6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Реформалар

Судтар һаны ҡыҫҡара, судьялар ҡала
20.03.09


       Башҡортостанда судтар һаны ике тапҡырға ҡыҫҡарыуы ихтимал. Республикала бөгөн 71 федераль суд иҫәпләнә, әммә бер йылдан һуң шуның 42-һе генә ҡалыуы бар.
       БР Юғары суды, "Башҡортостан Республикаһының ҡайһы бер район (ҡала) судтарын ºû¿ºàðòûó һәм îéîøòîðîó тураһында" закон проектын әҙерләп, бындай тәҡдим менән сығыш яһаны.
       БР Юғары суды рәйесе ярҙамсыһы Евгений Матрос журналистар менән осрашты. "Проекттың асылы - бер нисә судты берләштереү юлы менән уларҙы эреләтеү", - тип белдерҙе Евгений Матрос. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был инициатива финанс көрсөгөнә бәйле түгел, ә илдә үткәрелгән суд реформаһының бер өлөшө булып тора, уның төп бурысы - судтарҙың эшен оптималләштереү.
       49 суд үҙгәртеп ҡороласаҡ - улар аҙ өлөштән торған судтар: Башҡортостанда бөгөн 15 судта суд эшмәкәрлеге ике судьяны ғына ебәрә, ә 25 суд - өс. Суд берләшмәһе вәкилдәре судтарҙы эреләтеү буйынса үҙҙәренең ниәтен былай дәлилләй: ғәмәлдәге енәйәт закондар йыйылмаһынан сығып ҡарағанда, был ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләнеүселәр, үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап, эштәрен өс судьянан торған коллегияға ҡарау тураһында үтенес ҡағыҙы биргән осраҡта билдәле уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Был беренсе сиратта ике өлөштән торған судтарға ҡағыла, әммә өс өлөштән торған судтарҙа ла был проблема йыш килеп сыға: судьяларҙың береһе ауырып китеүе йәки ялда булыуы ихтимал. Бындай осраҡта өсөнсө судьяны башҡа судтан саҡырырға тура килә, быны закон тыймай, әммә билдәле ауырлыҡтар тыуҙыра һәм өҫтәмә сығымдар килтерә.
       Аҙ өлөштән торған судтарҙа судьялар һанын арттырыðà ÿðàé êå¼åê, һәм проблема ëà хәл ителåð êå¼åê. Әммә штатты арттырыу ябайҙан түгел - ошо фактты ғына алып ҡарайыҡ, судьяларҙы ил президенты тәғәйенләй: матбуғат конференцияһында әйтелеүенсә, аҙ өлөштән торған судтарҙың күбеһендә судьяларға йөкләмә былай ҙа иң түбәне. Әйткәндәй, судьялар араһында йөкләмәне тигеҙ бүлеү - бәлки, иң ҡулай юл табыуҙың төп маҡсатылыр. Төбәктә бөгөн эре судтарҙың судьялары эшкә сумған, ә башҡа судтарҙа ҡаралған эштәрҙең һаны түбән. Башҡортостанда Суд департаменты идаралығының судтар эшмәкәрлеген ойоштороу-хоҡуҡи тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлия Проскурякова һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала бер судьяға айына уртаса йөкләмә 40,1 эш, Межгорья судьялары, миҫал өсөн, 16,5 эш ҡарай, ә Йылайыр район суды - ни бары 12,8.
       - Өҫтәүенә улар шундай уҡ эш хаҡы ала, - ти Проскурякова.
       Иң ҡулай юл табыуҙың тағы бер маҡсаты - ебәрелгән суд эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртыу. Быға йөкләмәне кәметеү иҫәбенә, судьяларҙы билдәле төрƒœãå эштәрҙә махсуслаштырыу юлы менән өлгәшеп була. Был мәсьәләлә Өфө район судтары уңышҡа иреште, бында судьяларҙың бер өлөшө граждандар эшен ҡарай, улар үҙ сиратында хеҙмәт, ғаилә эштәренә бүленә, ә башҡалар - тик енәйәò эштәрен. Практика күрһәтеүенсә, махсуслаштырыу булған ерҙә суд хаталары аҙ була.
       Евгений Матрос белдереүенсә, судтарҙы эреләтеү судьялар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре һанын кәметеүгә, берләштереү халыҡ йәшәгән ерҙә судтарҙы ябыуға килтермәй.
       - Граждандарҙың хоҡуҡтары боҙолмаясаҡ, әле судтар эшләгән ерҙә улар ҡаласаҡ, - ти Матрос. - Төп суд билдәләнәсәк, ә үҙаллы судтар кеүек ябылғандар уларҙың филиалдары сифатында эшләйәсәк. Ҡайһы бер граждандар ³ñ³í быë îòîøëî - уларҙың суд филиалдарын һайлау мөмкинлеге була. Судҡа мөрәжәғәт итеү процедураһы элеккесә ҡала.
       Әйтергә кәрәк, юғарыла әйтелгәндәр әлегә проект ҡына. Дәүләт Йыйылышында ҡарау стадияһын үткәндән һуң ул нисек булыр, уныһын ваҡыт күрһәтер. Бөтә процедураға (закон проектын Дәүләт Йыйылышына индереү мәленән уны Дәүләт Думаһы ҡабул иткәнгә тиклем) кәмендә бер йыл үтәсәк.
       Рәсәйҙә быға оҡшаш оптималләштереү 20 төбәктә үткәрелде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал