6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Акциялар

Милиция һәм руханиҙар хеҙмәттәшлек итә
18.03.09


       Милиция һәм дин башлыҡтары хеҙмәттәшлек тураһында килеште. Тейешле килешеүгә Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы төбәктең бөтә традицион конфессиялары менән ҡул ҡуйҙы. Уның маҡсаты - рухлылыҡты йәмғиәт именлегенең һәм хәүефһеҙлегенең мөһим факторы кеүек тергеҙеү.
       Сара БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советының күсмә ултырышы сиктәрендә Өфөнөң "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә үтте. Кәңәшмә органы 2004 йылда булдырылды, һәм ул милиция һәм йәмәғәтселек араһында бәйләүсе звено, фекерҙәр алмашыу өсөн уңайлы майҙан булып тора. Асыҡлыҡ һәм ýøëåêëå хеҙмәттәшлек - былар Рәсәйҙә быға оҡшаш тәүге советтар эшенең төп принциптары. Уның ағзалары - милиция хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, ғалимдар, хоҡуҡ һаҡлаусылар, дин башлыҡтары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре (йәмғеһе 21 кеше) - БР буйынса Эске эштәр министрлығының норматив-хоҡуҡи акттарына йәмәғәт экспертизаһы үткәрә, эске эштәр органдары эшмәкәрлегендә актуаль проблемаларҙы хәл итеү өсөн шәхси инициативаларын һәм тәҡдимдәрен эшләй.
       Рәсәй эске эштәр министры урынбаҫары, статс-секретарь, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йәмәғәтселек советтары эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса координация үҙәге рәйесе милиция генерал-полковнигы Николай Овчинников советтың сираттағы ултырышы эшендә ҡатнашыу өсөн Өфөгә килде. Ултырышта шулай уҡ төбәктең власть органдары вәкилдәре ҡатнашты: БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рафаил Зиннуров, Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры милиция генерал-майоры Игорь Алешин, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы генерал-майор Виктор Палагин һәм традицион дини конфессиялар етәкселәре.
       "Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығын терроризм, экстремизм, коррупция, наркомания, әхлаҡһыҙлыҡ кеүек күренештәр, бәлиғ булмағандар яғынан ҡарауһыҙлыҡ һәм хоҡуҡ боҙоуҙар, шәхескә ҡаршы йүнәлтелгән тоталитар һәм деструктив секталар, яһил культтар эшмәкәрлеге үҫеше борсоуға һала", - тиелә килешеү тексында.
       Яҡтар, уларҙың хеҙмәттәшлеге йәштәрҙе тәрбиәләү һәм мәҙәни-әхлаҡи мираҫты һаҡлау өсөн диндең көслө рухи потенциалын файҙаланыуҙа булышлыҡ итәсәк, йәмғиәттә тотороҡлолоҡто нығытырға, рухи деградацияны еңеп сығырға һәм, һөҙөмтә кеүек, енәйәтселек кимәлен кәметергә ярҙам итәсәк, тигән өмөт белдерә.
       Дини ойошмалар иң элек милиция хеҙмәткәрҙәренең рухи-әхлаҡи белеме менән шөғөлләнергә булды. Бының өсөн тейешле әңгәмәләр һәм лекциялар үтәсәк, ҡыҙыу нөктәләрҙә булған милиционерҙар, шулай уҡ бәлиғ булмаған хоҡуҡ боҙоусылар менән эшкә ҙур иғтибар бүленәсәк. Милиция, үҙ сиратында, дини конфессияларға уларҙың ҡиммәттәрен һаҡлауҙы тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтеү, мәсеттәрҙе, сиркәүҙәрҙе, синагогты хәүефһеҙлек техникаһы саралары менән йыһазландырыуҙа булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҙәкләштерелгән һаҡ аҫтына ҡабул итеү буйынса йөкләмә ала. Бынан тыш, килешеүҙә билдәләнеүенсә, дин башлыҡтары вәкилдәре психологик ярҙам күрһәтеү өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәр урындарына сығасаҡ милиция мобиль төркөмө составына индерелә.
       Документҡа БР буйынса эске эштәр министры Игорь Алешин һәм төбәктең бөтә традицион конфессиялары лидерҙары - Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Өфө епархияһы идарасыһы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепископы Никон, БР мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт мөфтөй Ниғмәтуллин һәм Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский ҡул ҡуйҙы.
       - Беҙҙең ултырыш төрлө конфессия вәкилдәрен мәсет көмбәҙе аҫтына йыйҙы, был БР буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы ҡараған мәсьәләләрҙең мөһимлеген, актуаллеген һәм әһәмиәтен күрһәтә, - тине Николай Овчинников.
       Әйтергә кәрәк, Овчинников милицияның йәмәғәтселек менән эше өсөн яуаплы булараҡ, "Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа граждандарҙың ҡатнашыуы тураһында" закон проекты авторҙарының береһе һанала, уға ярашлы Эске эштәр министрлығы ирекле халыҡ дружиналарын тергеҙергә һәм йорттарҙы һәм подъездарҙы һаҡлау өсөн үҙ-үҙеңде һаҡлау отрядтарын булдырырға тәҡдим итә.
       Ултырышта ҡатнашыусылар тағы бер документ ҡабул итте - юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт. Унда Йәмәғәтселек советы ағзалары, водителдәр берләшмәһендә юлда үҙ-ара хөрмәт итеү принциáы булдырылмаóûí, хәҙерге көсөргәнешле хәрәкәт шарттарында күп автомобилистар бер-береһен оппонент һәм үҙ уңайлылығына тотҡар кеүек ҡабул итеүен билдәләп, хөрмәт итеү водителдәр һәм йәйәүлеләр араһында мөнәсәбәттәр нигеҙе булырға тейеш, тип билдәләне. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға еңел баралар. Бындай күренеш күп водителдәрҙе борсой.
       Водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, үҙ балаларының хәүефһеҙлеген иҫәпҡә алырға һәм махсус креслолар ҡулланырға тейеш. Статистика буйынса, авария ваҡытында һуғылыу көсө менән салондан сығып осҡан ун баланың һигеҙе автомобилдә һаҡлап алып ҡалыу креслоһын ҡулланмаған.
       Йәйәүлеләр ҙә үҙҙәренең хоҡуҡтары тураһында ғына түгел, әммә бурыстары тураһында ла уйлаһындар.
       Юғарыла әйтелгәндәр беренсе сиратта танылған һәм хөрмәтле кешеләргә, йәштәр кумирҙарына ҡағыла, уларҙың өлгөлө тәртибе юлдарҙа башҡалар өсөн иң яҡшы үрнәк буласаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал