙығыҙмы?
       Ҡыҙҙар баш ҡаға - бөтәһен дә яҙҙылар. Ә хәҙер репетиция башлаһаң да ярай. Артистар музыкаһыҙ йырлай башлай.
       Берлектәге репетициялар йыш ҡына Лидия Александровна Скорнякованың өйөндә үтә. Варвара Афанасьевна Жерновкова иң оҙон йырҙарҙа солистка. Скорняковтар, Жерновковтар, Пономаревтар - был фамилиялар боронғо һанала. Бындай фамилияға эйә булған кешеләр тәүгеләрҙән булып ауылға күсеп ултырған. Уларҙың быуыны әле лә Красный Ярҙа йәшәй. XX быуат башына ауыл дүрт урамдан торған. Красный Яр ауылы урамдарының архитектура ансамбле - рус тарихи-мәҙәни үҙәктең иҫтәлекле урындарының береһе.
       Ҙур урам бөгөн Чапаев исемен йөрөтә. Унда уникаль тарихи объект урынлашҡан - 25-се Чапаев дивизияһы музейы. Был йортта Граждандар һуғышы ваҡытында легендар комдив штабы һәм лазарет урынлашҡан булған. Музей директоры Людмила Дударева бөгөнгө көнгә тиклем материалдар йыйыу менән шөғөлләнә. Музей Василий Ивановичтың шәхси әйберҙәре менән тулыланды. Эш шунда, комдив айырылып торған һалдаттарҙы һәр ваҡыт үҙенең әйбере менән наградлай торған булған. Бөгөнгө көндә музейға ата-балалар һүҙҙәренән яҙылған мәғлүмәттәрҙе алып киләләр. Һәр яҙыу Василий Ивановичтың характерына тағы бер һыҙат, уның портретына тағы бер деталь ³¿òœé. Бынан тыш Людмила Кузьминична рус крәҫтиәндәренең көнкүреш һәм этнография предметтары коллекцияһын йыя.
       Музейҙа айырым бүлмә бар. Унда XIX-XX быуатта ҡул эштәренең өлгөләре менән танышып була: сигелгән етен ашъяулыҡтар һәм майлыҡтар, таҫтамалдар, алъяпҡыстар, көнкүреш әйберҙәре, башҡа кәрәк-яраҡтар. Коллекция Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге эксперттары тарафынан яҡшы ҡылыҡһырлама алған.
       Красный Ярҙа ябай кешеләр йәшәй. Улар үҙҙәре йәшәгән төйәкте һәм ундағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе ярата, уларҙы һаҡлай.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал