6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Бәләкәй бизнесҡа ярҙам күрһәтеү
23.03.09


       Бәләкәй бизнесты яҡлау тураһында күп һөйләйбеҙ. Шулай уҡ күп эштәр башҡарыла. Бәләкәй эшҡыуарҙар был ярҙам тураһында белмәй тиерлек - был инде уңышһыҙлыҡ. Улар төрлө һорау бирә, киләсәк тураһында борсола, предприятиеның яҙмышы менән ҡыҙыҡһына... Һәм, бәлки, дөрөҫ тә эшләйҙер.
       Һандан сифатҡа күсеү тураһында оноторға ярамай. Тик бер нәмә аңлашылмай - "һан" ниһайәт "сифат"ҡа күсһен өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? Еңелдән булмаған һорауҙы асыҡлап ҡарайыҡ.
       БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров белдереүенсә, уның ведомствоһына ингән хаттар һәм шылтыратыуҙар буйынса, кешеләр "дәүләт яҡлауы" асылын аңлап еткермәй. Теләгән бер кеше аҡса алала, тип уйлай улар. Әлбиттә, улай түгел, һәм бәләкәй бизнесҡа ярҙам күрһәтеүҙе "фил таратыу" кеүек ҡабул итергә кәрәкмәй. Дәүләттән аҡса алыу банк кредитынан бер ҙә айырылмай - кешенең еренә еткереп эшләнгән бизнес-планы, залог рәүешендә ниндәйҙер мөлкәте, үҙ эшендә тәжрибәһе булырға тейеш... Берҙән-бер айырма - дәүләт ҡарамағында булған аҡсалар нәҡ бизнес өсөн тәғәйенләнә. Ярҙам механизмдары - күп: әгәр һеҙ яңы башлап тотоноусы икән - "старт-ап" йүнәлешен файҙаланығыҙ, залог булмаһа - гарантия фондын файҙаланырға була.
       Ғәмәлдәге бәләкәй предприятие үҙенең базаһында тағы бер предприятие булдырһа, был реаль вариант. Юрий Пустовгаров һүҙҙәренә ҡарағанда, уға финанс ярҙам күрһәтелә. Был, беренсе яҡтан, тотороҡлолоҡ гарантияһы, икенсе яҡтан - эш урындары булдырыу, ул, асылда, программаның төп маҡсаты булып тора.
       Ярҙам һорап килгән эшҡыуар ышаныслы һәм дөрөҫ мәғлүмәт алырға тейеш.
       - Шуға күрә беҙ бөгөн киң мәғлүмәт саралары аша әүҙем мәғлүмәтè эш алып барабыҙ, - тиíå Премьер-министр урынбаҫары. - Бәләкәй бизнесты яҡлау тураһында 10 мең тирәһе брошюра баҫылды, улар райондарҙа һәм ҡалаларҙа үҙ уҡыусыларын табасаҡ. Бынан тыш, беҙ территориаль берәмектәрҙе йәлеп итеп, был тема буйынса айына бер нисә тапҡыр семинар үткәрәбеҙ.
       Үкенескә ҡаршы, эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәре йыш ҡына яуапһыҙ ҡала. Күҙ алдына килтерегеҙ: эшҡыуар РФ Президентына хат яҙа. Уны федераль үҙәктән чиновник ала, һәм шунда уҡ яңынан төбәккә оҙата. Төбәк чиновнигы хатты бәләкәй чиновникка тапшыра, ә ул - үҙенең ярҙамсыһына... Ә һуңғыһы күҙ буяу өсөн яуап яҙа - "законға ярашлы беҙ ошондай ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, һеҙ ошондай-ошондай закондар менән танышығыҙ". Һәм был кемгә ярҙам итә?
       Беҙ бындай практиканан арынырға тейеш. Башҡортостан Президентының Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетын төҙөү тураһындағы указы был проблеманы хәл итеүҙә булышлыҡ итәсәк. Уның маҡсаты - эшҡыуарҙар һәм  власть араһында үҙ-ара эш итеү системаһын көйләү.
       Әлегә бындай система булдырылмаған, бәләкәй бизнестан бөтә хаттар һәм мөрәжәғәттәр уйланылған проекттар реестрына инә. Улар менән махсус кешеләр шөғөлләнә, һәм эшҡыуарҙан ингән һорау иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
       - Власть хәҙерге ваҡытта эш юғалтҡан кешеләргә иғтибар бүлһен ине.
       - Нигеҙҙә, беҙҙең программа бының өсөн тәғәйенләнә лә инде. Беҙҙең бөгөн уңышлы эшҡыуарға аҡса бирергә хоҡуғыбыҙ юҡ. Ни өсөн? Эш шунда, был аҡсаны ул ҡорамалдар алмаштырыуға (капиталға әйләндереү) сарыф итәсәк, ә һуңынан хеҙмәткәрҙәрҙең береһен эштән сығара ала. Беҙгә был бөгөн кәрәкмәй! Капиталға әйләндереү урынына эш урындары булдырыуға баҫым яһарға кәрәк. Ҙур предприятие үҙенең янына "бәләкәй" предприятиены ултыртһын, һәм уларға функцияларын бүлеп бирһен. Ә улар, үҙ сиратында, дәүләттән ярҙам алала.
       - Хәҙерге шарттарҙа бизнес асыðà ÿðàéìû, йәки был хәүефлеме? (ҡултамға - "студент").
       - Ярай һәм кәрәк. Баш ҡалала студенттар өсөн махсус булдырылған бизнес-үҙәктәр бар. Һеҙ был үҙәккә килеп, яҡшы "офис", шәхси интернет киңлеге, бухгалтер реквизиттары алаһығыҙ. Шулай итеп, ошондай ойошмаларҙың береһендә йылына 30 кеше бизнес аса!
       Күптән түгел беҙгә Рәсәй министрлығынан коллегалар менән ошондай үҙәктә булырға тура килде. Студенттар менән әңгәмәләштек, уларҙың нимә менән шөғөлләнәсәктәре тураһында һораштыҡ. Яуаптàр төрлө - берәү тәмәке фильтры һатырға теләй, икенсеһе торлаҡ һатырға теләй, өсөнсөһө - йорт ҡуяны үрсетергә... "Һинең өсөн 300-400 мең һум нимә?" - тип һораныҡ унан. "Минең өсөн 500 йорт ҡуяны", - тине ул. Дөрөҫөн әйткәндә, эксперименттың бындай төрөнә мин ыңғай ҡарайым. Кеше бизнес-үҙәктә билдәле ваҡыт үткәрә, тәжрибә туплай, ә аҙаҡ - алға, ирекле йөҙөүгә!
       Ғөмүмән, теүәл әйтә алам - әгәр ҡыл да ҡыбырлатмаһаң, ул саҡта бер ни ҙә килеп сыҡмай. Статистика күрһәтеүенсә, эш юғалтҡан 100 кешенән уныһы ғына эшҡыуар була. Әммә ҡыҙыҡлы өҫтәмә бар - ошо ун кеше генә үҙ эшен асырға тырышҡан!
       - Көрсөк иҡтисад үҫешен төшөнөргә ярҙам итерме?
       - Һөйләшеүҙәр буйынса - эйе, эш итеү буйынса - юҡ. Сәнәғәт производстволары үҫешенә аҡса йүнәлтергә күптән ваҡыт, ә беҙ әлегә тиклем һуҙабыҙ, нимәлер көтәбеҙ.
       Бәләкәй бизнесты яҡлау милли идея булырға тейеш. Иҡтисад диверсификацияһы - ул бәләкәй бизнестың тулайым төбәк продуктында 50-60 процент. 50 кешенән торған предприятиелар еңел йүнәлеш алала, ә эре ауыр ҡуҙғалыусан "гиганттарға" бының өсөн ҙур средстволар кәрәк. Өфө моторҙар эшләү берекмәһен генә алып ҡарайыҡ, унда яңы производство булдырыу өсөн ете миллиард доллар талап ителә! КамАз, НефАЗ-ды алып ҡарайыҡ, улар хәҙерге ваҡытта ниндәй ауырлыҡ кисерә... Әгәр уларҙың производствоһы диверсификацияланған булһа, бындай хәл㜠òàðûìà¿ èíå.
       - Предприятиеның көрсөк шарттарында уңышы нимәгә бәйле?
       - Бөтәһе лә ябай - киҫкен йүнәлеш алырға кәрәк, донъяла нимә эшләнә, үҙеңдә эшләй башларға кәрәк. Болалы 90-сы йылдарҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Башта аҙыҡ-түлек барлыҡҡа килде (магазиндарҙа колбаса күренә башланы), һуңынан - өҫ кейеме, дөрөҫ ни өсөндөр сит ил бренды менән - йәғни бәләкәй бизнестың аҡсаһы етерҙәй нәмәләр. Әммә бының менән бергә инновацион производстволар барлыҡҡа килергә тейеш ине - үкенескә ҡаршы, улай булманы. Башҡа илдәр (мәҫәлән, Ҡытай) ваҡытында "сәбәләнде" - ҡайҙалыр - идеяны урланы, ҡайҙалыр - технологияны, ҡайҙалыр үҙенең етештереүселәренә аҡса өҫтәне... Ә хәҙер бөтә донъя буйлап аҡса эшләй.
       - Республикала шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙенә күрә бәләкәй бизнес, уларҙы яҡлау өсөн нимә эшләнелә?
       - Республиканың Ауыл хужалығы министрлығына тейешле баһа бирергә кәрәк - улар ҡайһылыр яҡтан бөтәһен дә эшләй. Дөйөм алғанда, беҙҙә ауыл хужалығын үҫтереү перспективалары яҡшы. Беҙ республикала сеймал эшкәртеү буйынса эре предприятиелар булдырырға планлаштырабыҙ, улар шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың продукцияһын ҡулланыусы булып торасаҡ һәм, шулай итеп, электән килгән һатыу итеү проблемаһын хәл итәсәк.
       - Венчур фондының киләсәге бармы?
       - Һис шикһеҙ. Республикала ниһайәт идара итеүсе компания барлыҡҡа килде, ул венчур фонды эшенә тотонасаҡ. Унда 200 миллион šóì федераль һәм төбәк аҡсаларû тупланасаҡ, ә идара итеүсе компаниялар үҙҙәре тағы 200 миллион һум бүлергә тейеш. Үкенескә ҡаршы, беҙ өс йыл был процесты эшкә ҡуша алманыҡ: беренсе конкурста беҙгә авантюристар килде, һәм беҙ конкурсты тамамларға ҡарар иттек, икенсеһендә - Олег Шварцмандың компанияһы еңде (ул гәзиттәрҙең береһендә ғауғалы сығыш яһаны, һәм үҙенә булған ышанысты юғалтты), яңыраҡ өсөнсө конкурс үтте. Һәм, ниһайәт, беҙ лайыҡлы кандидат таптыҡ, тип ышанаһы килә.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал