6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Клуб ғәҙел эш итә
16.03.09


       "Салауат Юлаев" хоккей командаһы үҙенең көйәрмәндәренә ҡарата ғәҙел ҡарар ҡабул итте: плей-офф матчтарына һатып алынған абонементтар өсөн аҡсалар ҡайтарыласаҡ. Аҡсаларƒû ºàéòàðûó ағымдағы йылдың 12 мартынан 1 июлгә тиклем ҡаðàëàí.
       Эш шунда, быйылғы миҙгелдә абонементтар бөтә плей-офф серияһына һатылды. Хоккей клубы уңышһыҙ сығыш яһаған осраҡта аҡсаларҙы ҡайтарыуҙа гарантия бирмәгән ине. Шуға ҡарамаҫтан етәкселәр ғәҙел эш итергә ҡарар итте. "Салауат Юлаев" үҙ майҙанында ике матчòан һуң плей-офф уйындарынан ò³ø³ï ºàëàñ, аҡсаларҙың бер өлөшө ҡайтарыласаҡ, тип ҡарар ителде. Клуб "Авангард"ҡа ҡаршы тәүге ике уйын өсөн аҡсалар өлөшөн үҙенә ҡалдыра.
       Плей-офф матчтарына абонементтар хаҡы ҡиммәт. Әгәр аҡсалар ҡайтарылмаһа, ул саҡта көйәрмәндәр һәр ике матч өсөн берәр меңдән артыҡ аҡса түләгән булыр ине. Ә ҡиммәт билет алыусылар - биш тапҡырға күберәк!
       Абонемент эйәләренә иң осһоҙ урындарға 2390-шар һум ҡайтарасаҡтар. Өҫкө ярусҡа билет алыусыларға - 3425.
       "Өфө-Арена"һының түбәнге өлөшөнә ҡиммәтле абонемент хужаларына, секторҙың ҡиммәтселегенә ҡарап, 5500, 7665 һәм 10180-шәр һум ҡайтарасаҡтар.
       Аҡсаларҙы алыу өсөн êœðœêëå документтар ºóëäà áóëûðà òåéåø. Øәхси граждандар өсөн: Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты; граждандан средстволарҙы ҡайтарыуға ғариза (ғариза өлгөһө кассала); плей-офф матчтарына абонемент бланкыһы; ныҡлы отчет бланкыһы (һатып алынған абонементҡа билет).
       Юридик шәхестәр㜠үткәрелгән ике матчты иҫәпкә алмағанда плей-офф матчтарына аҡса средстволарын ҡайтарыу ³ñ³í предприятиенан хат, плей-офф матчтарына абонемент бланкылары, ныҡлы отчет бланкылары (һатып алынған абонементҡа билеттар) êœðœê.
       Әлбиттә, бөтәһе лә яҡшы һәм ғәҙел, әммә еңелеүҙән һуң үҙҙәренең абонементтарын йыртып ташлаған көйәрмәндәр ҙә бар бит. Улар нимә эшләргә тейеш һуң? Абонемент һатып алыусыларҙың барыһына ла был мәғлүмәт барып етерме?..
       Әйткәндәй, быйыл яҙ беҙҙең ҡала хоккей матчтарын күрәсәк әле. Өфө юниорҙарҙы ҡабул итәсәк. Беҙҙә 1993 йылғы йәш үҫмерҙәр йыйыласаҡ, улар Рәсәй беренселеге финалында ҡатнаша.
       19-25 мартта "Өфө-Арена"ла "Салауат Юлаев", "Металлург" (Новокузнецк), "Витязь", "Локомотив", "Аҡ Барыс", "СКА-Петергоф", "Авангард" һәм ЦСКА төп трофей өсөн ярышасаҡ.
       Матчтар 10, 13, 16 һәм 19 сәғәттә башлана. 22 март - ял. Бөтә уйындарға инеү - ирекле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал