6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Парижда ла булдыҡ беҙ...
19.03.09


       1814 йылдың 19 мартында рус армияһы составында башҡорт полктары Парижға үтеп инә. Был әҙәп сәфәре булмай. Рус һалдаттарын бер кем дә Парижға саҡырмаған. 1, 2, 5, 8, 9, 12, 13, 14 һәм 15-се башҡорт полкы полководец Михаил Илларионович Кутузов етәкселегендәге Ватан һуғышына һуңғы нөктә ҡуйыу өсөн Парижға үтеп инә. Был һуғышта 500 яугирҙан торған 28 башҡорт полкы, Ырымбур һәм Урал казактарынан, төбәк мишәрҙәре һәм типтәрҙәренән торған 15 полк, шулай уҡ Өфө йәйәүлеләр полкы ҡатнаша.
       Беренсе ҡарашҡа башҡорт яугирҙары ул тиклем үк ҡурҡыныс күренмәгән. Уларҙың ҡоралы булып уҡ, һөңгө, ҡылыс һәм уҡтар менән ҡалъян хеҙмәт иткән. Мылтыҡ һәм пистолеттар уларҙа һирәк булған. Ҡай берәүҙәрҙә һайман (тимер күлдәк) булған. Ул зәңгәр йәки аҡ төҫтәге буҫтау кафтанынан, шундай уҡ төҫтәге киң салбарҙан, аҡ төҫтәге кейеҙ шапканан, итектән торған. Француздар башҡорт яугирҙарын уҡ менән оҫта эш иткәне өсөн уларҙы "төньяҡ амурҙары" тип атаған. Һәм хатта уларҙың һуғыш тактикаһын һүрәтләгән: "Башҡорт һуғыш яланында ҡалъянын арҡаһынан күкрәгенә күсерә, ике уҡты тешенә ҡыҫтыра, ә ҡалған икеһен йәйәгә һала һәм бер-бер артлы ата. Һөжүм иткән ваҡытта ныҡ итеп атҡа эйелә һәм үҙәккә үткес тауыш, асыҡ күкрәк һәм һыҙғанған ең менән дошманға ҡыйыу ташлана".
       Полководец Кутузов һуғыштың тәүге осоронда, Бородино һуғышы ваҡытында хәрби операцияларҙа башҡорт яугирҙарының батырлығын юғары баһалаған. 1812 йылдың 26 авгусында Раевский батареяһы француздар ҡулына эләгә. Генерал Ермолов Өфө йәйәүлеләр полкының бер батальоны менән батареяны ташлап ҡасҡан өлөшөн туҡтата һәм уларҙы дошманға ҡаршы атакаға күтәрә. Батарея дошмандан азат ителә.
       1812 йылдың октябрендә рус армияһы һөжүмгә күсә. Казак һәм башҡорт атлы ғәскәрҙәре дошманды эҙәрлекләй башлай. М.И. Кутузов хайран ҡалып билдәләй - ҡасып барған дошмандарға ниндәй ҡуйыулыҡ менән ынтылалар һәм уны рус һуғышсылары, шул иҫәптән казактар һәм башҡорт атлы ғәскәрҙәре таң ҡалдыра. "Любезные вы мои!" - был полководецтың башҡорт яугирҙарына рәхмәт һүҙҙәре. Был һүҙҙәр халыҡ йырҙарында сағылыш таба.
       1813 йылдың 1 ғинуарында рус армияһы сикте сыға һәм Көнбайыш Европаға юл ала. Кенигсберг, Варшава, Дрезден, Лейпциг, Берлин алына. Михаил Илларионович юлда һыуыҡ тейҙерә һәм 28 апрелдә Польша ерендә, Бунцлау ҡалаһында вафат була. Унда хәҙер монумент бар. "Полководец Кутузов ошо ергә тиклем еңеү алып килде, әммә бында үлем уның данлы эшенә нөктә ҡуйҙы. Ул Ватанын ҡотҡарҙы һәм Европаны азат итеү юлын асты".
       Башҡорт полкылары сит илгә походтарын дауам итте. Парижда ла булдылар. Полктың бөтә яугирҙары "1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн" исемле көмөш миҙал һәм башҡа отличие билдәләре менән наградлана. Был 195 йыл элек булды. Күп ваҡыт үтте. Ватан һуғышында Рәсәй халҡы туғандарса берҙәмлек күрһәтте. Рәсәй азатлығы өсөн барған һуғышта Башҡортостан халыҡтарының хәрби дуҫлығы нығыны.
       1812 йылғы Ватан һуғышы тарихы, "төнъяҡ амурҙары" тураһында хәбәрҙар булмағандар ҙа барҙыр. Ватан һуғышы партизаны Денис Давыдов "төньяҡ амурҙары" тураһында бер эпизод һөйләгән.
       "... Мин ҡыҙыҡ бер ваҡиғаға шаһит булдым. Атыш ваҡытында француз подполковнигы әсирлеккә алына... Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, тәбиғәт уны ҙур танау менән бүләкләгән, ә һуғыш арҡаһында уның танауын уҡ үтә тишә. Подполковникты бындай биҙәүестән азат итеү өсөн, аттан төшөрәләр һәм ергә ултырталар. Табип, ҡулына бысҡы алып, уҡты икегә киҫергә әҙерләнә. Әммә шул ваҡытта бер башҡорт, үҙенең ҡоралын танып, табиптың ике ҡулынан тотоп ала. "Юҡ, - ти ул, - мин үҙемдең уғымды киҫергә бирмәйем! Был минең уғым, уны үҙем сығарам". "Һин нигә алдайһың, - тинек беҙ уға, - йә, нисек сығараһың һин уны?" "Эйе, батюшка, бер осонан алам, - тип дауам итте ул, һәм тартып алам, уғым да бөтөн булыр". "Ә танау?" - тип һораныҡ. "Ә танау?" - тип яуапланы ул - "шайтан алғыры, танау?" Шул уҡ ваҡытта подполковник, ул рус телен аңламай, әммә эш нимә тураһында барғанын һиҙенә ине".
       Денис Давыдов "1812 йылда партизан хәрәкәттәре көндәлеге"ндә Бородино һуғышында Өфө полкының өсөнсө батальонына етди баһа бирә.
       Романтик рәссамдар башҡорт атлы ғәскәрҙәренең ҡыйыу һөжүмдәрен, уларҙың ғәҙәти булмаған ҡиәфәтен, ҡоралын, уларҙың ғорур аттарын, поход усаҡтарын һүрәтләй. Шуларҙың береһе - Александр Орловский (1773-1832). Уға Александр Сергеевич Пушкин үҙе бойороҡ бирãœí: "Ҡәләмеңде ал, - төшөр, Орловский!" Һәм һеҙҙең алда рәссамдың "Һыбайлы башҡорт" картинаһы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал