6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хөкүмәттә

Республика көрсөктән нығынып сығырға тейеш
20.03.09


       Һеҙҙе республиканың социаль-иҡтисади хәле ҡыҙыҡһындырамы? Ҡыҙыҡһындырһа, һеҙҙең менән БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортона юл тотабыҙ. Ҡыҙыҡһындырмай... Нисек? Донъялағы финанс көрсөгө хөкөм һөргәндә... Тирә-яҡта - билдәһеҙлек... Ә хәҙер - алға, Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышына.
       Унда һүҙ сәнәғәт, агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм социаль өлкәнең 2008 йылғы эш йомғаҡтары һәм 2009 йылға бурыстар тураһында барҙы. Киңәйтелгән ултырышта республика Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашты.
       Республиканың социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләренә финанс көрсөгө ҙур йоғонто яһаманы: 2008 йылға бөтә пландар үтәлде, социаль-иҡтисади күрһәткестәр уртаса Рәсәй күрһәткестәренән þғары. Ултырышта Премьåр-министр билдәләүенсә, республика бер нисә мөһим параметрҙар буйынса үҙенең позицияларын яҡшыртты. Миҫал өсөн, тулайым төбәк продукты 802 миллиард һум тәшкил итте, был 2007 йыл менән сағыштырғанда 200 миллиард һумға күберәк; эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре буйынса әйләнеш 21 процентҡа үҫкән һәм 1,7 триллион һумдан артҡан. 2008 йылда төп капиталға 207 миллиард һум һалынған - был Рәсәй буйынса һигеҙенсе күрһәткес һәм Волга буйы федераль округы буйынса - икенсе. Республикала Өфө трансформатор заводы төҙөлөшө тамамланып килә: 70 инвестицион проект тормошҡа ашырыла, улар ағымдағы йылда һигеҙ мең кешегә эш урындары булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
       2008 йылда сәнәғәт етештереүе индексы 109 процент тәшкил иткән, был уртаса илдекенән юғары булған.
       Ауыл хужалығы тармағына килгәндә, ауыл хужалығы продукцияһы күләме 103,5 миллиард һум тәшкил иткән, үҫеш - өс процент. МТС базаһы нығыны, 2006-2008 йылдарҙа республикала 29 эре малсылыҡ бинаһы төҙөлдө. Быйыл тағы туғыҙ бина файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
       Ҡулланыусылар баҙары тураһында һөйләгәндә, уның хәле, элекке кеүек, иҡтисадтың торошон реаль сағылдыра. Ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 429 миллиард һум тәшкил иткән - был Волга буйы федераль округында иң яҡшы күрһәткес. Үткән йылдың декабрендә ҡулланыу кәрзине хаҡы 5904,9 һум тәшкил иткән (сағыштырыу өсөн: Рәсәй буйынса - 6973,6 һум, Волга буйы федераль округы буйынса - 6254,5 һум).
       Төҙөлөш өлкәһенә килгәндә, республика торлаҡ төҙөлөшө буйынса (ике миллион 351 мең квадрат метр) лидерҙар рәтендә килә, әммә граждандар өсөн торлаҡтың арзан булыуы тейешле күрһәткескә (2020 йылға тиклем Рәсәй федерацияһы үҫеше концепцияһында был бер кешегә 30 квадрат метр) барып етмәгән.
       Ноябрь-декабрҙә ағас эшкәртеү һәм ағастан изделиелар эшләү êүләмдәре кәмегән. Күн производствоһы, күндән әйберҙәр һәм аяҡ кейемдәре етештереү предприятиеларының хәле мөшкөл (бөгөн күн сеймалынан әҙерләнгән бөтә күләм республиканан ситтә һàòûëà).
       Сер түгел, көрсөк күренештәре хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлеккә килтерҙе. 2009 йылдың 1 ғинуарына эшһеҙҙәр һаны 30,4 мең кеше тәшкил иткән булһа, бөгөн уларҙың һаны 45 меңгә етте. Ҡайһы бер предприятиеларҙа тулы булмаған эш аҙналығы режимы индерелде, хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшө административ ялға ебәрелде.
       Раил Сарбаев һүҙҙҙәренә ҡарағанда, алдағы ике йылда мөһим бурыстарҙы ғына, уларҙың оҙайлы срокка файҙаһын иҫәпкә алып, хәл итергә кәрәк. Күңел асыу һәм башҡа социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөшө әлегә көтөп торор.
       Шуның менән бергә түбәндәге төп принцип булырға тейеш: бөтә сеймалды үҙебеҙҙә эшкәртергә кәрәк, был эште башҡа төбәктәргә ебәрергә кәрәкмәй. Өҫтәүенә оҙайлы срокка перспективаға йүнәлеш алып яңы, заманса производстволар үҫтереү мөһим буласаҡ. Беҙҙең республикала сеймал базаһы бай - урманды үҙләштереүҙә генә туғыҙ мең кешегә эш урыны булдырып һәм йылына йөҙ миллиард һум тирәһе алып була!
       Тағы бер принцип - эш урындары булдырыуға баҫым яһап, производствоны капиталлаштырыу түгел, ә теләһә ниндәй бизнесты үҫтерергә кәрәк. Был көрсөк осоронда актуаль. Шулай итеп, беҙҙең традицион һәм яңы производстволар тирәләй башҡа бәләкәй предприятиелар булдырып була. Миҫал өсөн, "Полиэф" ҡына 15 яңы йүнәлеште ойоштороу мөмкинлеген бирә, ярашлы рәүештә, 15 бәләкәй предприятие. Асылда, беҙҙең заводтар үҙ функцияларының бер өлөшөн бәләкәй бизнесҡа тапшыра ала - был яңы эш урындары булдырыуҙан тыш, продукцияның үҙҡиммәтен кәметергә лә булышлыҡ итәсәк.
       Ауыл хужалығы. Республика баҙарынан ситтән килгән продукцияны планға ярашлы ҡыҫырыҡлап сығарырға кәрәк. Сит илдән продукция индереп, сит аграр секторға ярҙам күрһәтәбеҙ бит. Бөтәһе лә төбәктә эшкәртелергә тейеш. Бының өсөн ярҙамсы хужалыҡтарға һөҙөмтәле ярҙам кәрәк - лизинг шарттарында техника бүлеү, ауыл хужалығы производствоһы продукцияһын йыйыуҙы һәм эшкәртеүҙе ойоштороу, уның өсөн ваҡытында иҫәпләшеү.
       - Бәләкәй бизнесҡа булышлыҡ итеү тураһында күп һөйләйбеҙ, - тип дауам итте Раил Сарбаев. - Республика ҡаҙнаһынан 500 миллион һум бүленәсәк, бергә финанслау тәртибендә федераль бюджеттан - миллиард тирәһе. Быға өҫтәмә - һәр район һәм ҡала мәктәптәрендә интернетҡа сығыу менән ҙур булмаған бүлмәләр бүлеү - бизнес-инкубаторҙа һәр теләгән кеше үҙенең бизнесын башлау өсөн тулы мәғлүмәт алырға тейеш.
       2009 йылда, кредитлауҙа ауыр шарттар арҡаһында күп предприятиеларҙың әйләнеш средстволары етмәүен иҫәпкә алып, реаль сектор предприятиелары өсөн процент ставкалары судсидияланасаҡ.
       Мәшғүллек өлкәһендә нимәләр эшләнеләсәк? Улар, беренсенән, хәлдең даими мониторингы. Хеҙмәт һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса федераль хеҙмәте менән мәшғүллеккә булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыуға субвенцияларҙы ике тапҡырға арттырыу тураһында протоколға ҡул ҡуйылды. Хеҙмәт баҙары көсөргәнешлеген кәметеү буйынса республика өҫтәмә саралар программаһы (финанслау күләме 575 миллион һум) раҫланды. Бәләкәй бизнесҡа булышлыҡ итеү республика программаһы, шулай уҡ  лизинг шартттарында ярҙамсы хужалыҡтарға булышлыҡ итеү көрсөк күренештәрен кәметеүгә ярҙам итә.
       Торлаҡ төҙөлөшө тураһында һөйләгәндә, 2009 йылда 2,4 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Төҙөлөш ойошмаларының сығымдарын кәметеү өсөн (тимәк, фатир хаҡы осһоҙлана), баштағы рөхсәт документацияларын еңеләйтеп алыуҙа регламент эшләргә, инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүҙә шәхси-дәүләт партнертлыҡ механизмдарын әүҙем файҙаланырға кәрәк.
       Сифатлы белем, ветарандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль яҡлау, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр тураһында хәстәрлœ¼, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт учреждениелары селтәрҙәрен үҫтереү - былар социаль өлкәнең өҫтөнлөктәре.
       Бюджеттың социаль статьяларын ҡарау өсөн сәбәп юҡ - был мөһим, һәм булдырылған социаль ярҙам кимәле ағымдағы йылда һаҡлана.
       Республика финанс көрсөгөнән өлгәшелгән ҡаҙаныштарҙы юғалтмайынса нығынып сығырға тейеш. Халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреү төп һөҙөмтә буласаҡ - быға тәбиғи, интеллектуаль, иҡтисади потенциал булышлыҡ итә.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал