6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Студенттар көрсөк тураһында
19.03.09


       Донъя буйлап финанс көрсөгө хөкөм һөрә. Һәм был киләһе 2-3 йылда тикшереү өсөн актуаль тема булып тора. Йөҙҙәрсә мең кеше эшһеҙ ҡала, магазиндарҙа хаҡтар аяуһыҙ үҫә. Күптәргә беренсе кәрәк-яраҡ предметтарына һаҡсыл булырға тура килә. Халыҡтың иң аҙ тәьмин ителгән категорияһы - студенттар. Уларға финанс көрсөгө ҡурҡыныс янаймы? Сер түгел, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында стипендиялар, йәл, башҡа илдәр менән сағыштырғанда ҙур түгел. Студенттарҙың 60 проценты тиерлек түләп уҡый. Уҡыуға ҡайҙан аҡса алырға? Йәшәү өсөн средстволар ҡайҙан табырға һәм уны бер айға нисек еткерергә? Студенттар ошо проблемалар өҫтөндә баш вата. Йәштәр белем алып ғына ҡалмай, күңел асырға ла атлығып тора, әммә был күптәрҙең хәленән килмәй.
       Студенттар, финанс көрсөгө беҙгә бер нисек тә тәьҫир итмәй, тип һанай, һәм улар был темаға айырым әһәмиәт бирмәй. Был, бәлки, сәйер күренәлер, әммә күп студенттарҙы университетты тамамлағансы йәки тәүге өс курсºа òèêëåì ҡараó ата-әсә åëꜚåíœ ò³øœ бит. Ғаилә бюджеты, хатта аҡса тураһында уйлап тормайынса, күнегелгән тормошто дауам итергә тулыһынса ярҙам итә. Өйҙәге һыуытҡыс ата-әсә һатып алған продукттар менән тулған, ә концертҡа, киноға, кисәләргә кеҫә аҡсалары етә. Былар барыһы ла була, әлбиттә, әгәр һеҙҙең ата-әсәгеҙ яҡшы эш хаҡы алһа һәм уларҙың эш хаҡын кәметмәһәләр.
       Александр, өсөнсө курс:
       - Көрсөк ваҡытында тормошом үҙгәрҙе тип әйтә алмайым. Мин күнегелгән тормошта йәшәйем, һәм нимә кәрәк, бөтәһен дә һатып алам. Дуҫтарым да финанс ҡыйынлыҡтарын кисермәй.
       Башҡалар үҙенең тормошонда айырым үҙгәреште күрмәй, әммә хаҡтарҙың хәтһеҙ артыуын билдәләй һәм күңел асыу сараларынан баш тарта. Был, бәлки, яҡшылыр, әгәр йәштәр клубтарға барыуҙы кәметһә, ҡулына китап алһа.
       Елена, 1 курс:
       - Әсәйем мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Әгәр мин уҡыу өсөн түләгән булһам, беҙгә ауырға тура килер ине. Һаҡсыл тотона башланым тип әйтә алмайым, әммә төшкө ашҡа кафегә һирәк йөрөйөм. Эшләргә теләгем бар, кеҫә сығымдарына аҡса өҫтәлер ине, әммә хәҙер эш тураһында тәҡдимдәр юҡ.
       Ситтән килгән студенттарға ауырға тура килә. Ятаҡханала йәки фатирҙа йәшәгән өсөн ай һайын түләргә кәрәк. Ҙур ҡалала аҡса һыу кеүек аға, һәм ата-әсәләр балаларын һәр ваҡыт тулы тормош менән тәьмин итә алмай. Студенттың ҡай саҡ ашарына булмай. Уҡыу өсөн түләргә кәрәк, ә уның хаҡы йыл һайын арта бит. Көрсөк шарттарында уҡыу өсөн түләй алмағандарҙың һаны артҡандан-арта.
       Әлфиә, 2 курс:
       - Мин Өфөнән түгел, түләп уҡыйым. Ата-әсәйем айына бер тапҡыр аҙыҡ-түлек һәм аҡса килтерә. Транспортҡа, көнкүреш химияһына сығымдар ҙур. Матур кейенәһе килә. Ә күңел асыу саралары тураһында бөтөнләй оноторға тура килде.
       Үҙҙәрен тулыһынса йәки өлөшләтә тәьмин иткән студенттар категорияһы бар. Официант, бармен, һатыусы, репетитор эше ниндәйҙер кимәлдә ата-әсәнән буйһонмаусан булырға ярҙам итә. Финанс үҙ аллылыҡ көрсөктө еңергә булышлыҡ итә. Әммә һуңғы ваҡытта был эшкә урынлашыуы ла ҡыйынлашты, студенттар өсөн тәҡдимдәр һаны хәтһеҙ кәмене.
       Марина, 3 курс:
       - Мин уҡыйым һәм буш ваҡытта балалар байрамдарында аниматор булып эшләйем. Был өлкәлә эштәр көрсөккә бәйле аҙ, эш хаҡы ла хәтһеҙ кәмене, әммә ниндәйҙер әйберҙән баш тартыуҙан кәрәк тип тапмайым.
       Уҡыу йорттарын тамамлаусылар алдында эшкә урынлашыу проблемаһы тора. Күп өлкәләрҙә дипломлы белгестәр артығы менән, хеҙмәт баҙары айырыуса юристар һәм иҡтисадсылар менән тулған. Предприятиелар һәм фирмалар көрсөккә бәйле хеҙмәткәрҙәр һанын һәм эш хаҡын кәметә, ҡайһы берҙәре хатта ябыла. Ҙур стаж менән юғары квалификациялы хеҙмәткәр үҙ урынын юғалта. Кисәге студенттарға нимә әйтергә һуң? Юғары уҡыу йортон тамамлаусыларҙы бер проблема борсой. Ҡайҙа эшкә барырға? Эш тәжрибәһе булмаған кешеләр таныш-тонош аша эшкә урынлаша. Хеҙмәт биржаһына мөрәжәғәт итеп була, әммә ул да тиҙ арала эшкә урынлашыу гарантияһы бирмәй. Эш биреүселәр тәҡдим иткән вакансиялар исемлеген ҡыҫҡартты.
       Дмитрий, 5 курс:
       - Студенттар ашханаһында хаҡтар артты, күпкә түгел, әммә бер ай эсендә сарыф ителгән аҡсалар суммаһын иҫәпләһәң, айырма һиҙелерлек. Үҙемдә финанс көрсөгөн, бәлки, тулыһынса йәй тойормон, йәш белгескә специальность буйынса эшкә урынлашыу еңелдән түгел бит.
       Финанс көрсөгөн ҡурҡыныс итеп һүрәтләйҙәр. Һèñ øèêšåƒ, проблема бар, әммә студенттар киләсәккә оптимистик ҡарашта һәм матди ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыға. Иң мөһиме, финанс көрсөгө йәштәрҙең күңел көрсөгөнә сәбәп булмаһын. Тирә-яҡтағы кешеләр ыңғай хистәр, бәхет һәм изгелек өләшһен ине, уларҙы хатта аҡса менән алмаштырып булмай бит. Аҡсалар, билдәле булыуынса, - табыла торған нәмә. Бөгөн улар бар, ә иртәгә юҡ. Шуға күрә беҙгә, минең уйымса, бер ниндәй ҙә көрсөк аяҡ салмаясаҡ.
       Студентҡа нисек һаҡсыл тотонорға? Бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
       Беренсенән, бөтә кинотеатрҙарҙа тиерлек билдәле көндәрҙә ташламалар системаһы эшләй. Студент билеты 50 процентлыҡ ташлама һәм фильм ҡараған ваҡытта яҡшы кәйеф гарантиялай.
       Икенсенән, транспорттың төрлө төрөнә льготалар һаҡлана. Һеҙҙең автобусҡа йәки ҡала электр транспортына юл йөрөү билеты һатып алыу, шулай уҡ тимер юл транспорты билетына ташлама алыу мөмкинлегегеҙ бар.
       Өсөнсөнән, бассейнға йөрөү өсөн абонемент ташлама менән һатыла. Спорт - һаулыҡ нигеҙе. Быны оноторға ярамай.
       Дүртенсенән, өҫ кейеме, аяҡ кейеме һәм косметикаға килгәндә, ҡала магазиндарында һәм сауҙа үҙәктәрендә тауарҙы арзанға һатыу тураһында алдан белеп була. Дисконт карталар файҙаланыу шулай уҡ һатып алыу хаҡтарын кәметә. Бөҙрәханаларҙа студенттар өсөн ташлама ҡаралған.
       Бишенсенән, мәҙәни-күңел асыу урындарына килгәндә, берәйһенең ôàòèðûíäà дуҫтар менән осрашырға һәм ҡыҙыҡ фильм ҡарарға, үҙ көсөң менән ҙур булмаған кисә ойошторорға була.
       Дөйөм алғанда, финанс көрсөгө ваҡытында аҡсаны һаҡсыл тотоноу алымдары күп, был эштә һеҙҙең фантазия һәм зирәклек мөһим.

Айгөл Эшенҡолова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал