6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Чудов ауырый, Вилухина эләгә
24.03.09


       Биатлон яҙын сағыу тормошта йәшәй һәм тулы күкрәк менән һулай, сөнки уның ҡыш менән бергә китәһе килмәй. Был төрҙә республиканың иң яҡшы вәкилдәре үҙен танытырға тырыша һәм дистанцияларҙа ныҡышмалы көрәшә.
       Һеҙ үҙегеҙҙе Максим Чудов урынында күҙ алдына килтергәнегеҙ булдымы? Чудов популярлыҡ яулай, Макс донъя чемпионатында бер нисә тапҡыр еңеүсе һәм призер булды, ул - донъя кубогы лидерҙарының береһе. Журналистар уны йөҙәтеп бөттө. Чудовтың Олимпиада миҙалдары - ноль, әммә даны - бик күп. Әгәр иғтибар менән күҙәтһәң, Макс ниндәйҙер спортпоп-проект кеүек күренә - дан яулаған ябай егет ул. Нисек инде уны көйәрмән яратмаһын ти?
       Әммә Чудов популярлыҡ түбәһенäә урынлашҡан буялған ҡатырға йондоҙ тәҡдире менән риза түгел. Ул ҙур еңеүҙәргә ашҡына. Уҙышта ниндәй генә йондоҙ уға ҡаршы булмаһын, ул барыбер ярышасаҡ.
       Тронхеймда эҙәрлекләү уҙышында яҡташыбыҙ Бьорндален артынан ҡуҙғалды. Ятҡан килеш атыуҙа ике тапҡыр яҙа атты. Һуңынан баҫҡан килеш тә ике тапҡыр яҙа атты. Һөҙөмтәлә Макс дүртенсе позициянан аҫҡа тәгәрәне һәм тәүге тиҫтәгә дәғүә итмәгән биатлонсылар менән бергә финишҡа килде. 24-се урын - был Чудовса түгел. Рәсәй ирҙәр йыйылмаһының өлкән тренеры Владимир Аликин уҙыш тураһында:
       - Пасьютта бөтәһен дә атыу хәл итәсәк, тип әйттем мин спринттан һуң. Шулай килеп сыҡты ла. Әммә, үкенескә ҡаршы, биатлонсыларыбыҙҙың береһе лә рубежда яҡшы эш итмәне. Был, минең уйымса, төп момент. Әгәр Максим Чудов һәм Иван Черезов теүәл атҡан булһа, улар юғары урындарҙы бүлешер ине, тип уйлайым. Ваня, Женя Устюгов кеүек, шәп йүгерҙе.
       Чудов менән хәлдәр башҡаса. Минең ҡарашҡа, уға икенсе әйләнмәлә Бьорндален артынан төшмәҫкә кәрәк ине. Макс әлегә ундай формала түгел. Бер ерҙән икенсе ергә осоуҙар хәл-әхүәлгә тәьҫир итмәй ҡалмай. Уның һалҡын тейҙереүе лә эҙһеҙ үтмәне, уны Канадала дауалаған инек тә... Уҙыш уға ауыр бирелде.
       Чудов Норвегияла масс-стартта шулай уҡ сығыш яһаны. Һәм тағы ла яҙа атыуҙар булды. 0+1+1+2 - һәм 13-сө урын. Яҡшы формала булған немец Михаэль Грайс шунса уҡ яҙа атыуҙар менән Максты 45 секундҡа уҙып китте...
       Норвег Уле Айнар Бьорндален проблемаһыҙ еңде, ул бер тапҡыр ҙа яҙа атманы. Донъя кубогының дөйөм зачетында ул лидер. "Гәлсәр глобус" өсөн уҙышта Чудов элеккесә өсөнсө, әммә икенсе урынға, уны Томаш Сикора биләй, өмөт аҙыраҡ - артта ҡалыу апаруҡ, ә арттан норвег Эмиль Хегле Свендсен һәм шул уҡ немец Михаэль Грайс етеп килә.
       Алда беҙҙе Ханты-Мансийскиҙа миҙгелдең һуңғы этабы көтә. Унда, беҙҙең мәғлүмәттәр буйынса, Межгорьенан Ольга Вилухина сығыш яһарға тейеш.
       Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма êîìàíäàšû тренеры Андрей Щипарев менән һөйләшәбеҙ:
       - Бында, Новосибирскиҙа, Ольга үҫмерҙәр араһында түгел, ә өлкәндәр араһында сығыш яһаны, ул супер-спринтта 12-се урындан һуң супер-эҙәрлекләүҙә (шул уҡ эҙәрлекләү, әммә трасса ҡыҫҡараҡ) яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Өс тапҡыр яҙа атыу менән икенсе булды.
       Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма êîìàíäàšûíû¾ өлкән тренеры Александр Селифонов матбуғатҡа хәбәр итә:
       - Тронхеймда донъя кубогының һигеҙенсе этабында, Уистлерҙа Олимпиада алды аҙналығында кеүек, шул уҡ состав менән ҡатнашабыҙ. Донъя кубогының финал этабында - Ханты-Мансийскиҙа - киңәйтелгән состав менән сығыш яһаясаҡбыҙ. Беренсенән, континенталь кубок йомғаҡтары буйынса Наталья Соколова һәм Ольга Анисимова милли квотанан тыш стартҡа хоҡуҡ алды. Икенсенән, беҙ юниорҙар араһында Европа-2009 чемпионатының абсолют чемпионы Ольга Вилухинаны һәм Европа-2009 призеры, суперспринтта Рәсәй-2009 чемпионаты еңеүсеһе Мария Садилованы командаға алырға йыйынабыҙ. Уларҙың киләһе йылда Рәсәй йыйылма составына эләгеү өсөн һәләте бар. Әлбиттә, был мәсьәләлә күбеһен милли чемпионат хәл итәсәк, ул апрель башында Төмән өлкәһендә (Уват) үтә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал