6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Нетбук менән мәктәпкә
23.03.09


       Мәктәп дәреслектәрен хәтерләйһегеҙме? Күптәрҙең хәтерендә ҡалмағандыр инде. Һары төҫтәге осһоҙ ҡағыҙҙа баҫылған аҡлы-ҡаралы текст һәм һүрәттәр - былар һеҙ өйрәнгән предмет буйынса ҡыҙыҡһыныу уятты микән? Әгәр был дәреслек икелегә уҡыған уҡыусынан мираҫҡа ҡалған булһа, ә ул дәрестә уҡытыусыны тыңлау урынына, китап биттәрен биҙәп ултыра, һеҙ икеләтә "уңдығыҙ".
       Прогресс, әлбиттә, алға китте. Һәм хәҙерге мәктәп уҡыусылары сағыу биҙәлгән дәреслектәр һәм дәфтәрҙәр менән эш итә, улар сифатлы аҡ ҡағыҙҙан яһала. Әммә, баҡтиһәң, был факт балаларҙа ҙур шатлыҡ тыуҙырмай икән. Улар дәрестә үҙҙәренең иғтибарын ситкә йүнәлтә һәм үҙ эштәре менән шөғөлләнә.
       Был хәл итмәҫтәй мәсьәлә булып күренгәндәй була. Нетбуктар балаларҙы мауыҡтырғыс уҡытыуға өлгәште, улар ағымдағы йылда Рәсәйҙең ете төбәгендәге мәктәптәрҙә эксперимент рәүешендә барлыҡҡа килде.
       Нетбуктар - ул ғәҙәти ноутбуктарҙың ябайлаштырылған версияһы. Был мобиль ҡоролмаһы интернетҡа сығыу һәм офис ҡушымталары менән эшләү өсөн тәғәйенләнә. Нетбуктар ноутбуктан нимә менән айырыла һуң? Уларҙың размеры ыҡсым, ауырлығы ҙур түгел, электр энергияһын күп ñàðûô èòìœé һәм хаҡы ла юғары түгел.
       Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылар нетбукты дәрестә, шулай уҡ өй эштәрен әҙерләгәндә ҡуллана ала. Был үтә лә уңайлы, нетбук бер үк ваҡытта дәреслекте һәм дәфтәрҙе алмаштыра.
       Әйткәндәй, республиканың ете мәктәбе эксперимент сиктәрендә бушлай 125 нетбук алды: Өфөнөң ике мәктәбе, Учалы районының - ике, Стәрлетамаҡ, Шишмә һәм Күгәрсен райондарының берәр мәктәбе. Орджоникидзе районының 86-сы гимназияһы эксперимент майҙанына әүерелде.
       - Уҡытыу процесына яңы мәғлүмәти технологиялар индереү - заман талабы, - ти гимназия директоры Ирина Баранова. - Уҡытыусылар һуңғы ваҡытта проблемаларға йыш осрай. Балаларҙың мотивацияһы көсһөҙләнә, уларға дәреслектәр һәм дәфтәрҙәр менән генә эшләү ҡыҙыҡ түгел. Уҡытыу процесында уйын мәлдәрен файҙаланырға кәрәк. Хәҙерге балалар мобиль телефондары һәм башҡа техника яңылыҡтары менән таныш. Шуға күрә улар нетбуктарға шат. Индерелгән яңылыҡ ярҙамында уларҙа предметҡа ғына түгел, әммә уҡыу процесына ла ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа киләсәк. Балаларҙа күпте белеү ынтылышы үҫә. Шулай итеп, белем сифаты күтәрелә. Беҙҙең мәктәптә әлегә эксперимент бара, бер класта ғына һәр уҡыусының нетбугы бар. Беҙҙең ҡарашҡа, һәр уҡыусының нетбугы булырға тейеш.
       Республика мәктәптәрендә нетбуктар барлыҡҡа килә, ә балалар үҙҙәре быға нисек ҡарай һуң? Уҡыусылар дәрес барышында шаярып ултырмаймы?
       - Уҡыусылар яңылыҡҡа ыңғай ҡарай, - ти 86-сы гимназияның мәғлүмәти технологиялар буйынса директоры урынбаҫары Александр Кирилов. - Уларҙың äœðåñòœ шаярыï óëòûðûðà ваҡыты юҡ. Санэпидстанция нормалары буйынса балаларға дәрестә компьютерҙа 15 минут эшләргә рөхсәт ителә. Шуға күрә улар заданиены эшләгәс, нетбукты яба.
       - Шулай ҙа мәктәп уҡыусылары күберәк дәреслектәргә йәки компьютерға ышана?
       - Уҡыу материалы ни тиклем мауыҡтырғыс итеп бирелһә, балалар уны шул тиклем яҡшыраҡ үҙләштерә һәм заданиены ҙур теләк менән башҡара. Шулай итеп, башланғыс мәктәп өсөн интерактив дәрестәр анимация ҡулланыу менән башҡарыла. Әлбиттә, балаларға был оҡшай. Улар мультимедиа материалы менән эшләп, дәрестең темаһын яҡшы үҙләштерә. Дөйөм алғанда, компьютер дәреслекте алмаштыра алмай, шул уҡ ваҡытта дәреслек тә компьютерҙы алмаштырмай. Балаларға оҙаҡ ваҡыт дауамында мониторҙан уҡыу рөхсәт ителмәй бит - күҙҙәр арый.
       - Был проблема нисек хәл ителә?
       - Уҡытыусылар компьютерҙа эшләгәндән һуң балалар менән күҙгә зарядка үткәрә. Махсус күнекмәләр комплексы эшләнелгән.
       - Һуңғы йылдарҙа эшегеҙ нисек үҙгәрҙе?
       - Эш өҫтәлде, сөнки беҙҙең гимназияла техника артты. Мин был мәктәпкә 1999 йылда килдем, ул мәлдә информатика кабинетында ни бары ун иҫке компьютер бар ине. Хәҙер гимназияла 65 компьютер бар: 40 стационар һәм 25 нетбук. Улар барыһы ла локаль селтәргә һәм интернетҡа тоташтырылған. Гимназияла шулай уҡ биш интерактив таҡта бар. Миңә техниканың торошон контролдә тотоу һәм уҡытыусыларҙы өйрәтеү йөкмәтелгән.
       - Әйткәндәй, уларҙы нисек уҡытаһығыҙ?
       - Уҡытыусылар өсөн квалификация күтәреү курсын ойошторам һәм үткәрәм. Уларҙа компьютер серҙәренә төшөнөү теләге бар.
       - Һөҙөмтәләр һеҙҙе ҡыуандырамы?
       - Күп коллегаларым компьютерға тиҙ өйрәнә. Һәм был, әйткәндәй, уларҙың уҡыусыларына ла яҡшы тәьҫир итә. Бер саҡ 5-се синыф уҡыусыһы минең янға килеп, былай тине:
       - Беҙҙең синыфта Владик исемле малай бар. Элек ул немец телен яратмай ине. Ә хәҙер беҙ интерактив таҡта ºóëëàíà башлағас, уíû¾ немец теле менән ҡыҙыҡһынûóû àðòòû.
       Мәктәптәрҙә барлыҡҡа килгән нетбуктар ярҙамында дистанцион уҡытыу мөмкинлеге булды. Уҡыусы интернетҡа тоташтырылған нетбук ярҙамы менән тулы белем алала һәм алыҫта тороп мәктәп курсы үтәлә. Иң элек, был һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ҙур плюс.
       Миҫал өсөн, бер уҡыусы ауырып китә. Әммә уның дәрестәрҙә булыу һәм хатта уҡытыусы биргән эште синыфташтары менән бергә эшләргә мөмкинлеге бар - быға интернетҡа тоташтырылған нетбук ярҙам итә. Ул, өйҙән сыҡмай тороп, реаль ваҡыт режимында уҡытыусы һәм дуҫтары менән аралаша һәм яңы белемгә эйә була ала.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал