6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Герой исеменә генерал тәҡдим иткән
23.03.09


       Һеҙҙең алда - архив фотоһүрәте. Унда Бишбүләк районынан Советтар Союзы Геройы Василий Федорович Титов. Уның гимнастеркаһында - Ленин ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ.
       Василий Титов 1911 йылдың 23 мартында тыуған, башланғыс мәктәптә дүрт синыфты тамамлаған. Ул саҡта ауыл тормошо еңелдән булмаған, һәм Василий Титов Фирғәнә өлкәһенå¾ (Үзбәкстан) Коканд ҡалаһына эшкә юл ала. Бында ул ҡала электр станцияһында электромонтер булûï ýøëœé. 1941 йылдың 26 ноябрендә ул Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1942 йылдың апрелендә ҡыҙыл армеец Титов фронттың алдынғы линияһында була, фашистарға ҡаршы һуғыша.
       Василий Титов Днепр йылғаһын сыҡҡан ваҡытта 120-се уҡсылар полкының взвод командиры була. 1943 йылдың октябрендә áåƒƒå¾ ғәскәр шағирҙар һәм яҙыусылар данлаған йылғаға яҡынлаша. Был Белоруссия ерендә була. Һалдаттар Днепр менән һоҡланмай. Был улар өсөн һыу һыҙығы була, уның уң ярында гитлерсылар нығынған. Днепр йылғаһы аша сығыу иртәнге ваҡытта башланûóûí өлкән сержант Титов белә. Уның һуғышсылары йөҙә торған средстволар әҙерләп, уларҙы ярға яҡыныраҡ тартып ҡуя. Десант төркөмө, уның составында Титов взводы була, артиллерия әҙерлегенән һуң хәрби операцияға инә. Взвод дошман урынлашҡан ярға тәүгеләрҙән булып барып етә һәм шым ғына һөжүм итә башлай. Беренсе траншеяла ултырған фашистарҙы ҡыуып сығарыуға өлгәшелә. Өлкән сержант ике пулеметсыны әсирлеккә ала һәм уларҙы командованиеға тапшыра. Беренсе һуғышта дошмандар яғы 40-ҡа яҡын кеше юғалòа. Әммә улар траншеяны юғалтыу менән килешмәй һәм танкылар ярҙамы менән ҡаршы һөжүмгә күсә. "Фердинанд" үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары менән көрәшергә тура килә. Баҡһаң, улар ҙа шәп яна икән.
       Ауырға тура килә, һалдаттар ҡыйрала, рота командиры һәләк була. Өлкән сержант командованиены үҙ ҡулына ала. Һалдаттар дошмандың ике һөжүмен кире ҡаға. Һәм бында десантниктарға ярҙамға өҫтәмә көс килә, беҙҙең полк йылға аша сыға һәм шунда уҡ һуғышҡа инә. Полк командиры өлкән сержантты эҙләп таба. Титов тороп, үтәлгән заданиелар тураһында хәбәр итергә тырыша. Әммә полк командиры уға ҡулын һуҙып, бөтәһен дә беләм, ти. Һәм һуңынан өҫтәп ҡуя:
       - Армия командующийы генерал Павел Батов шылтыратты. Мәғлүмәттәр бирергә ҡушты. Герой исеменә тәҡдим итәсәкбеҙ, тине.
       Áåƒƒå¾ àëäà Василий Федорович Титовòû наградлау документы. Унда яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында бына нимә әйтелә:
       "120-се уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (69-сы уҡсылар дивизияһы, Үҙәк фронт) өлкән сержант В.Ф. Титов 1943 йылдың 15 октябрендә Гомель өлкәһенең Лоев районында Днепр éûëғаһы аша сыҡҡан ваҡытта батырлыҡ күрһәтте. Десант төркөмө составында булған взвод дошмандың көслө артиллерия һәм миномет уты аҫтында тәүгеләрҙән булып йылғаның көнбайыш ярына сыҡты, дошман траншеяһына үтеп инде һәм ҡул һуғышында дошмандың 45 һалдатын ҡыйратты. В.Ф. Титов гранаталар менән дошмандың туғыҙ һалдатын юҡ итте һәм 24 немецты әсирлеккә алды. Рота командиры стройҙан сыҡҡас, Титов командалыҡ итеүҙе үҙенә ала.
       1943 йылдың 30 октябрендә В.Ф. Титовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә".
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Василий Федорович Титов демобилизациялана. Фашистарҙан азат итåëãœí Украинала урынлаша. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы энергия идаралығында эшләй, Черновцы ҡалаһында социаль тәьминәт бүлеген етәкләй. Áыл мәғлүмәттәрҙе "Уларҙың батырлығы үлемһеҙ" тип аталған китап авторҙары ла àңлайышлы сәбәптәр буйынса әлегә яңырта алманû.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал