6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Миңә дуҫтарым ҡәҙерле
13.03.09


       Ҡасандыр беҙ мәктәптән троллейбуста бергә ҡайтòûº, ул немец теле буйынса өйгә бирелгән эште минең өсөн эшләне һәм Германиянан дуҫтарҙан килгән хаттарҙы тәржемә итергә ярҙам итте. Ә аҙаҡ беҙҙең юлдар айырылды. Күптән түгел дуҫымды осраттым. Баҡһаң, Андрей Васильев тәржемәсе булып эшләй икән, бер нисә тапҡыр Германияла булған һәм хатта кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға өлгөргән. Беҙҙең арала һөйләшеү оҙаҡ дауам итте, һәм беҙ йәш өфөлө тураһында үҙебеҙҙең рубрикала уҡыусыларға һөйләргә булдыҡ.
       - Эйе, бөтәһе лә дөрөҫ, диссертация яҡланым, - ти Андрей. - Мәскәүҙән раҫлау килгәнен көтәм. Унда, күрәһең, Юғары аттестация комиссияһы ниндәйҙер анализ үткәрәлер, һуңынан миңә филология фәндәре кандидаты танытмаһын бирергә тейештәр.
       - Диссертацияңдың темаһы нисек?
       - Ул ауыр яңғырай: "Текстағы ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт структураһы, ойоштороу һәм уның менән таныштырыу (немец һәм рус телендәге материалдарҙа)". Текстарҙа ваҡыт күҙлегенән сығып билдәле ваҡиғалар нисек һүрәтләнә? Мин ошо турала яҙҙым.
       Төрлө телдәрҙә айырымлыҡтар бар, әммә тотош ниндәйҙер дөйөмлөк тә бар. Мин нәҡ дөйөм сифаттарҙы эҙләйем, улар төрлө телдә һөйләшкән кешеләргә бер-береһен аңлауҙа ярҙам итә.
       - Ни өсөн был тема өҫтөндә эшләргә булдың?
       - Мин башта уҡ сит телдәргә үҙенә башҡа ҡараным. Немец телен аралашыу өсөн генә өйрәнмәнем. Миңә телде өйрәнеү процесы ҡыҙыҡ, телде өйрәнеп, донъяны танып белеү оҡшай. Миңә шулай уҡ компьютер лингвистикаһы оҡшай, йәғни мин компьютерҙы телäå аңларға өйрәтергә тырышам.
       - Германияға барыуың ярҙам иттеме?
       - Эйе. Китапханалар буйынса йөрөргә, кәрәкле әҙәбиәтте табырға мөмкинлегем булды.
       - Докторлыҡ диссертацияһы тураһында уйламайһыңмы?
       - Өфөлә лингвистика менән етди шөғөлләнеү өсөн шарттар юҡ. Әлбиттә, фән менән хобби кеүек шөғөлләнһәң була. Әммә бындай кимәлдә докторлыҡ диссертацияһын яҡлап булмай.
       - Германияла ниндәй ҡалаларҙа булырға тура килде?
       - Һалле ҡалаһында йәшәнем. Башҡа ҡалаларҙа ла булдым. Миҫал өсөн, Һалленән Лейпциг ҡалаһына 40 минут эсендә барып була. Дрезденда, Берлинда булдым.
       - Германияға нисек килеп эләктең?
       - Мин төрлө алмашыу программаларында бер нисә тапҡыр ҡатнаштым. Мәҫәлән, 2003 йылда БДУ студенттары һәм "Башҡортостан дуҫтары" дуҫлыҡ éœìèœòå араһында алмашыу программаһы буйынса барҙым. Университетты тамамлағандан һуң, миңә "ЕС волонтерҙары" программаһы буйынса Германияла эшләргә тәҡдим иттеләр. Мин риза булдым һәм бер йыл Германияла йәшәнем.
       - Һинең миссияң ниҙән ғибәрәт?
       - Мин "Baschkirien heute" Рәсәй-Германия йәштәр интернет-гәзите" ("Башҡортостан бөгөн") проектында ҡатнаштым. Дуҫым Дима менән бергә Германияла үҙебеҙҙең тормошто рус һәм немец телдәрендә һүрәтләнек һәм мәҡәләләрҙе сайтҡа ҡуйҙыҡ, ә был ваҡытта Өфөлә булған немецтар Рәсәй тормошо тураһында һөйләне.
       - Германияла ҡалыу мөмкинлегең булдымы?
       - Дөрөҫөн әйтәм, мин уны эҙләмәнем. Миндә ҡалыу теләге юҡ ине.
       - Күптәр Европаға ынтыла бит...
       - Бындай маҡсатты ҡуйғаным юҡ. Өфөнән китергә йыйынмайым. Миңә яҡындарым, дуҫтарым ҡәҙерле.
       - Күптәр башҡа илдә йәшәй алмай, сөнки рус телен һағына. Һинең менән дә шулай булдымы?
       - Минең өсөн тел - проблема түгел. Мин немец телендә лә һәм русса ла яҡшы һөйләшәм. Германияла Рәсәйҙән күсеп килгәндәр күп, шуға күрә рус телендә тыныс һөйләшеп була. Хәҙер күптәр интернет аша аралаша.
       - Мәктәп йылдарында уҡ алмашыу программаһында ҡатнаштың. Германиялағы элекке дуҫтарың менән аралашаһыңмы?
       - Эйе, беҙҙең 86-сы гимназия Һалле ҡалаһы мәктәбе менән бәйләнештә булды. Мин ул саҡта Германияла булдым, һәм һуңынан миңә ҡунаҡҡа Дирк килде. Беҙ әле лә аралашабыҙ, ҡайһы берҙә күрешәбеҙ. Әле ул Берлинда йәшәй.
       - Һинең ҡарашҡа, алмашыу программаһы нимә бирә?
       - Был башҡа илдең мәҙәниәте менән танышыу, донъяны үҙ күҙең менән күреү мөмкинлеге. Асылда, алмашыу программаларында ҡатнашыу - ул йөҙөргә өйрәнеүгә тиң. Алмашыу программаһы - ул мейе өсөн үҙенә бер төрлө эске көсөргәнеш, уның ярҙамында өйрәнгән телдә һөйләшә башлайһың.
       - Немец телен яҡшы беләһең, ә уны нисек файҙаланаһың?
       - Әле тәржемәсе булып эшләйем. Миҫал өсөн, биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионатында эшләнем. Дөйөм алғанда, был ҡыҙыҡ профессия, урынды, кешеләрҙе йыш алмаштыраһың...
       - Уҡытыусы булып эшләргә уйламайһыңмы?
       - Бишенсе курста мотлаҡ практика булды. Мин уны университетта үттем, кесе курстағы студенттарға немец теле уҡыттым. Уҡытыусы булып эшләү миңә оҡшай. Мин эшләр инем, әммә әлегә беҙҙең кафедрала ставка етмәй. Көтәм, бәлки, саҡырырҙар.
       - Әгәр Германияға барырға тәҡдим итһәләр?
       - Ҡыҫҡа срокка эшкә булһа, барыр инем. Әммә унда йәшәмәҫ инем...
       - Немецтар һиңә нисек ҡараны?
       - Мин уларҙың яғынан ҡәнәғәтһеҙлек һиҙмәнем. Немецтар мине үҙ кешеһе кеүек ҡабул итте. Күңелле ине. Мәҫәлән, 2003 йылда студенттар менән алмашыу ваҡытында беҙ виноград баҡсаһына барҙыҡ. Унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе минән һораны:
       - Рус телен ҡайҙа өйрәндегеҙ?
       Һуңғы сәфәрҙә, беҙ Дрезденда үҙәк майҙанда йөрөй инек, яныма видеокамера тотҡан хәбәрсе килде һәм һөт биҙе шеше тураһында нимәлер һораны. Сит ил гражданы булыуымды белгәс, аптырашта ҡалды.
       Германияла Рәсәйҙән күсеп килеп, немец телен өйрәнгән һәм эшкә урынлашҡан кешеләр бихисап. Унда хатта немецтарға немец теле уҡытҡан рустар ҙа бар.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал