6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Дәүләт контроле

Интернатты яптылар
16.03.09


       Мәктәп интернаты янғын хәүефһеҙлегенә тикшереү үтә алманы. Суд ҡарары менән уның эшмәкәрлеге туҡтатылды, ә директор административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
       Һүҙ Шишмә районы Дурасау ауылының мәктәп эргәһендәге интернат - урындағы дөйөм белем биреү мәктәбенең структура подразделениеһы - тураһында бара. Шишмә районы прокуроры Рәбис Еникеев "БАШвестЪ" гәзитенә хәбәр итеүенсә, тикшереү барышында асыҡланыуынса, интернат стеналары һәм иҙәне эвакуациялау юлында тиҙ яныусан материал менән ҡапланған, бина автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы, янғын осрағында кешеләргә хәбәр итеү системаһы менән йыһазландырылмаған.
       - Интернатта даими 17 бала йәшәй, янғын ҡағиҙәләрен үтәмәү уларҙың тормошоíà һәм сәләмәтлегеíœ ҡурҡыныс ÿíàé, - ти Еникеев.
       Район прокуратураһы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса судҡа "Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу" Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 20.4 статьяһы буйынса учреждениеның эшмәкәрлеген туҡтатыу һәм мәктәп директорын административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ҡарар ебәрҙе. Суд прокуратура талаптарын ҡәнәғәтләндерҙе. Учреждение эшмәкәрлеге 20 көнгә туҡтатылды, ә директор ғәйепле тип табылды.
       Әле төбәктең бөтә социаль учреждениеларында янғын хәүефһеҙлеге тикшерелә. Коми Республикаһындағы фажиғә пландан тыш тикшереүгә сәбәп булды. Унда ағымдағы йылдың февралендә ҡарттар йортонда сыҡҡан янғын 23 кешенең ғүмерен өҙҙө.
       Атап әйткәндә, Шишмә районында әлеге мәлдә тәүлек әйләнәһенә балалар, инвалидтар һәм өлкәндәр булған махсус учреждениеларҙа тикшереү үткәрелде. Тикшереүҙәр барышында бер нисә бинала боҙоуҙар асыҡланды. Улар араһында балалар приюты бинаһы šœì Шишмә районы "Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекс үҙәге" дәүләт учреждениеһы îëîëàð šœì инвалидтарҙың ваҡытлыса йәшәү бүлексәëœðе, район үҙәгендә урынлашҡан 5-се мәктәп, "Алкин" республика туберкулезға ҡаршы балалар санаторийы бар, уëàðƒà автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы ýøëœìœé, ә запас сығыу ишектәре йоҙаҡҡа бикләнгән.
       Был учреждениеларƒû¾ етәкселәре административ яуаплылыҡҡа тарттырылды һәм улар штраф түләргә, һәм, әлбиттә, асыҡланған боҙоуҙарҙы бөтөрөргә тейеш.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал