6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Пережогинды ҡараясаҡтар
18.03.09


       Беҙ Рәсәй йыйылмаһы тренерҙар штабы вәкиле Игорь Захаркин менән бәйләнешкә индек. Тренер менән аралашыу "һорау-яуап" рәүешендә барманы, ә үҙенсәлекле мини-дискуссия килеп сыҡты. Шуға ҡарамаҫтан, ябайлыҡ өсөн бөтәһен дә һорау һәм яуап рәүешендә бирергә булдыҡ.
       - "Салауат Юлаев" составынан 2008-2009 миҙгеленә милли команда йыйылмаһына кем саҡырыла?
       - Беҙ Вячеслав Быков менән һеҙҙең уйынсылар тураһында хәбәрҙар һәм шундай һығымтаға килдек: "Салауат Юлаев" уйынсылары плей-офф серияһынан төшөп ҡалыуға ҡарамаҫтан, беҙ һыналған оҫталарҙы юғалтырға тейеш түгел. Эш шунда, йыйылмала бер ни тиклем башҡа шарттар була - был үҙенә башҡа уйын. Ярашлы рәүештә, Өфө командаһы хоккейсылары яҡшы сығыш яһай ала. Омскиҙың "Авангард"ына ҡаршы уйнаған кеүек түгел...
       - Һүҙ кем тураһында?
       - Әлбиттә, ул Александр Еременко һәм Алексей Терещенко. Улар һыналған һәм ышаныслы уйынсылар. Беҙ Александр Радуловты ла саҡырасаҡбыҙ.
       - Ә Виталий Прошкин?
       - Әлбиттә, шулай уҡ Виталий Прошкин да! Беҙ уға иҫәп тотабыҙ.
       - Ә башҡа уйынсылар...
       - Был миҙгелдә милли команда өсөн уйнаған Олег Твердовский оҡшаны. Уны ла саҡырасаҡбыҙ. Проблема шунда, уға алған йәрәхәте ҡамасауламаҫ микән. Һәм Александр Пережогин...
       - Әммә һуңғы ваҡытта Пережогин "Салауат Юлаев" командаһын ҡыуандырмай түгелме?
       - Уны тағы бер тапҡыр ҡарарға булдыҡ, үҙен нисек күрһәтер. Һуңғы уйындарҙа яҡшы уйнамаһа ла, әммә беҙҙең планда шулай уҡ уны саҡырыу һәм мөмкинлек биреү ҡарала.
       Күреүебеҙсә, йыйылма тренерҙары милли команданың һыналған уйынсыларына мөмкинлек бирә. Бынан тыш, остаздар Твердовскийға иҫәп тота һәм Пережогинға мөмкинлек бирә. Был хоккейсылар - бәхетлеләр һәм даланлылар. Улар, бәлки, Рәсәй данын яҡлар.
       Уңмаған "юлаевсылар" ҙа бар бит. "Юлаевсылар"ҙың плей-оффтан төшөп ҡалыуы башҡа хоккейсыларҙың - йыйылмаға кандидаттарҙың өмөтөнә аяҡ салды булдымы? Һүҙ Андрей Таратухин, Владимир Антипов, Игорь Радулов, Андрей Кутейкин һәм башҡалар тураһында. Үкенесле, әммә бер ни эшләп булмай. Команда шулай сығыш яһаны...
       Ҡапҡа һаҡсыһы Александр Еременкоға шылтыраттыҡ. Ул, әлбиттә, әйтеп бөткөһөҙ шат ине һәм тырышырға вәғәҙә итте. Башҡа кандидаттар яуап биреүҙән баш тартты. Был аңлашыла - плей-офф серияһында еңелеүҙән һуң, кемдең журналист менән аралашаһы килһен инде...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал