6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Ïàðëàìåíòòà

Аҡсалар. Янырмы йәки ағып бөтөрмө?
16.03.09


       БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитетының ултырышы ике сәғәт дауам итте. Быға сәбәп - республика халҡынан килгән хаттар. Хат авторҙары тариф сәйәсәтенә һәм нигеҙһеҙ ҙур түләү суммаларына зарлана.
       Берәүҙәр, фатирҙа һыу счетчигы бар, әммә фатир хужаһынан подвалда аҡҡан һыуҙы юғалтыу өсөн барыбер хаҡ алалар, тип зарлана. Икенселәр, күрше генә урамда йәшәйбеҙ, әммә квитанцияла йылылыҡҡа хаҡ төрлөсә килә, тип яҙа. Өсөнсөләр - подъезда дөйөм ҡулланыу урындары (лифт, коридорҙы яҡтыртыу) өсөн күп түләй.
       Хат авторҙары ғәҙеллекте талап итә. Шуға күрә депутаттар ултырышҡа Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Валентин Александровты, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Дамир Акамовты, Башҡортостан Энергия һатыу компаниялары директоры урынбаҫары Виктор Михадюкты саҡырҙы. Кешеләр ни өсөн артығын түләргә мәжбүр? Ойошма вәкилдәренән аныҡ яуап көтәбеҙ.
       "Халыҡ өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә һәм энергияға булдырылған тарифтар тураһында һәм уларҙы идара итеүселәр һәм һатыу ойошмалары тарафынан ҡулланыу" - был мәсьәлә ултырышта тикшерелергә тейеш ине.
       Әммә ҡуйылған һорауға аныҡ яуап булманы. Ултырышҡа саҡырылған ойошма вәкилдәре билдәле мәҫәлдән аҡҡош, ҡыҫала һәм суртанды телгә алды. Һәр береһе үҙенекен иҫбатланы.
       Валентин Александров тарифтарҙың үҫеш принциптарын аңлатып, эш буйынса аныҡ һөйләне.
       - Беренсенән, инфляция, - тине ул, - унан бер ҡайҙа ла китеп булмай. Ул тарифтарҙың үҫешенә 12-13 процент бирә. Икенсенән, яғыулыҡҡа хаҡтарҙың үҫеше. Яғыулыҡ - ул газ. Был хаҡ, инфляцияға ҡарағанда, тиҙерәк үҫә. Һәм тарифтарҙың үҫешенә тағы 7-8 процент бирә.
       Был тарифтарҙың тәбиғи үҫеше, - тип һанай Александров, - ул 17-19 процент тәшкил итә. Әммә 2009 йылдың үҙенсәлеге шунда, "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды тураһында" 185-се федераль законға ярашлы торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау башлана. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары был законды уйламайса ҡабул иткән һәм 2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем èêå ÿºëàï ñóáñèäèÿëàóƒû кәметеү темпын һалған.
       Иêå ÿºëàï ñóáñèäèÿëàó - ул төрлө төркөм ҡулланыусылар араһында хаҡтар йөкләмәһен яңынан бүлеү иҫәбенә тауар һәм хеҙмәттәр производствоһына дөйөм сығымдарҙан артҡан хаҡтарҙы билдәле кимәлдә теркәү. Йәғни, миҫал өсөн, сәнәғәт предприятиелары шул уҡ һыуға һәм йылылыҡҡа, халыҡҡа ҡарағанда, күберәк түләй.
       - Èêå ÿºëàï ñóáñèäèÿëàóƒû йылдар дауамында туплағанäàð, ә беҙҙең депутаттар ҡағиҙә раҫлаған, уның буйынса èêå ÿºëàï ñóáñèäèÿëàó ике йылдан һуң юҡҡа сығырға тейеш. Уны бөтөрмәһәгеҙ ҙә була, - тинеләр муниципаль берәмектәргә, әммә ул саҡта һеҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға аҡса алмаясаҡһығыҙ. Муниципаль берәмектәргә нимә эшләргә? Иêå ÿºëàï ñóáñèäèÿëàóƒû юҡҡа сығарыу графиктарын төҙөргә тура киләсәк.
       Башҡортостанда графиктар түбәндәгесә төҙөлгән: тарифтарҙың 17 процент тәбиғи үҫешенә иêå ÿºëàï ñóäñèäèÿëàóƒû 15 процентҡа кәметеү өҫтәлгән.
       - 185-се закон көрсөккә тиклем ҡабул ителеүен иҫәпкә алып, бөгөн Дәүләт Думаһына был законды ҡайтанан ҡарау һәм иêå ÿºëàï ñóáñèäèÿëàóƒû 2011 йылда түгел, ә 2014 йылда юҡҡа сығарыуҙы ҡараған үҙгәрештәр индереү талабы менән мөрәжәғәт итеп була, - тип һанай Валентин Александров.
       БР Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе ағымдағы йылдың беренсе кварталына тарифтар буйынса отчет бирҙе. Йылылыҡ, һыу, газ менән тәьмин итеү һәм башҡаларға тулыһынса тарифтар үҫеше 125,9 процент тәшкил иткән. Былар нисек барлыҡҡа килә? Йылылыҡ менән тәьмин итеү - республика буйынса уртаса 128,8 процент. Республиканың төрлө райондарында (иҫәпләү системаһы юҡҡа сыҡмаған урындарҙа) 115-тән 131 процентҡа тиклем. Йылы һыу менән тәьмин итеү - 128,8, һалҡын һыу - 130,8, šûó á¼ëãåñ - 142,9, электр менән тәьмин итеү - 125,4, газ - 110,3. Башҡортостанда газдың бер кубометры - 158 тин. Волга буйы федераль округында Башҡортостан икенсе урында тора. Ырымбур өлкәһендә генә 156 тиндән кәмерәк, әммә унда үҙҙәренең газ конденсат заводы һәм ҡуйыу башҡа хаҡтар бүлкәте буйынса атҡарыла. Урал округы буйынса - Силәбе өлкәһендә - 168 тин, Свердловск өлкәһендә - 201 тин, Татарстанда - 207 тин, Ҡурған өлкәһендә - 236.
       Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Дамир Акамов үҙенең сығышында 185-се закондың етешһеҙлектәрен телгә алманы.
       - Беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡта баҙар принциптарына күстек. Ул оҙаҡ йылдар дауамында аҡсалата ярҙам алды. Бөтә ҡулланыусылар ҙа хеҙмәттәр өсөн бер тигеҙ түләргә тейеш - был баҙар талабы. 185-се закон бер ниндәй ҙә яңылыҡ индермәне. Уны торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ҡабул ителгән закондарҙың үтәлешен тәьмин итеү өсөн булдырҙылар.
       Дамир Акамовтың ҡалған телмәре бер фекергә ҡайтып ҡалды - фатирҙа йәшәүселәр үҙҙәре ғәйепле. Улар торлаҡты тотоуҙа яуаплы. Граждандар идара итеүсе компания эшенең сифаты менән ҡәнәғәт түгел икән, был компания хеҙмәттәренән баш тартырға һәм икенсеһен һайлап алырға кәрәк. Был тезис төрлө контекстарҙа күп тапҡырҙар ҡабатланды.
       Әммә депутаттар был фекер менән ризалашманы.
       - Ябай граждандар бының менән шөғөлләнерме һуң? Бәлки, бәйләнгән булыуҙы алмаштырырға ваҡыттыр? - тип һораны комитет рәйесе урынбаҫары Дмитрий Купцов. - Идара итеүсе компаниялар фатирҙа йәшәгәндәргә бәйләнгән булырға тейештер, бәлки?
       Комитет рәйесе Наил Ҡотлоғилдин уны хупланы.
       - Идара итеүсе компанияларҙың оптималь составы - ул министрлыҡ эше, - тип мөрәжәғәт итте ул Акамовҡа. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса күтәрелгән бөтә мәсьәләләр чиновниктар тарафынан хәл ителергә тейеш. Ә улар урындарҙа ултыра һәм халыҡ менән шөғөлләнергә теләмәй.
       Виктор Михадюк эш буйынса өсөнсө "яуап биреүсе" булды. Ул да идара итеүсе компаниялар тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
       - Идара итеүсе компаниялар, һәр йорттоң сигендә ресурстар - һыу йәки йылылыҡ алып, уның күләмдәрен аныҡ билдәләү менән ҡыҙыҡһынырға тейеш. Әммә, законға ярашлы, йорт хужалары бөтә дөйөм йорт сығымдарын, үҙҙәренең индивидуаль ҡулланыуҙары кеүек, түләү ауырлығын үҙенә йөкмәй. Шуға күрә дөйөм ҡулланыу урындары өсөн ҙур түләүҙәр тураһындағы факттар тикшереүҙе талап итә. Был йорт буйынса энергобаланс нисек төҙөлә - быны асыҡларға кәрәк.
       Бер үк эш менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың тарҡаулығы күҙгә күренеп тора. Халыҡ тормошондаû мәнфәғәттәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Депутаттар, үкенескә ҡаршы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы тураһында тәрән белемдәрен күрһәтә алманы. Һәм уларҙың аныҡ һорауҙарға аныҡ яуаптар алырға тырышыуҙары уңышлы тамамланманы. Бәлки, әлегә уңышлы тамамланмағандыр. Шуға күрә, күрәһең, боронғо хәҡиҡәтте тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөргә кәрәк - батып барыусыны ҡотҡарыу - батып барыусының, йәғни проблема килеп сыҡҡан торлаҡ милекселәренå¾ эше. Әйткәндәй, депутаттарға өмөтлән, ә үҙең хата ебәрмә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал