6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Фашистарҙы өңөндә ҡыйратты
25.03.09


       Ҡыҙыл Армияның меңдәрсә һалдаты һәм офицерҙары Берлинға тиклем барып етеп, фашист ҡәбәõәтен үҙенең өңөндә юҡ итергә хыялланäû. Œììœ êүптәрҙең был хыялы тормошҡа ашмаíû. Ә бына Алексей Калгановҡа фашистарҙы Берлин урамында ҡыйратырға тура килә.
       Алексей Калганов 1921 йылдың 25 мартында Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡуғанаҡ ауылында тыуған. 1937 йылда "Трудовик" ауыл хужалығы артелендә колхозсы була. Крәҫтиән малайы үҙенең тормошон ер эшенән башҡа күҙ алдына килтермәй. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1942 йылдың майында Алексей Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ул Воронеж, Брянск, Үҙәк, I Белоруссия фронттарында һуғыша. Яралана, контузия ала. Орудие командиры, өлкән сержант Алексей Калганов Орел һәм Курск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, герой-ҡала Брестан фашистарҙы ҡыуып сығара. Алда Берлин була.
       Өлкән сержант Алексей Калганов һуңғараҡ 1945 йылдың иң сағыу хәрби яҙын билдәләй:
       "1945 йыл минең өсөн "уңышлы" булды: мартта II дәрәжә Дан ордены менән наградландым, апрелдә Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләндем, ә май айында миңә Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһында СССР Юғары Советы Президиумы Указы сыҡты.
       3-сө истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһында ете Советтар Союзы Геройы булды, ә беҙҙең 282-се полктан - 5. Һәр кем үҙенең батырлығына үҙ юлы менән барҙы, әммә бөтәһенең дә юлы бер булды - Еңеүгә!
       Беҙгә төрлө фронттарҙа фашистарға ҡаршы һуғышырға тура килде - беҙ уларҙы көньяҡта ла һәм төньяҡта ла ҡыйраттыҡ, бер яҡҡа йүнәлеш тоттоҡ - көнбайышҡа, Берлин рейхстагына. Һәм барып еттек, һәм еңдек!"
       Берлинды штурмлауҙа Алексей Калгановтың ҡатнашыуы тураһында һөйләргә ваҡыттыр, моғайын. Бының өсөн фронт документтарын файҙаланабыҙ. Был ҡағыҙҙар нимә һөйләй һуң?
       "282-се гвардия истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия полкы гвардияһының (3-сө гвардия айырым истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия бригадаһы, 5-се һөжүм итеүсе армия, I Белоруссия фронты) орудие командиры өлкән сержант А.Н. Калганов Берлинға килеп ингән ерҙәрҙәге һуғышта батырлыҡ күрһәтте. 1945 йылдың 23-25 апрелендә расчет менән ике танкыны, өс зенит тубын, ике пулеметты, автоматсылар төркөмөн юҡ итте. Берлин урàмында барған һуғышта яралана, әммә стройҙа ҡала, фашистың тағы ике танкыһын яндыра.
       1945 йылдың 31 майында Советтар Союзы Геройы исеме бирелә".
       1946 йылда старшина Калганов демобилизациялана. Герой тыуған колхозына ҡайта. Ул хәтерләй:
       "Тыуған яҡҡа, тыуған ергә ҡайтыу шатлығын онотоп буламы һуң? Ул беҙҙең ҡулдарҙы көттө, һәм беҙ ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Ҡырмыҫҡалы районында Салауат исемендәге колхозда комплекс бригадаһы бригадиры булып эшләнем. Һуғыш йылдарында ир-ат  урынына был ерҙе күтәргән һәм мул уңыш алған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ололап ҡараным. Ниндәй уңыш! Анна Чуева һәм Банат Батырова... Ниндәй илдә тағы бындай героинялар булған?
       Šуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына мөрәжәғәт итәšåм êèëœ: йәштәргә үҙегеҙҙең тормошоғоҙ, òîðî šœì îƒàº õåƒìœò èòêœí эштәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ, - был áåƒƒå¾ яңы йәмғиәт төҙөүҙә коллектив тәжрибәбеҙ".
       1967 йылда Алексей Нестерович Өфөгә күсеп килә һәм витамин заводының тәьминœò бүлегендә эшләй башлай. Ул үҙенең йөкләмәһен аныҡ үтәй. Алексей Нестерович үҙенә тапшырылған эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Уның һуғыш ветерандарына йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ҡатнашырға саҡырыуы һүҙ ҙә генә ҡалманы. Ул үҙе лә был эштә әүҙем ҡатнашты.
       Алексей Калганов 1990 йылдың 16 апрелендә вафат була. Алексей Нестерович Өфөнөң көньяҡ зыяратында, Дан аллеяһында ерләнә. Уның ҡәберендә обелиск ҡуйылған. Обелискыға портрет нығытылған. Еңеү паркындағы гранит стелала Геройҙың исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған. Алексей Нестерович Калганов - Курсê ҡалаһының почетлы гражданы һәм Ҡырмыҫҡалы районының Карл Маркс исемендәге колхоздың почетлы колхозсыһы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал