6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Петрушка - яратҡан уйынсыҡ
25.03.09


       Был ваҡиғаны тамашасылар ҙур түҙемһеҙлек менән көттө. Ремонттан һуң Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылды, һәм хәҙер бында һәр шәмбе һәм ял көндәре тамашалар бара.
       Артистар ике премьера менән өй туйланы - театрҙың рус труппаһы тамашасылар хөкөмөнә Хорст Гюнтерҙың "Мөгөҙморон һәм жираф" тигән билдәле пьесаһын (Ольга Штырляева сәхнәләштергән) һәм Александр Заболотныйҙың "Петрушка һәм колобок" тигән әкиәтен тәҡдим итте. Был спектаклдәр тиҙ генә әҙерләнгән бәләкәй сәхнәлә бара - бындай майҙан театрҙа реконструкциянан һуң барлыҡҡа килде. Бының өсөн фойеның бер өлөшөн бүлделәр, артистар өсөн таҡта майҙансыҡ ҡуйҙылар, ә тамашасылар өсөн - ултырғыстар. Ҡурсаҡ театрының ҙур залында әлегә ремонт бара, әммә бындағы эштәр тамамланыуға яҡынлаша - иҙәнгә линолеум түшәйһе һәм креслолар урынлаштыраһы ҡалды. Әммә бәләкәй сәхнә тамашасыларҙың күңеленә хуш килде, шуға күрә ҡайһы бер тамашалар ошо майҙанда күрһәтеләсәк.
       Бәләкәй сәхнә - мөһим, әммә берҙән-бер яңылыҡ түгел. Театр күп йылдар эсендә беренсе тапҡыр Петрушка-ҡурсаҡҡа баҫым яһаны. Мәғлүм булыуынса, төп ҡурсаҡтың дүрт тибы бар. Иң бәләкәйе - петрушка, аҙаҡ күсермәле шаршауҙағылар (йәки юғарғы), һуңынан - планшетлы һәм, ниһайәт, иң ҡатмарлыһы - марионетка.
       - Петрушка-ҡурсаҡ был ике спектаклгә тиклем беҙƒең сәхнәлә ҡатнашманы. Тәжрибә булды, әммә ул уңышҡа өлгәшмәне. Ҙур ҡурсаҡтар кәрәк булды, - тип һөйләй ҡуйыусы-рәссам Наил Байбурин. - Донъяның бөтә ҡурсаҡ театрҙары Петрушка-ҡурсаҡҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә. Минең уйымса, петрушка - ул беренсе булып барлыҡҡа килгән ҡурсаҡ, һәм ҡыҙыҡһыныу нәҡ ошоға бәйле. Бынан тыш, был уйынсыҡ хәрәкәтсән, теремек, шуға күрә күп театрҙар уға әйләнеп ҡайта. Өҫтәүенә гастролдәр өсөн бәләкәй ҡурсаҡтар тура килә - улар күп урын алмай, бәләкәй ҡурсаҡтарҙы сумаҙанда йөрөтөп була.
       Петрушка-ҡурсаҡ ҡатнашҡан спектаклдәр камера шартын да ҡарай. Бындай тамаша 50-70 тамашасыға иҫәпләнә. Ул саҡта шундай мөхит булдырыла, унда артистар ҙа, тамашасылар ҙа тиң сығыш яһай, уларҙың араһында аралашыу өсөн кәртә юҡ.
       - Тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн 3-4 ысул бар, - ти Наил Байбурин. - Әммә һәр пьеса был ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндермәй. Уларҙың бөтәһенә лә динамизм хас түгел, һәр ерҙә күренештәр алмашыныуы бармай. Пьеса эҙләргә кәрәк, уның ярҙамында тамашасылар менән контакт урынлаштырырға була. Петрушка-ҡурсаҡ ҡатнашҡан спектаклдәрҙә быға өлгәшеп була. Герой залда ултырған балаларға ҡайһы берҙә мөрәжәғәт итһә, уларҙан кәңәш һораһа, балаларҙың фекере менән ҡыҙыҡһынһа, øóë äà етә.
       "Мөгөҙморон һәм жираф" спектакле кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән булһа, ә "Петрушка һәм колобок" - ул оло йәштәге балалар, шулай уҡ өлкәндәр өсөн тамаша. Спектакль хәҙерге тормош тураһында һөйләй, әммә мәғәнәһеҙлек элементтары менән. Хикәйәләү үҙенсәлекле телдә бара. "Мөгөҙморон һәм жираф" пьесаһына килгәндә, был әҫәр бөтә донъяла популярлыҡ яулаған һәм бик күп театр сәхнәләрендә ҡуйылған. Ижади төркөмдөң спектаклгә петрушка-ҡурсаҡ индереү ҡарары ярҙамында "Мөгөҙморон һәм жираф" пьесаһының Өфө варианты күңелле килеп сыҡҡан.
       Наил Байбурин был пьесаға үҙ концепцияһын тәҡдим иткән. Оригиналда ул "Африка. Ҡояш ҡыҙҙыра" тигән һүҙҙән башланһа, бында рәссам үҙ юлын уйлаған, сюжетты реаль нәмәләргә ябайлаштырған. Рус ауылы, ҡыш, ағас өй, көршәксе унда көршәк үртәү менән шөғөлләнә. Ә һуңынан оҫталарҙың береһе ҡурсаҡ яһарға ҡарар итә. Ул ҡырағай йәнлектәрҙең һындарын яһай, аҙаҡ улар ҡурсаҡҡа әйләнә - әкиәттең төп геройҙарына - мөгөҙморонға һәм жирафҡа.
       Театрҙың башҡорт труппаһы артистары ла премьера өҫтөндә эшләй. Режиссер Гөлнара Вәлитова Рәғиҙә Янбулатованың "Әминбәк" тигән әкиәтен театр сәхнәһенә ҡуйырға ҡарар иткән. Режиссер һүҙҙәренә ҡарағанда, был спектакль тамашасылар хөкөмөнә 10 апрелдә тәҡдим ителә. Спектаклдең премьераһы "Театр яҙы-2009" VII республика фестивале сиктәрендә үтә, ул быйыл тәүге тапҡыр Өфөлә үткәрелә һәм Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арнала. Ижади форум 8 апрелдән 15-нә тиклем Өфөлә үтә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал