6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Төбәктең көслө биатлонсыһына уңыш теләйек
26.03.09


       Ольга Вилухина төбәктең иң көслө биатлонсыһы тип әйтһәк хата булмаҫ. Ольга күптән түгел "үҫмерҙәр"ҙән өлкәндәргә күсеп, Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыу алды. Ольга Вилухина һүҙҙәренә ҡарағанда, ул илдең йыйылмаһы өсөн донъя кубогының һуңғы этабында Ханты-Мансийскиҙа, спринттан башлап сығыш яһаясаҡ.
       "Евробиатлон-2009" Вилухина карьераһында көслө старт булды. Өфөлә таныш трассала биатлонсы еңеп кенә ҡалманы - ул бөтә өлкәндәр араһында тиерлек иң яҡшы күрһәткескә өлгәште.
       Ә хәҙер Ольча-снайпер трассала һәм уҙыш һыҙығында элита менән ярышып, мөмкинлек ала. Вилухина бер нисә һорауға яуап бирҙе.
       - Ольга, йыйылма нисек ҡабул итте? Йондоҙҙар һиңә нисек ҡарай?
       - (Көлә.) Йыйылмала миңә ҡырын ҡараған кеше юҡ. Минең менән бөтәһе лә яҡшы мөнәсәбәттә. Мин Яна Романова менән күберәк аралашам.
       - Ҡайҙа йәшәйһең?
       - Бөтә йыйылма бер йортта йәшәй. Ҡыҙҙар беренсе ҡатта, ә егеттәр икенсе ҡатта йәшәй.
       - Чудов менән һөйләшә алдыңмы?
       - Әлбиттә, беҙ бергә бит.
       - Новосибирскиҙа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында сығыш яһап, суперпасьютта өс тапҡыр яҙа атып икенсе булдың. Был мөмкинме?
       - Ике тапҡыр ятып атыуҙан һуң миндә ике яҙа атыу булды, һәм мин етенсе булдым. Баҫҡан килеш атыуҙа яҡшы аттым - бер тапҡыр ғына яҙа аттым. Шундай һөҙөмтә килеп сыҡты ла инде.
       - Йыйылмала Мария Садилова тәү башлап сығыш яһай, ул һинән бер йәшкә ҙур, һинең менән аралашамы?
       - Ул әлегә килмәгән...
       - Һинең кәйефең төшөнкө...
       - Эш шунда, мин һыуыҡ тейҙерҙем. Хәҙер әйтә алмайым - яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алырмын микән. Стартҡа һанаулы көндәр ҡала...
       - Ул тиклем борсолма. Киләһе миҙгелгә Рәсәй йыйылма составы һуңыраҡ, ил чемпионатында Уватта билдәләнәсәк, тине ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы тренеры Селифонов.
       - Уватҡа тиклем ваҡыт бар әле.
       - Ольга, һин Ханты-Мансийскиҙа үҙеңде күрһәтә алаһың. Иң мөһиме, башҡа йәштәрҙең хаталарын ҡабатлама - әгәр шунда уҡ килеп сыҡмай икән, айырыуса атыуҙа, борсолма. Тренер ҙа шулай кәңәш итер, тип уйлайым. Тымау һәм ҡайһы бер хәлһеҙлек рус кешеһен бер ҡасан да туҡтатмаған, ә Вилухина кеүекте, - бигерәк тә.
       Ольга Вилухина Рәсәй йыйылма командаһында дүртенсе йәки хатта өсөнсө урынды ышаныслы алала - был Өфө ярыштары буйынса күренә. Уға көслө Ольга Зайцева һәм шәп йүгереүсе Светлана  Слепцова менән уҙышыу ауыр буласаҡ, әммә кисәге үҫмер спортсы һөҙөмтәләр буйынса лайыҡлы биатлонсы Анна Булыгинаны éœêè тәжрибәле Ольга Медведцеваны уҙып китә àëà...
       Ольга әлегә сығыш яһай башламаған, ә нигә иң юғары һөҙөмтәләр тураһында хыялланмаҫҡа ти? Рәсәй йәйге чемпионатында, ул Өфөлә үтте, Ольга Вилухина, Зайцеваға ҡарағанда, яҡшы күрһәткескә өлгәште бит.
       Ҡыҫҡаһы, көтөргә күп ҡалманы. Ҡатын-ҡыҙҙар Ханты-Мансийскиҙа иртәгә сығыш яһай. Ольга Вилухинаның сығышы менән күптәр ҡыҙыҡһына. Төбәктең көслө биатлонсыһына уңыш теләйек.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал