6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Күршең менән дуҫ булһаң, эштәр ҙә ырамлы бара
30.03.04


       Башҡортостандың баш ҡалаһында Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Сумин етәкселегендәге делегация булып ҡайтты.
       Хәбәр ителеүенсә, был осрашыу ҙа инде күп йылдарға һуҙылғ ан үҙ - ара хеҙмәттәшлек файҙаһына буласаҡ.
       Бер йыл элек апрель айында Өфөлә Башҡортостан һәм Силәбе
       өлкәһе араһында сауҙа - иҡтисади, фәнни - техник һәм мәҙәни
       хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙең 26 - сы Протоколды үтәү й омғаҡтары тикшерелгәйне. Унан һуң ике яҡ 27 - се Протоколға ҡул ҡуйҙы. Бөгөн сираттағы Протоколға ҡул ҡуйыу көтөлә. Үткә ндәрендә кеүек үк унда ла Уралдың иң алдынғы ике регионының
       һәр яҡҡа ла отошло хеҙмәттәшлегенә төп баҫым яһаласаҡ. Башҡ ортостан менән Силәбе өлкәһе төрлө федераль округта урынлашы уҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың уртаҡ эштәре етерлек.
       Әйтәйек, "Магнитогорск металлургия комбинаты" асыҡ акцио нер йәмғиәтенең продукцияһы Башҡортостанда йыш ҡулланыла. Үҙ
       сиратында Магниткаға башҡорт райондарынан ҡалаға ауыл хужа лығы продукцияһы килеп тороуы ла ҡамасау итмәй.
       Үткән йыл Башҡортостан "Магнитогорск метиз - металлургия заводы" йөҙөндә яңы партнер тапты.
       "Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе" асыҡ типтағы а кционерҙар йәмғиәте Силәбе өлкәһенең эшлекле даирәләре вәки лдәре ҡараған предприятиеларҙың береһе булды.
       Был предприятиеның эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһыныу осраҡлы
       түгел: берекмәне двигателдәр төҙөү өлкәһендә иң яҡшыларҙан
       һанала. Рейтинг буйынса предприятие Рәсәйҙең оборона - сән әғәт комплексы араһында хаҡлы рәүештә беренсе биш предприя тие иҫәбенә керә.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал