6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Даталар

Башҡорт совет автономияһы иғлан ителеүгә - 90 йыл
20.03.09


       Башҡортостан тарихына күҙ һалайыҡ. 1919 йыл. 90 йыл элек Граждандар һуғышы булып үткән. Адмирал Колчактың ғәскәре ҡыҙылдарҙы ҡыҫырыҡлаған. Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарында хәрби хәрәкәттәр булған. Һуғыш ахырын штык һәм пуля ғына хәл итмәгән. Алдан күрә белеүсе сәйәсмәндәр киләсәкте баҫым яһау һәм тыйыуҙар юлы менән түгел, ә һөйләшеүҙәр һәм рөхсәт итеү юлдары менән билдәләгән. Был ваҡытта 1917 йылдың ноябрендә булдырылған парламент тибындағы демократик Башҡорт республикаһы адмирал Колчакка башҡорттарҙың автономияһын танырға тәҡдим итә. Әммә ул, Рәсәй төрлө автономияларға бүленмәйенсә берҙәм булырға тейеш, тип һанаған, һәм тәҡдимдән баш тартҡан. Был алдан күрә белмәгән сәйәсмән юлы. Уның баш тартыуы бына нимәгә êèëòåðœ: 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм башҡорт ғәскәрҙәре, улар аҡтар яғында ê³ðœøêœí була, Ҡыҙыл Армия һәм Совет власы яғына күсә. Делегаттар Башҡорт ñîâåò автономияšыí төҙөү тураһында һөйләшеү алып барыу өсөн Мәскәүгә, Ленинға юл ала.
       Һөҙөмтәлә 1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә "Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү"гә ҡул ҡуйыла. БАССР РСФСР составында беренсе автономиялы республика була.
       Был дата бөгөн Өфөлә билдәләнә. Баш ҡаланың Конгресс-холында "Рәсәй федерализмы тарихында һәм сәйәси практикаһында милли-дәүләт берәмектәре" Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Унда федераль һәм төбәк дәүләт власы органдары вәкилдәре, ғалимдар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең йәмәғәт берекмәләре активистары ҡатнаша. Мәскәүҙән, Татарстан, Мордова, Карелия, Удмуртия республикаларынан, Ханты-Манси авòономиÿлы округынан, Ырымбур, Сверäловск һәм башҡа өлкәләрҙән ҡунаҡтар килде. Улар федерализм тураһындà үҙ фекерен белдерҙе, Башҡортостанға баһа бирҙе, башҡа төбәктәрƒå¾ тормошî тураһында һөйләне.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны.
       - Нәҡ ошо осорҙан Рәсәй Федерацияһы составында беренсе милли автономиялы республика барлыҡҡа килде. Федерация үҙенең аныҡ һыҙаттарын таба башланы.
       Илебеҙҙең һәр республикаһын төҙөү ауыр һәм ҡабатланмаҫ юл буйынса алып барылды. Залда ултырған ҡунаҡтарға был билдәле. Халыҡтар тарихын үҫтереүҙә мөһим этап булып торған һәр республиканың формалашыу тарихын ни тиклем тәрән белһәк, күп мәсьәләләр øóë òèêëåì яҡшы хәл ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта, беҙ быны үкенес менән әйтергә тейеш, сәйәсмәндәр Рәсәй Федерацияһы барлыҡҡа килгән көндө әлегә тиклем асыҡламаған. Билдәләгән Рәсәй көнө 1918 йылдың ғинуарына, ул ваҡытта РСФСР юридик раҫлана, 1918 йылдың июленә, федератив дәүләттең беренсе Конституцияһын ҡабул итеүгә бәйле түгел.
       Беҙ билдәләгән республикабыҙҙы юридик теркәү көнө лә совет даталары араһында юғалды. Был, беҙҙең ҡарашҡа, етешһеҙлек. Рәсәй Федерацияһы көнө, демократик традициялар менән башҡа дәүләттәрҙәге кеүек, мотлаҡ байрам көнө булырға тейеш.
       Мортаза Рәхимов, боронғо ваҡиғаларға мөрәжәғәт итеп, тарихҡа экскурс яһаны:
       - Башҡорттар Рәсәй дәүләте составына билдәле шарттар һәм килешеүҙәр нигеҙендә үҙ ирке менән инде, айырыуса ер мәсьәләләре, эске эштәрҙә үҙенсәлекте, үҙаллылыҡты һаҡлау буйынса. Был килешеүҙәрҙе һаҡлау Рус дәүләтенең һәм Башҡортостандың берҙәмлеген нығытты, ә кәрәгенән артыҡ унитаризация - киреһенсә, Рәсәйҙең нигеҙен ҡаҡшатты һәм уның сиктәрен көсһөҙләндерҙе.
       Дөйөм алғанда, башҡорт халҡы 450 йыл берлектәге тормошта әле киңәйгән, әле тарайған ер, мәҙәниәт, дин хоҡуҡтары нигеҙендә бер㜠йәшәүҙә ыңғай тәжрибә тупланы. Был Минин һәм Пожарский ополчениеһында, Бөйөк Петр походтарында һәм 1812 йылда Ватан һуғышында ҡатнашыуҙан башлап, халыҡтың Рәсәй дәүләтенә тоғро хеҙмәт итеү нигеҙе булып тора.
       Февраль революцияһынан һуң йәш башҡорт интеллигенцияһы Рәсәй составында Башҡортостан Республикаһы автономияһын ойоштороуҙа халыҡты тиҙ туплауға, берҙәм хәрби формированиеларҙы төҙөүгә һәм ул ваҡытта квалификациялы хөкүмәт һәм башҡа дәүләт учреждениеларын булдырыуға өлгәшә. Киң территорияларҙа дәүләт төҙөлөшө, идара итеү органдарын көйләү, һалым йыйыу йәйелдерелә.
       Мортаза Рәхимов үҙенең докладында билдәләүенсә, башҡорт Хөкүмәтенең һәм башҡорт полктарының ҡыҙылдар яғына күсеүе Көнсығыш фронтта, аҙаҡ Санкт-Петербург янында хәлдәр һынылышы өсөн тағы бер фактор булып торҙо. Совет власы халыҡ менән килешергә, милли мәсьәләләрҙе хәл итергә теләй. Күп милләтле ил халҡы быны үҙ күҙе менән күрҙе.
       Шунан һуң, әлбиттә, асыҡлана, большевиктар үҙҙәренең вәғәҙәләренән һәм йөкләмәләренән баш тарта, власты үҙәкләштереү, дәүләт ҡулына бөтә заводтарҙы, фабрикаларҙы һәм ерҙе тапшырыу яғында тороп сығыш яһай. Халыҡтың шартлы үҙаллылыҡҡа өмөтө аҡланмай. 1920 йылдың майында Үҙәк Совет Хөкүмәте тарафынан яңы барлыҡҡа килгән автономиялы республикаларҙың хоҡуҡтарын ҡыҫҡартыу тураһында бер яҡлы ҡарар ҡабул ителә.
       Шуға ҡарамаҫтан "Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән Хөкүмәтенең Башҡорт хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү", уға 1919 йылдың 20 мартында ике яҡтың етәкселеге ҡул ҡуя, тарихи әһәмиәткә эйә була.
       - Әлбиттә, СССР-ҙа һәм Рәсәй Федерацияһында федерализм үҙенең үҫешендә төрлө осор кисерҙе. Был үҙгәрештәр республикаларҙың хоҡуҡтарын тарайтыу һәм хәтһеҙ киңәйтеү сиктәрендә үтте. Был тәбиғи, федерализмдың конституцион потенциалы бөтмәгән, быны беҙ күҙ уңында тоторға тейеш.
       Беҙ федератив дәүләттең көсөн нығытыу, уның данын арттырыу, халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү, уларҙың тарихи һәм милли үҙаңын камиллаштырыу буйынса үҙебеҙҙең теләктәрҙә берҙәм, тип ышанам. Был бөтә халыҡтар һәм тотош дәүләт хаҡына көстәр һәм ныҡлылыҡ сығанағы, - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙенең сыышында.
       Конференция сиктәрендә "Рәсәй Федерацияһында милли-дәүләт берәмектәрен үҫтереү тарихы", "Рәсәй Федерацияһында хәҙерге федератив мөнәсәбәттәр практикаһы", "Рәсәй федерализмын булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә граждандар йәмғиәте институттарының роле" темаһына түңәрәк өҫтәлдәр үтте.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал