6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Монополияға ҡаршы сәйәсәт

Араҡыға "дүртле"
17.03.09


       Ошо көндәрҙә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары - статс-секретарь Андрей Цариковский "тикшереү" сәфәре менән республикаëà булып китте. Эйе-эйе, аптырамағыҙ, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәтенең эше көйләнгән һәм һөҙөмтәле булырға тейеш бит, һәм "урындарҙа" даими тикшереүһеҙ бер нәмәгә лә ярамай. 82 территориаль идаралыҡ - был уйын түгел!
       Әйткәндәй, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ил буйынса икенсе йыл рәттән беренсе урынды биләй. Ә рейтингта урындарҙы һанау 38 параметр буйынса алып барыла. Бында идаралыҡтың бөтә эше иҫәпкә алына, һәм бында беренсе урынды алыу үтә лә ауыр. Теләһә ниндәй ведомство эшендә закон нигеҙе мөһим.
       - Сит ил кешеләре: "Һеҙ кемдең секретары?" - тип һорай ҡай саҡ. Ғәмәлгә килгәндә, "статс" тигән серле приставка төҙөлгән норматив өсөн тулыһынса яуап биреүҙе аңлата, - ти Андрей Цариковский. - Бында һүҙ, миҫал өсөн, монополияға ҡаршы икенсе пакет тураһында бара, ул бик күп файҙалы һәм актуаль үҙгәрештәрҙән тора.
       Беренсенән - бөгөн беҙ таҙа структура талаптарынан өҫтөнлөк алыу сигенә китә башланыҡ. Хәлдәр түбәндәгесә: баҙарҙа һинең 35 процентың бар икән, һин - өҫтөнлөк алыусы компания, юҡ - һәм һин бер нәмәгә лә яуаплы түгел. Мәҫәлән, йыш ҡына бөтә ҡалаға шарттарҙы көслөп таҡҡан сауҙа селтәрҙәре тәртибен нисек баһаларға? Һүҙ ҡуйышып һәм баҙарҙың ҙур өлөшөн биләгән айырым компанияларҙың хужаларын нисек атарға? Тейешле ҡануниәтһеҙ - һис ҡайҙа. Шуға күрә беҙ монополияға ҡаршы яңы пакетта процентлы талаптарҙан арынабыҙ һәм яңы төшөнсә - "баҙарҙың йәшәү көсө", "баҙар власы" тигән билдәләмә индерәбеҙ.
       Башҡа үҙгәрештәр ҙә күп, мәҫәлән, административ кодекста. Чиновникты дисквалификациялау кеүек статья барлыҡҡа килде. Элек, һүҙ дисквалификация тураһында барғанда, ул хужалыҡ итеүсе объекттарҙа була ала, ә чиновниктар был билдәләмәгә эләкмәй ине. Хәҙер дәүләт хеҙмәткәре вазифа биләү хоҡуғынан бер нисә йылға мәхрүм ителеүе ихтимал. Был мөһим сара - күп һанда боҙоуҙар, уларҙы бөгөн Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт асыҡлай, - был власть органдары эшендәге боҙоуҙар.
       Һәм, ниһайәт, өсөнсө йүнәлеш, бәлки, иң ҡатыһылыр - ул монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған өсөн енәйәт яуаплылығы. АҠШ-та, мәҫәлән, был яҙыҡлыҡ, һалымдар түләмәүгә ҡарағанда, етди һанала. Көнбайыш стандарттарына яҡынлашырға һәм Енәйәт кодексы статьяларына үҙгәрештәр индерергә ваҡыт етте. Дөрөҫөрәге, улар бар, әммә эшләмәй тиерлек. Монополияға ҡаршы икенсе пакет үҙ көсөнә ингәндән һуң, картель һүҙ ҡуйышыу иҫбатланһа, иректән мәхрүм итеү алты йыл тәшкил итеүе ихтимал.
       Әммә былар бөтәһе лә - әлегә киләсәк өлкәһенән проекттар. Республикала хәлдәр нисек? Урындағы матбуғат быны асыҡларға  тырышты:
       - Андрей Юрьевич, хужалыҡ итеүсе объекттарҙа финанс көрсөгө нисек? Һеҙҙең ҡарашҡа, ҡайҙа боҙоуҙар күп?
       - Ҡайһы бер етәкселәрҙә (шул иҫәптән Башҡортостанда ла) протекционистик сәйәсәт үткәреү теләге барлыҡҡа килә. Был бөтә ил өсөн уртаҡ проблема, һәм тотороҡлоҡ һаҡлау теләгендә бер ниндәй ҙә хурлыҡ юҡ. Әммә, беҙҙең ҡарашҡа, был Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә зыян килтерергә тейеш түгел. Беҙ был хәлде иғтибар менән күҙәтәсәкбеҙ.
       Хаҡтарҙың артыуына бәйле һорауҙар күп, улар "тигеҙ урында", көрсөк шауҡымы аҫтында барлыҡҡа килә. Кешеләр "болғансыҡ һыуҙа балыҡ тоторға" теләй. Беренсе сиратта һүҙ аҙыҡ-түлек продукттарына һәм яғыулыҡҡа хаҡтар тураһында бара. Үткән йылдың декабрендә, миҫал өсөн, нефть компаниялары буйынса бер нисә ҡарар ҡабул ителде һәм 300-гә яҡын эш ҡуҙғатылды. Элек беҙ күмәртәләп һатыу хаҡтарын тикшерһәк, ә хәҙер ваҡлап һатыу хаҡтарын тикшерåүгә яйлап күсәбеҙ. Бында ҡоро статистика күрһәткестәре генә түгел, ниндәйҙер мәғәнәлә тере мониторинг, йәғни бензоколонкаларға барыу файҙалы. Мин Башҡортостанға килгәс, иң тәүҙә бензинға хаҡтарҙы ҡараным. Был насар һөҙөмтә түгел. Әммә минең уйымса, нефть эшкәртеү сәнәғәтенең ҙур өлөшөн туплаған төбәк өсөн бензин хаҡы бер аҙ түбән була ала. Һәр хәлдә, һуңғы һығымтаны яһарға тура киләсәк.
       Аҙыҡ-түлек баҙарында ла проблемалар етерлек, һәм һүҙ, башлыса, төшөмдө ғәҙел бүлмәү тураһында бара. Һатып алыу селтәрҙәре етештереүселәр өсөн хаҡты элекке кимәлдә һаҡлап, үҙҙәренең продукцияларын ебәреүгә хаҡтарҙы күтәрә. Хаҡтар арта, ә етештереүсе зыян күрә. Йәки башҡа хәл - сауҙа селтәрҙәре (миҫал өсөн, Мәскәү) урындағы етештереүселәрҙән ниндәйҙер мәғәнәһеҙ шарттарҙы үтәүҙе талап итеп, улар өсөн баҙарҙы яба.
       - Көрсөк шарттарында Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең роле нисек үҙгәрә?
       - Бөгөн эштәр һаны хәтһеҙ артты. Эш шунда, ауыр финанс шарттарында күптәр бер нигә ҡарамай төшөм алырға тырыша. Төрлө килешеүҙәр күп (уларҙы иҫбатлауы ла ауыр), "баҙарҙы катализациялау" көсәйә бара. Өҫтөнлөк алыусы 2-3 ойошма баҙарҙы биләһә, улар "әйләнмә һөжүмен" үҙенә ала. Элек улар бәләкәй компаниялар менән баҙар киҫәге менән бүлешә ине, ә хәҙер уҫмаҡлауға юл ҡуйыла. Бындай шарттарҙа беҙҙең ведоìствоның роле мөһим. Быны Дәүләт Думаһы ла, Хөкүмәт тә аңлай, һәм шуға күрә монополияға ҡаршы икенсе пакет барлыҡҡа килде, ул беҙгә ҙур вәкәләттәр бирә. Эш көсәйә, был миллиардтар тәшкил иткән штрафтар күләме буйынса ла күренә.
       - Һеҙ төбәккә килгәс, ике урында булаһығыҙ - АЗС һәм аҙыҡ-түлек магазинының шарап бүлегендә. Алкоголь буйынса ҡануниәтте үтәүгә һеҙҙең ҡараш?
       - Уртаса һәм ҡиммәт спиртлы эсемлектәр төркөмөндәге хәл миндә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Унда бөтә төбәктәрҙең маркыларын һайлап алырға була. Осһоҙ алкоголь продукция өлкәһендә урындағы етештереүселәр өҫтөнлөк итә. Әммә был хәлде аҡлап була - был төбәктә етештерелгән алкоголдең осһоҙ сорты, башҡа ерҙән килтерелгәнгә ҡарағанда, һәр саҡ осһоҙ була. Башҡа төбәктән осһоҙ араҡыны индереүҙән ни мәғәнә? Бында транспорт сығымдары ла, һәм күп һанда аралашсылар ҙа бар бит. Шуға күрә һеҙҙең идаралыҡҡа минус дүрт билдәһен ҡуйып була. Әгәр алкоголдең осһоҙ сортына минең шикләнеүҙәр аҡланмаһа, ул саҡта плюс дүрт. Мәскәү менән Башҡортостандың сауҙа селтәрҙәре ассортиментын сағыштырып ҡарарға кәрәк, әгәр уларҙа оҡшашлыҡ бар икән - тимәк, бөтәһе лә тәртиптә.
       - Автобустарҙа рекламаны тыйыу тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
       - Һүҙ тауышлы реклама тураһында ғына бара. Был закон проектын беҙ Дәүләт Думаһында әүҙем күтәрәбеҙ һәм аңлашыу табабыҙ. Граждандарҙан да был проблема буйынса хаттар килә. Әгәр депутаттарҙан берәйһе беҙҙе хупламаһа, уны электричкала йәки автобуста мәжбүри "йөрөтәсәкбеҙ". Ғөмүмән беҙҙең ведомствола ике ярҙамсы - журналист һәм халыҡ.
       - Магазиндар (мәҫәлән, косметика һәм дарыу селтәрҙәре) иҫке курс буйынса һатып алынған продукцияға хаҡтарҙы нигеҙһеҙ арттыра. Бындай осраҡта нимә эшләргә?
       - Үкенескә ҡаршы, косìетика продукцияһына килгәндә, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт бер ни ҙә эшләй алмай. Был юғары конкуренциялы баҙар, бында бер генә компания өҫтөнлөк алмай. Дарыуҙар баҙарында ла шундай уҡ хәл.
       - Коллегам бер нисә йыл дауамында линза һатып ала, улар хәҙер ике тапҡырға ҡиммәтләнде. Өҫтәүенә был продукцияның аналогы юҡ. Нимә эшләргә?
       - Баҙарҙа аналогы булмаған тауар бар икән, тимәк, был конкурентлы баҙар түгел. Һәм линза һатҡан предприятие өҫтөнлөк алыу менән шөғөлләнә. Һеҙҙең коллега Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә мөрәжәғәт итә ала. Йөҙ етештере¼се булған ерҙә социаль ғәҙелһеҙлеккә ялыу биреп була, әммә бер ни эшләп булмай. Һуҡранырға һәм оноторға ҡала!

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал