6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Көрсөк туберкулез менән янаймы?
24.03.09


       Эксперттар фекеренсә, яҡын киләсәктә, донъялағы финанс көрсөгө фонында, туберкулез менән сирлеләр һаны бер нисә тапҡырға àðòûóû ихтимал. Иҡтисади көрсөк Рәсәйҙә туберкулез эпидемияһына килтереүе бар, тип әйтеүселәр бар хатта. Беҙҙең республикала хәлдәр әлегә яҡшы һәм тотороҡло, ауырыуҙар һанының артыуы күҙәтелмәй. Әгәр Рәсәйҙә йылына 100 мең кешегә 83 осраҡ асыҡланһа, Башҡортостанда был күрһәткес 49-ға тиң.
       - Туберкулез - иң ауыр ауырыуҙарҙың береһе, - ти "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Кучимова. - Туберкулез беҙҙең республикала ғына 400-ҙән ашыу кешенең ғүмерен өҙә. Миҫал өсөн, үткән йылда Башҡортостанда 427 кеше туберкулездан үлгән.
       Был ауырыуҙың төп үҙенсәлеге - кеше булған урындарҙа социаль шарттарҙан бәйләнгән булыу. Насар туҡланыу, тығыҙлыҡ, тынсыулыҡ, дымлылыҡ - былар аҙ тәьмин ителгән ҡатламдар тормошо өсөн хас, улар беренсел зарарланыу ихтималлығын арттыра. Быға тәмәке тартыуҙы, спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы, эске көсөргәнеште һәм социаль яҡтан яйланмағанлыҡ эҙемтәләрен өҫтәһәң, миҫал өсөн, СССР-ҙың тарҡалыуын, һәм һеҙ туберкулез менән ауырыусылар массаһын алаһығыҙ.
       - 1999 йылға тиклем беҙ туберкулез ауырыуҙары буйынса күрһәткестәрҙең кәмеүен билдәләгәйнек, - ти Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының баш табибы Миңнинур Азаматова. - Үкенескә ҡаршы, 2002 йылдан яҡшы күрһәткестәр менән маҡтанырлыҡ түгел...
       Туберкулездан дауаланыу оҙаҡҡа һуҙыла һәм ҡиммәткә төшә, тип дауам итә һүҙен Азаматова. Ағымдағы йылда медикаменттарҙы, шулай уҡ ауырыуҙар өсөн туҡланыуҙы финанслау, инфляцияны иҫәпкә алып, 20 процентҡа артты. Бер пациентты дауалау өсөн, уртаса, 30-50 мең һум талап ителә. Был сумманан дарыуҙар өлөшө яҡынса өстән берен тәшкил итә. Беҙгә Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярты ай халыҡ-ара хәрәкәте ярҙам итә. Үткән йылда был хәрәкәт меңдән ашыу кешене яҡшы аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән тәьмин итте.
       24 мартта Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө иғлан ителде. Быйыл Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уны "Туберкулезäû туҡтаòàéûº!" девизы аҫтында үткәрә. Быға өлгәшеп булырмы, әлегә әйтеүе ауыр, айырыуса Рәсәйҙең баш фтизиатры Михаил Перельмандың әйткән һүҙҙәрен (2008 йылда туберкулез менән ауырыуҙар өсөн федераль бюджет буйынса дарыуҙар һатып алынмаған) иғтибарға алһаң. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы бер нисә көн элгәре 2008 йылға бындай препараттар һатып алыуға аукцион иғлан итте, 2009 йылға һатып алыуҙар тураһында һүҙ барманы.
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының баш табибы Миңнинур Азаматованан Михаил Перельмандың һүҙҙәренә аңлатма биреүҙе үтенде. Азаматова былай тине:
       - Ысынлап та, үткән йылда федераль бюджеттан беҙ бер һумлыҡ та дарыу алманыҡ. 2006 йылда "Социаль мөһим ауырыуҙар менән көрәш" федераль маҡсатҡа ярашлы программа буйынса ("Туберкулез" программа ҡушымтаһы) беҙ 16 миллион һумға дарыу алдыҡ. 2007 йылда 14 миллион һумлыҡ дарыу алынды. Ә үткән йылда бер дарыу ҙа алманыҡ. Әммә республика средстволары иҫәбенә "етешмәүҙе" ҡапланыҡ. Әлбиттә, беҙ федераль бюджеттан аҡса көтәбеҙ. Рәсәйҙең Финанс министрлығы илдең Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына 2008 йылдың средстволарын быйыл файҙаланырға рөхсәт итте. Аукцион үтте, 2-3 айҙан һуң беҙ тейешле препараттар аласаҡбыҙ. 14-16 миллион һумға тейешле заявка ебәрелде.
       Республика үткән йылда СПИД-ҡа, туберкулезға һәм тапма ауырыуына ҡаршы көрәш буйынса глобаль фондтан күпмелер ҡорамал һәм препараттар алды, ул бөтә Рәсәйгә 100 миллион доллар бүлде. Төбәктең 11 дауалау учреждениеһы лаборатория ҡоролмаһы менән йыһазландырылды. Республика Халыҡ-ара банкылар үҫешенән 13 миллион һум алды.
       Башҡортостан балалары туберкулин диагностикаһы үтте. Бөгөнгө көндә 13 мең бала диспансер иҫәбендә тора, шуның менән бергә был, ҡағиҙә булараҡ, Манту һынауы көсәйгән балалар. Был балаларҙы ауырыу тип әйтеп булмай, улар туберкулезға бирешеүсәндер, моғайын.
       Үҫмерҙәр араһында ла хәлдәр яҡшы.
       - Туберкулез менән кеше генә түгел, әммә хайуандар, шулай уҡ ҡоштар ҙа ауырый, - ти "Роспотребнадзор"ҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәсимә Кучимова. - Һуңғы 7-8 йылда эре малдар, шулай уҡ йорт ҡоштары араһында туберкулез осрағы теркәлмәне. Үткән йылда ғына өс миллион баш эре мал тикшерелде һәм, Аллаға шөкөр, бөтәһе лә яҡшы.
       Бөгөн Өфөнөң өс нөктәһендә сәғәт 9-ҙан 13-кә тиклем (Үҙәк, Затон һәм Колхоз баҙарҙары) күсмә флюорография ҡулайламалары эшләне. Һәр теләгән кеше туберкулезға бушлай тикшереү үтте, шулай уҡ алынған һөҙөмтәләр нигеҙендә квалификациялы консультация алды.

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал