6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Мебель оҫтаһы бул!
13.03.09


       Һинд йогына, йоҡлау өсөн, гәзит етә (яртыһын иҙәнгә йәйә, ә икенсе яртыһы менән ябына), ә беҙгә һеҙҙең менән, цивилизация рәхәтлектәре менән осонғандарға, был маҡсат өсөн уңайлы диван йәки итальян койкаһы кәрәк. Уның янында шкаф-купе, өҫтәл һәм ултырғыстар булһа... тағы - өс бүлексәнән торған комод, йомшаҡ кресло һәм... Былар нимәгә? Ә бына нимәгә: хатта көрсөк беҙҙең граждандарҙы дәрүиштәрсә йәшәү рәүешенә тартылырға һәм кәрәкле интерьер предметтарын һатып алыуҙан туҡтарға мәжбүр итә алмай.
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе мебель етештереү буйынса фирма хужаһы Владимир Селезнев менән әңгәмә ҡорорға булды.
       - Владимир, эшегеҙҙе нисек астығыҙ?
       - Был 15 йыл элек булды. Башта ябай "шабашсы" булдым: комплектлау буйынса кем тура килә шуның менән килештем, заказға эшләнгән изделиены гаражға йыйҙым һәм клиентҡа тапшырҙым. Әлбиттә, еңелдән булманы: ул саҡта станоктар һәм бысыу дискылары юҡ ине, һәм уның артынан Мәскәүгә барырға тура килде. Беренсе эшемде үҙемә эшләнем - өйгә алып ҡайттым, ҡатын һөйләнмәһә - тимәк, килеп сыҡҡан. Эшем яйлап көйгә һалынды - ихтыяж барлыҡҡа килде, ә уның артынан даими заказсылар.
       Бөгөн беҙ - үҙебеҙҙең етештереү цехтарыбыҙ һәм көйләнгән эш системаһы менән конкуренцияға һәләтле фирма. Башлыса аралашсылар (мебель салондары) менән эшләйбеҙ, туранан-тура заказсылар менән - һирәк. Шул уҡ ваҡытта реклама биреүҙе туҡтатмайбыҙ. Реклама даими кәрәк.
       - Продукцияғыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
       - Беҙ сауҙа йыһаздары һәм мебель етештереү менән шөғөлләнәбеҙ. Улар - өҫтәлдәр, ултырғыстар, витриналар, стеллаждар, йорт һәм офис өсөн мебель һәм башҡалар - бөтәһе лә, һыуытҡыстан башҡа. Киләсәктә йомшаҡ мебель етештереү буйынса йүнәлеш асыу планы бар.
       - Ниндәй материалдар ҡулланаһығыҙ?
       - Башлыса, ул шекәрә менән ҡапланған ағас юнышҡылы плиткалар (халыҡтың 90 проценты уға өҫтөнлөк бирә). Сит ил фирмалары күп ваҡыт МДФ плиталар менән эшләй.
       - Мебель етештереү ни саҡлы сығым талап итә?
       - Һүҙ шекәрә менән ҡапланған ағас юнышҡылы плиткалар хаҡында барһа, старт капиталы 1,5-2 миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Үҙегеҙ иҫәпләгеҙ: киҫеү станоктары 200-300 мең һум тора, ҡырлы станоктар - 450 мең. Бынан тыш, өҫтәмә инструменттар ҙа кәрәк бит.
       Иң мөһиме - производство майҙандары. Эш шунда, табаҡтар форматы майҙаны 30 "квадрат" метрҙан кәм булған бинала эшләргә мөмкинлек бирмәй. Шулай итеп, уртаса цех 100-ҙән 500 квадрат метрға тиклем булырға тейеш (миндә, мœ¿œëœí, 500). Сығымдар - аҡылдан яҙырлыҡ. Майҙанды киңәйтергә уйлаһаң - ҡуртымға айына 100 мең кәрәк. Шунса аҡсаны ҡайҙан алырға? Айырыуса èõòûÿæ тотороҡһоҙ булһа, ә илдә - көрсөк? Был һеҙгә сауҙа түгел.
       - Конкуренция тураһында нимә әйтерһегеҙ?
       - Бөгөн Өфөлә мебель баҙары ныҡ тора. Лайыҡлы фирмалар күп, улар етештереү сифаты буйынса сит илдән ҡалышмай. Улай ғына ла түгел - теләһә ниндәй бренд аналогын булдырыу (хатта яҡшыраҡ эшләү) беҙҙең өсөн проблема түгел. Һәм хаҡтар ҙа 2-3 тапҡырға осһоҙ килеп сыға.
       Хәйер, минең өсөн сит ил компаниялары менән конкурентлыҡ итеү - маҡсат түгел. Иң мөһиме - тейешле сифатты тәьмин итеү. Рәсәй фабрикалары етештергән киң ҡулланыу тауарҙары борсоуға һала. Сифат - нуль, хаҡтар - түбән, партиялар - күп, бер һүҙ - стандарт!
       - Көрсөк хаҡында һеҙҙең фекер ниндәй?
       - Бөлгән цехтарҙан кешеләр миңә эшкә урынлашырға килә. Һәм мин аңламайым - был цех хужаларынан нимә менән айырылам? Шул уҡ ике ҡул, ике аяҡ. Әммә мин кешеләр йыям, ә улар ҡыуа. Миңә был аңлашылмай. Муниципаль хеҙмәттәрҙән, дәүләт структураларынан, һәм хатта музейҙарҙан етди заказдар бар. Былар барыһы ла эшләй, алға барырға кәрәк!
       Мин әлегәсә, кәрәк булғанда, ҡул менән эшләйем. Отвертканан òèãœíäœé башлаған инем, œ õœƒåð теләһә ҡайһы операцияны башҡара алам, изделиеның бөтә технологияһын тулыһынса күҙ алдына килтерәмен.
       Ни өсөн кешеләр йыш бөлгөнлөккә төшә? Был турала уйлап ҡарағыҙ әле. Улар производство процесына төшөнмәй тороп, бизнес аса. Аш-һыу бүлмәһе өсөн әҙер мебель һатып ала, ø³ð³ïòœðåí үҙенсә борғослай һәм үҙен белгес тип һанай. Ғәмәлгә килгәндә улар мебель етештереүселәр түгел, ә бары йыйыусылар бит.
       - Ниндәй проблемаларға юлығаһығыҙ?
       - Миҫал өсөн, муниципаль тендерҙарҙы алайыҡ. Улар тураһында мәғлүмәт - ул аҡса, бер йыл тендерҙа ҡатнашыу өсөн 60 мең түләргә кәрәк. Был ҡатнашыу ғына, әммә һис тә еңеү түгел. Бынан тыш, дәүләт заказын үтәү - файҙаһыҙ эш. Муниципаль структуралар күп ваҡыт тәүге 30 процентын ғына түләй, ә ҡалғанын - йыл дауамында. Уйлап ҡарағыҙ - һеҙ мебель яһайһығыҙ, үҙ аҡсағыҙҙы һалаһығыҙ, ә һөҙөмтәһен бер йылдан һуң ғына алаһығыҙ.
       Кредиттар менән бөтөнләй көлкө. Банктар ҡорамалға кредит бирмәй. Миҫал өсөн, шул уҡ станокка. Ике йыл элек был проблемаға юлыҡтым. 500 мең һумлыҡ станок һатып алырға кәрәк ине. Дүрт ай буйына бер банкынан икенсеһенә йүгерҙем - документтарҙы күрһәттем, миңә аҡса кәрәкмәй, ә станок кәрәк, тип иҫбатланым - бөтәһе лә файҙаһыҙ булды:
       - Машина һатып алығыҙ, уны һатығыҙ һәм уның аҡсаһына станок алығыҙ, - тинеләр миңә.
       Ахмаҡлыҡ түгелме ни? Машинаға кредит, ул табыш килтермәй - рәхим ит, ә станокка, ул эшләйәсәк һәм табыш килтерәсәк - ярамай? Һөҙөмтәлә бер банк та миңә ярҙам итмәне. Бында бәләкәй бизнесты яҡлау тураһында һүҙ алып барыу урынлымы?
       Хәйер, төп пðоблема - ул алкоголь. Кешеләр эсә һәм күп эсә. Ә был производствола эҙемтәләр килтереп сығарыуға сәбәп - тирә-яҡта станоктар, киҫә торған сәнскеле предметтар... Шуға күрә эскән кешеләрҙе эшкә алмайым. Әйткәндәй, миндә хөкөм ителеүселәр ҙә эшләй - 30-40 процент. Әгәр кеше яҡшы эшләй икән, үткәне мине ҡыҙыҡһындырмай.
       - Бизнеста төп ҡағиҙә...
       - Минең уйымса, заказсылар менән күберәк телдән әйтелгән бәйләнештәр эшләй, килешеүҙәргә ҡарағанда. Килешеүҙә бөтәһен дә теркәп булмай. Мебелдә нескәлектәр күп.
       - Эшҡыуарҙарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
       - Кешеләргә хөрмәт менән ҡарарға. Лайыҡлы эш хаҡы түләргә. Хеҙмәткәрҙәргә фекерҙәш һәм компаньон тип ҡарағыҙ. "Һеҙ иң яҡшы эшҡыуар" тигән фекерҙән арынығыҙ. Ул саҡта бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал