6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Сәхнә арты
25.03.09


       Зал ҡул сапһа, улар òàìàøàñûëàð àëäûíà сыҡмай, улар - күренмәгән фронтта хеҙмәт итә. Тегенселәр, биҙәүсе-рәссамдар, аяҡ кейеме тегеүсеëœð áóëìàšà, бер спектакль барлыҡҡа килмәй. Улар артистар өсөн костюмдар һәм аяҡ кейемдәре тегә, декорациялар, атрибутика һәм башҡалар булдыра. Спектакль уңышҡа өлгәшерме, тамашасыларҙы йыйырмы - былар бөтәһе лә уларҙан тора. Шуға күрә, сәхнә алҡыштарға күмелә икән, тимәк, был алҡыштар уларҙың да хеҙмәтен баһалай.
       Бөгөн Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө РФ Президенты Указы менән 2007 йылдың 27 авгусында раҫланды. Күптәр был көндө сәхнәлә ҡаршылай.
       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектакль өсөн кәрәк булған әйберҙе бөтәһен дә үҙендә булдыра.
       - Костюмдар, декорациялар һәм хатта аяҡ кейемдәре үҙебеҙҙең оҫтаханала булдырыла, бер ергә лә заказ бирмәйбеҙ, - ти башҡорт театрының төп эшмәкәрлеге директоры урынбаҫары Радик Сафин. - Реконструкциянан һуң элек булған цехтарға яңылары өҫтәлде, шул иҫәптән металл конструкциялар, шулай уҡ иретеп йәбештереү һәм ағас әйберҙәр эшләү цехы. Был үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы производство. Шуға күрә театр цехтарында берҙән-бер әҫәр барлыҡҡа килә. Үҫешкән инфраструктура театрға теләһә ҡайһы эште башҡарыуға үҙенең хеҙмәттәрен тәҡдим итергә мөмкинлек бирә.
       Баш театрҙың бөтә техник һәм производство цехтары буйынса экскурсия яһарға теләһәгеҙ, бер сәғәт кенә етмәй. Улар бинаның төрлө ҡатында урынлашҡан. Башта художество-декорация цехына күҙ һалайыҡ.
       - Беҙ теләһә ҡайһы майҙанды теләгән бер йүнәлештә биҙәй алабыҙ, - ти 35 йыл хеҙмәт стажы булған рәссам Заһира Сабитова. Театрҙың иң ҙур цехтарының береһендә ул Тагира Хәсәнова, Илдус Мусин һәм Ралина Зарипова менән бергә күләмле йомшаҡ декорациялар булдыра һәм металл конструкцияларҙы биҙәү менән шөғөлләнә.
       - Беҙҙең бурыс - ҡағыҙҙа костюмдың моделен булдырыу, ә һуңынан туҡымала кәүҙәләндереү, - тегеү цехы эше менән таныштыра уның мөдире Ия Стародумова. - Теләһә ҡайһы техника үҙенсә ҡыҙыҡ. Мәҫәлән, тарихи костюм булдырыу өсөн билдәле белем талап ителә, шул уҡ ваҡытта хәҙерге ҡупшы кейем өҫтөндә эшләгәндә заман тенденцияларын иҫәпкә алмау мөмкин түгел.
       Әйтергә кәрәк, сәхнә костюмы - ул айырым ғорурлыҡ предметы. Күп йылдар элек тегелгән кейемдәр ҙә билдәле бер тәртиптә һаҡлана.
       Тағы бер атрибут, унһыҙ артист сәхнәлә кәүҙәләндергән герой образы тулы булмаҫ ине, - ул аяҡ кейеме. Әйүп Зиннуров 25 йыл дауамында итектәр, матур ботинкалар һәм балет туфлиҙар тегеү менән мәшғүл. Рәссам-модельер - был уның икенсе профессияһы. Ул беренсеһе буйынса - артист. Әйүп Зиннуров пенсияға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләгән.
       - Һәр яңы спектаклäœ ºàòíàøºàí бөтә артистар өсөн аяҡ кейеме тегәм, - ти Әйүп Зиннуров. - Сәхнә аяҡ кейемдәре өсөн буҫтау һәм тәбиғи күн бара.
       Әйүп Зиннуровтың ҡарамағында бөтә кәрәкле ҡорамалдар бар, әммә оҫта яңы аяҡ кейемен иҫке теген машинкаһында сарлап ҡуйыуҙы өҫтөн күрә. Модельер һүҙҙәренә ҡарағанда, иҫке машинкала тегелгән аяҡ кейеме ун йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ябай итекте тәүлек әйләнәһендә тегем бөтөрәм, хатта бер айҙа 26 пар сәхнә аяҡ кейеме тектем, ти оҫта.
       - Донъялағы финанс көрсөгө шарттарында күптәр эшһеҙ ҡала, - ти Әйүп Зиннуров. - Минең һ³нәргә көрсөк янамай.
       Рәссам-бутафор Анатолий Жучков теләгән бер предметты (нәфис åëïå¼åñòœí алып ат һынына тиклем) эшләй ала. Теләһә ниндәй материал оҫта ҡулдарына буйһона.
       - Миңә ат һынын яһарға заказ бирҙеләр. Ул спектакль дауамында сәхнәлә кәртә артында торорға тейеш ине. Ûсын àт булыï күренергә тейеш, тине режиссер. Һәм мин ҡатмарлы конструкция яһаным, тәбиғи күн киҫәктәре таптым, һәм уларҙы төҫтәре һәм фактураһы буйынса һынға йәбештерҙем. Ат - һоҡланғыс, ул әле лә театрҙа "йәшәй".
       Бөгөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәðåнең һөнәри байрамы. Шуға күрә, әгәр һеҙ театрға йыйынһағыҙ, спектаклдән һуң бөтәһен дә көслө алҡыштар менән тәбрикләргә онотмағыҙ.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал