6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Кудринка" "Ивушка" юлынан бара
18.03.09


       Ольга Сурикова - "Яңы опера" Мәскәү театры хоры артисткаһы һәм мәҡәлә авторының иң яҡын әхирәте. Ольга үҙенең эшендә абруйлы дирижерҙар һәм ҡуйыусылар менән мөғәлләмәлә. Һәм һәр саҡ бер үк нәмәне ишетә: рус хоры - ул үҙенсәлекле бер нәмә. Рус тауышы, башҡарыу алымы, тауышты биреү - был уникаль күренеш, быны башҡа илдәрҙә ишетеп булмай. Рус хоры - ул дәрт, көсөргәнеш менән йырлау, сәхнәлә яныу. Классик опера башҡарыу йомшаҡ һәм һалмаҡ алымға тарта, шуға күрә Ольга тәбиғәт биргән талантты буйһондороп, үҙ өҫтөндә даими эшләй.
       Ә бына "Кудринка" ансамбленән йәш йырсыларға европаса төплө аҡыллылыҡ кәрәкмәй. Коллектив Красный Яр ауылында булдырыла, бында тарихи-мәҙәни үҙәк бар. Коллектив рус халҡына хас булған традицион башҡарыу алымын мөһим тип һанай. "Кудринка" ауыл мәҙәниәт йортонда йәки мәктәптә аҙнаһына ике тапҡыр репетиция үткәрә. Ҡыҙҙар сәхнәгә сарафанда сыға, уларҙың сәс толомдары һәр саҡ үрелгән була.
       - Йәгеҙ, ҡыҙҙар, күрһәтегеҙ, нимә беләһегеҙ? - ти баянсы ҡулындағы гармунын тартып.
       - Бейейәсәкмен, бейергә барам... - тип һүҙ башлай ҡыҙҙар. Улар бөтә тауышҡа йырлай, хатта стеналар һелкенеп ҡуя. Бындай тауышҡа мәктәп стеналары тàð. Бындай талантҡа теләһә ҡайһы концерт майҙаны, хатта стадион буйһонор ине. Мәктәптең тамаша залы ашхана менән бергә урынлашҡан - йәш йырсылар өсөн был уңайлы. Ҡыҙҙар һәр йырҙан һуң сәй эсеп ала.
       - Эҫе сәй! Шәкәрһеҙ! - тип иҫкәртә коллектив етәксеһе Елена Йәғәфәрова.
       Әммә ашхана хеҙмәткәрҙәре "Кудринка"ға нимә кәрәк, үҙҙәре белеп тора.
       - Беҙ фонограммаһыҙ йырлайбыҙ, хатта репетиция ваҡытында күп көс түгәбеҙ, - ти ансамбль артисткаһы Алена Шибанова. - Тауыш ярылары тартыла, был вокалсы өсөн ҡурҡыныс. Шуға күрә сәй эсәбеҙ - ул тауыш ярыларын йылыта, һәм тауыш өҙөлмәй.
       Алена - коллективòà лидер. Ул көслө тауышҡа, нәфислеккә эйә, һәм ул сәхнәлә уйнарға ярата. Бынан тыш, Алена мәктәп эргәһендәге йәш диалектологтар клубына йөрөй. Хеҙмәт һөҙөмтәһе - йәй яҙылған тикшеренеүҙәр эше.
       - Халыҡ йырҙары моңло, - ти Алена. - Беҙҙең коллективта бөтә артистар ҙа талантлы, бөтәһен дә йырлай алабыҙ. Әммә фольклор айырыла. Ул шуның менән ҡыҙыҡ, халыҡ йырҙарында башҡарыу барышы буйынса импровизация хуплап ҡаршы алына.
       Ансамблдең почетлы миссияһы бар. "Кудринка" "Ивушка" ансамбле юлынан бара.
       Красный Яр ауылының танылған "Ивушка" хор коллективы сирек быуаттан ашыу эшләй, ә йырсылар үҙҙәренең артистарса эшмәкәрлеген Бөйөк Ватан һуғышына тиклем башлаған. Улар һәр ваҡыт йырлаған. Халыҡ йырҙары - ул күңел көҙгөһө, күңел йырлаһа, һәр саҡ урынлы. "Ивушка" коллективының репертуары сикһеҙ. Йырсылар йыр яҙҙырып ҡараны, ти Варвара Афанасьевна Жерновкова. Әммә һуңынан йыр яҙҙырыуҙы туҡтаттыҡ, сөнки текстар һаны йөҙҙән ашып китте.
       - Беҙ төрлө йырҙар башҡарабыҙ. Репертуарҙа һағышлы, мөхәббәт, күңелле йырҙар бар. Беҙ башҡарған таҡмаҡҙарҙың иҫәбе-һаны юҡ, - ти артистка Лидия Александровна Скорнякова. - Йәштәргә ҙур әҙерлек менән тәжрибә тапшырабыҙ.
       - "Кудринка" "Ивушка" юлынан барыусы булараҡ киң танылыу яуланы, - ти Алена Шибанова. - Беҙ йыш ҡына өләсәйҙәргә барабыҙ, йырҙың һүҙҙәрен яҙып алабыҙ. Бергә йырлайбыҙ.
       Лидия Александровнала ике фольклор коллективы йыйыла. Варвара Жерновкова бындай тәжрибә уртаҡлашыуҙы боронғоса - "кисәләр" тип атай. Фольклор коллективтары әңгәмә ҡора, сәй эсә, ә һуңынан артабан нисек йырлау тураһында һөйләшә башлай.
       - Йәштәр, һеҙҙең менән йыр башҡарыу еңелдән түгел, - ти Варвара Афанасьевна. - Беҙ һирәк йырлайбыҙ, ә һеҙ йыш. Һеҙҙең арттан өлгөрөп булмай. Ашыҡмағыҙ.
       "Ивушка" коллективы бөгөн башҡарасаҡ йыр һайлай - "Һай-һай, ай яҡтырта" һәм "Ҡамсы".
       "Һай-һай, ай яҡтырта" - моңһоу йыр, унда тол ҡатындың һәм уның ҡыҙының ауыр яҙмышы тураһында йырлана. Лидия Скорнякова - солист. Уның йырҙы һуҙып башлауы була, күҙҙәр йәш менән тула. Лидия Александровна, рус йыры кеүек, - хисле, сағыу. "Кудринка" ҡыҙҙары әкрен генә йырға ҡушыла - йыр башҡарыу өсөн ауыр. Йырҙы дөрөҫ башҡарыу өсөн, талант ҡына аҙ, бындай йырҙар тормош тәжрибәһе булғанда йырлана.
       "Ҡамсы" - дәртле, ирониялы йыр, ул ялҡау кәләш тураһында.
       - Күңелле йырҙарҙы аяҡ өҫтө тороп йырларға кәрәк, - ти Лидия Скорнякова.
       - Йырлаған ваҡытта тыпырҙатып бейеп алыу ҙа урынлы, - тип өҫтәй Варвара Жерновкова.
       "Кудринка" ҡыҙҙары ысын күңелдән йырлай. Ике коллектив та халыҡ йырҙарын һаҡлай һәм пропагандалай, улар музыка яғынан оҙатыуһыҙ башҡарыла.
       - Боронғо рус алымдары ауыр, улар импровизацияға бай. Был йырҙың мелодикаһын бер ниндәй музыка ҡоралы тапшыра алмай, - ти "Кудринка" ансамбле етәксеһе Елена Йәғәфәрова. - Башҡарыу алымында иң мөһиме - йүнәлеш. Солисты аңларға, уның йырына көйләнергә кәрәк.
       Китаптар һәм ноталар буйынса быға өйрәнеп булмай. Шуға күрә "Кудринка" ҡыҙҙары өлкән быуын йырсылары менән кәңәшләшә. "Ивушка" коллективы ауыл мәҙәниәт йортонда сығыш яһай. Ә "Кудринка" ансамбленең йәш йырсылары республика буйынса гастролгә сыға, төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша. Мартта ансамбль үрнәк исемен яҡларға тейеш.
       - Беҙҙең коллектив үҙенсәлекле, дәртле, - ти Алена Шибанова. - Беҙ өлкән быуын йырсыларынан тәжрибә үҙләштереп кенә ҡалмайбыҙ, әммә башҡарған йырҙарыбыҙ менән дә популярлыҡ яулайбыҙ. "Кудринка" башҡарған йырҙар тамашасыларҙың күңелен арбарлыҡ көскә эйә.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал