6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Цирк

"Джуманджи"ға рәхим итегеҙ!
17.03.09


       "Джуманджи" тигән билдәле кино уйынында тамашасыларҙы иң элек хайуандарҙың ваҡытта һәм киңлектә күсеү мөмкинлеге түгел, ә урбанистик пейзажға сыҡҡан хайуандарҙың һанап бөткөһөҙ булыуы таң ҡалдыра. Өфө циркында барған яңы программала шул уҡ хәл.
       Дөрөҫ, төрлө хайуандар тере тәбиғәттә мөғжизә тип атаëған ҡылыҡтарын äà аренала күрһәтә. Ә бына төрлө төҫтәге ут техникаһы һәм лазер ҡоролмалары менән берәйһен аптыратам тимә, тамашасы ҡатып ҡалһын, ә аҙаҡ һоҡланыуҙан сырылдаһын өсөн улар сифатлы һәм көслө булырға тейеш. "Джуманджи" программаһын Ырымбур дәүләт циркы директоры Евгений Терещенко уйлап тапҡан һәм йыйған. Уның ҡатыны Виктория бер нисә номер менән күнектереүсе амплуаһында сығыш яһай.
       Дүрт йәшлек гиппопотам Светик төп герой булып ҡала, ул сығышы менән Калининград зоопаркынан. Ул өс йәшенә тиклем, ата-әсәһе кеүек - көл төҫлө һәм күркһеҙ, ә аҙаҡ алһыулана башлай. Баҡһаң, ул төҫө менән ҡарт олатайҙың атаһына оҡшаған, ярты тонналыҡ артист кемдән зирәклек һәм изгелек алған, уныһын хатта ҡулға өйрәтеүсе лә белмәй.
       - Ул иркә, үбешә, төкөрөкләй. Ә иң мөһиме, - һирәк осраҡ, ул эттәргә оҡшап, ҡулға өйрәтеүсенең тауышын тыңлай. Уға "офф" тип әйтһәң - бишенсе нөктәгә ултыра, - ти Виктория Терещенко. Был һүҙҙә генә еңел күренә, әммә Светик, ул зоопарк хеҙмәткәре исемен йөрөтә, был трюкты үҙе уйлап тапҡан. Гиппопотам эттәрҙең хәрәкәтен ҡабатлаған, улар аренала бергә репеция үткәргән.
       Манеждың алһыу йондоҙо, перспективала ун йәшендә уның ауырлығы өс ярым тоннаға етеүе ихтимал, ашауға талымһаҡ түгел. Меню ғәҙәти - йәшелсә һәм еләк-емеш, йәки бесән.
       - Ул аҡ булка ярата. Уны күрһә, осоп китергә әҙер. Апельсинды яратмай, - һыу үгеҙе сере менән уртаҡлаша Виктория Терещенко.
       Һыу үгеҙе менән компанияла, телевидение рекордына беренсе кандидат булып, башҡа далала һәм сүллектә йәшәүселәр - ҡалмыҡ дөйәләре сығыш яһай. Улар араһында иң мөһиме - Федор. Ирле-ҡатынлы Володиндар дөйәне рюкзак йөрөтөргә һәм ҡулға өйрәтеүсенең халатын сисергә өйрәткән. Әммә балаларға ике үркәсле артистарҙың аренала аунаҡлап һәм, көйһөҙләнеп, аяҡ болғауҙары оҡшай.
       Әкиәт тамашаһында ҡатнашҡан башҡа персонаждарға килгәндә, йыландар тутыйғоштар йәшәгән мөхитте үҙләштергән. Терещенколар осоусы питомдар һәм анакондар менән үҙенә күрә берҙән-бер фокус күрһәтте. Һөйрәлеүселәрҙе ҡалын сыбыҡтан металл шарға урынлаштыралар, ә ул тамашасылар башы өҫтөндә әйләнә.
       - Иң ҡыйыны - һөйрәлеүселәрҙе һауала торорға өйрәтеү, уларҙың шул тиклем аҫҡа төшәһе килә, - ти ҡулға өйрәтеүселәр. Әììә уларҙың ныҡышмалылығы дәртләндерелде, нәҡ ошо номер Гиннес рекордтар китабының Рәсәй аналогына индерелде.
       Маймылдарға килгәндә, үҙенә башҡа һөйләшеү. Циркта был десерт кеүек, әммә уны әҙерләү ҡатмарлы. Уларҙы әрләү һәм дөмбәҫләү файҙаһыҙ, артистар кәсебе оҡшай икән - сығыш яһаясаҡтар. Көслө лапундер Чип (сусҡа ҡойроҡло макака) ҡулсала осоп ҡына ҡалмай, флагты аяғында тотоп, тамашасыларға ауыҙ ҡыйшайтырға өлгөрә.
       "Джуманджи" программаһына акробат-эквилибристар, жонглерҙарҙың ғәҙәти цирк жанрҙары йәм өҫтәй. Светлана Косырева етәкселегендә һауа гимнастары төркөмө башҡаларҙан ситтә - цирк көмбәҙе аҫтында бишәү ñûûø ÿšàé. Эквилибрист Евгений Петров Өфө циркында беренсе тапҡыр ò¼ãåë, ул Рәсәйҙә "áàòûðëûº тәгәрмәсе" яңғыҙ номерҙы берҙән-бер башҡарыусы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал