6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Алексей Пашков - рус һалдаты
17.03.09


       Өфөлә мемориаль таҡталар күп, уларƒû¾ һаны билдәһеҙ. Мемориаль таҡталар күренекле кешеләр è¿òœëåãåíœ ҡуйыла, әммә күптәр уларҙың биографияһы менән таныш түгел. Өфөлә Коммунистик урамында, Владимир Маяковский скверы янында, мемориаль таҡта ҡуйылған бина бар: "1960-1998 йылдарҙа был йортта Советтар Союзы Геройы Алексей Федорович Пашков йәшәгән". Бындай кешеләр тураһында уларҙың хәрби батырлыҡтарын тасуирлау буйынса ғына беләләр. Алексей Пашковҡа мемориаль таҡта асылған ваҡытта күршеләре уның тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Пашков баҫалҡы, һөйкөмлө кеше булған. Ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тыныс тормошта йәшәргә хыялланған.
       Алексей Федорович, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эшен ташламаны, тип хәтерләй пенсионер Галина Кудрявцева. Алексей Федорович ҡатыны Пелагея Федосовна менән һис бер эшһеҙ торманы. Һәм үҙенең һуңғы йәйен, үлер алдынан 1998 йылдың 15 ғинуары, көс алыу өсөн ул баҡсаһында эшләгән.
       Советтар Союзы Геройы йыл миҙгеленә ҡарап тормаған, ул ҡышын һәм йәйен үҙе йәшәгән йорт ихатаһын төҙөкләндергән. Алексей Федорович кешеләр тураһында уйлаған, уларға ҡулынан килгән тиклем ярҙам иткән. Пашков саф кеше булды, изгелеêëå һәм ярҙамсыл áóëûóû менән кешеләрҙә өмөт уятты, ти уның күршеләре. Ә уларға ышанмау мөмкин түгел, сөнки улар утыҙ йылдан ашыу Пашков менән бер йортта йәшәгән.
       Алексей Федорович Пашков 1920 йылдың 17 мартында Дыуан районының Атау ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1940 йылдың октябрендә Алексей Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Дыуан районынан шулай уҡ Александр Гордеев, Степан Михляев, Анатолий Сафонов, Александр Чухарев фронтҡа китә. Улар бөтәһе лә, Алексей Пашков кеүек, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
       Сержант Алексей Пашков Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Ул фронтҡа ебәреүҙәрен үтенә, рапорт бирә, әммә бушҡа. 1942 йылдың декабрендә уны кесе командирҙар төркөмө менән Мәскәүгә, курсҡа ебәрәләр. 1943 йылдың ғинуарында Алексей Пашков артиллерия тубы командиры булараҡ фашистар менән һуғышта ҡатнаша.
       1943 йылдың октябрендә Днепрҙағы һуғыш Пашковтың хәтерендә ҡала. Нәҡ ошо һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн ул Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
       Беҙ традициянан тайпылмайбыҙ һәм яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында һөйләйбеҙ. Фронт документтарына күҙ һалабыҙ. Уларҙа былай тиелә:
       "5-се гвардия артиллерия полкының орудие командиры гвардия сержанты А.Ф. Пашков 1943 йылдың 1 октябрендә Днепропетровск өлкәһе Перевалочная ауылы янында үҙенең орудие расчеты менән бергә Днепр йылғаһы аша сыға. Ул Днепрҙың көнбайыш ярында плацдармды киңәйтеү ваҡытында орудие уты менән беҙҙең пехотаның уңышлы алға барыуын тәьмин итте.
       1943 йылдың 1 октябренән 14-енә тиклем Пашков расчеты дошмандың алты танк һөжүмен тар-мар итеүҙә ҡатнашты, өс танкты, ике бронемашинаны, снарядтар менән биш автомашинаны юҡ итте.
       1943 йылдың 14 октябрендә сержант Пашковтың орудие расчеты ҡамауға эләгә, әммә фашист танкылары орудиены юҡ иткәнгә тиклем ут туҡталмай. Алексей Пашков һуғышсылар төркөмө менән гранаталар һәм яндыра торған ҡатышмалар шешәләре менән дошмандың ике танкыһын яндыра.
       1943 йылдың 20 декабрендә Алексей Пашковҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә".
       Һуғыш дауам итә. Гвардия сержанты, Советтар Союзы Геройы, рус һалдаты Алексей Федорович Пашков совет ғәскәрҙәре менән бергә Көнбайышҡа бара. Уға уҡырға мөмкинлек бирәләр, 1945 йылда танк училищеһын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, ул Ҡораллы Көстәр сафында ҡала. 1949 йылда офицер составын камиллаштырыу курсын тамамлай. Капитан була.
       1960 йылда ошо званиела запасҡа китә, Башҡортостанға ҡайта. Өфөлә йәшәй. 1-се һанлы автохужалыҡта, авиация институтында, Өфө аяҡ кейеме фабрикаһында, төҙөлөш трестында, газ компанияһында хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер булып эшләй.
       Герой үҙе хаҡында яҡты иҫтәлек ҡалдырҙы. Уның күршеһе әйткән һүҙҙәр, был һүҙҙәр мемориаль таҡта ҡуйған ваҡытта яңғыраны, онотолмай:
       - Алексей Федорович кеүек кешеләр күберәк булһын ине, - тормош та матур булыр ине.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал