6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Фәнил Сафин: интернетҡа рәхмәт!
13.03.09


       Башҡортостанда ни бары 52 дәүләт нотариусы ҡалды.
       - Үткән йылда уларҙың һаны 96 ине, әммә йыл аҙағында 44-е шәхси практикаға күсте, - тип белдерҙе матбуғат конференцияһында республиканың юстиция министры Фәнил Сафин.
       Министр журналистар менән осрашыуҙа шулай уҡ мировой судьялар һәм ЗАГС-тар эшен тикшерҙе. Практика күрһәтеүенсә, Юстиция министрлығы эшенең нәҡ ошо йүнәлештәре граждандарҙы һәм матбуғатты борсой.
       Әйтергә кәрәк, дәүләт нотариустары ғына Юстиция министрлығы ҡарамағында, шәхси нотариустар Нотариаль палата ҡанаты аҫтында эшләй. Дәүләт нотариустары бик әҙ, ошоға бәйле шәхси нотариус вәкәләттәре киңәйҙе. Шулай итеп, улар хәҙер мираҫҡа эйә булыу мәсьәләләренә лә тотона ала, элек эштең был категорияһы дәүләт нотариустарының өҫтөнлөгө ине. Вәкәләттәрҙе былай бүлеү эре ҡалалар өсөн актуаль, уларҙа нотариаль эштәр күп башҡарыла. Ауыл ерендә нотариус бөтөнләй юҡ: шәхсиҙәргә унда эшләү файҙаһыҙ. Ошоға бәйле 2008 йылда федераль закон көсөнә инде, уға ярашлы нотариус булмағанда ҡайһы бер нотариаль эштәрҙе урындағы хакимиәт башлыҡтары йәки муниципаль хеҙмәткәрҙәр һанынан эште алып барыу өсөн вәкәләт бирелгән кешеләр башҡара ала. Сафин һүҙҙәренә ҡарағанда, уларҙың вазифаһында, атап әйткәндә, - васыятнамәләр һәм ышаныс ҡағыҙҙарын раҫлау, документтар копияларының һәм ҡултамғаларҙың дөрөҫ булыуын раҫлау һәм башҡалар.
       Юстиция министрлығы башлығы белдереүенсә, шәхси нотариустарға, проблемалар килеп сыҡҡан осраҡта, Нотариаль палатаға, улар бөтәһе лә ағза булып тора, йәки судҡа ялыу биреп була.
       Мировой судьяларға килгәндә, Фәнил Сафин беренсе сиратта эштең күп булыуына баҫым яһаны. Бер судья айына, уртаса, 258 эш ҡарай. Бөгөн Башҡортостанда 215 мировой судьялар участкаһы бар, шуның 66-һы - Өфөлә. 2008 йылда республиканың мировой судьялары 527 меңдән ашыу эш ҡараған. Улар араһында административ һәм граждандар эштәре бар, мировой судьялар компетенцияһына ҡараған енәйәт эштәре проценты күп түгел: ҡағиҙә булараҡ, улар урлашыу, мутлыҡ һәм һаулыҡҡа уртаса ауырлыҡта зыян килтереү. Сафин һүҙҙәренә ҡарағанда, административ эштәр араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар күп, ә граждандар эштәре төркөмөндә - физик шәхестәрҙән һалымдар, йыйымдар һәм заем килешеүҙәре буйынса һалымдың түләнмәй ҡалған өлөшөн түләтеү, һәм ғаилә проблемалары - айырылышыуҙар һәм алименттар.
       Шул уҡ ваҡытта ЗАГС-тар темаһына әңгәмә статистикаға ҡайтып ҡалды. 2008 йылда Башҡортостанда 32655 никах теркәлгән, айырылышыуҙар ике тапҡырға кәм - 17453.
       Дөрөҫ яҙылмаған норматив-хоҡуҡи акттар өсөн муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең яуаплылығы тураһында ла һүҙ барҙы: Юстиция министрлығы уларҙың экспертизаһы менән шөғөлләнә һәм республика šœм федераль закондарға тура килтерә.
       Иҡтисади көрсөк темаһы ла ситтә ҡалманы. Фәнил Сафин һүҙҙәренә ҡарағанда, эш хаҡын түләмәү сәбәбе буйынса эш биреүсегә дәғүә менән мировой судьяларға мөрәжәғәт итеп була.
       Фәнил Сафин хоҡуҡи мәғлүмәтлелек кимәлен күтәреү айҡанлы республика халҡына маҡтау һүҙе әйтте. Быға интернеттың бөтә ерҙә лә таралыуы булышлыҡ итә, тип билдәләне Сафин. Республиканың Юстиция министрлығы аҙ тәьмин ителгән халыҡ ҡатламына юридик ярҙам күрһәтеү маҡсатында даими күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрә. Үткән йылда министрлыҡ белгестәре 88 күсмә ҡабул итеүҙәр үткәргән, ағымдағы йылда был практика дауам итәсәк.
       БР Юстиция министрлығы коррупция менән әүҙем көрәшә. Коррупцияға ҡаршы республика программаһын эшләүҙә һәм уны тормошҡа ашырыуҙа министрлыҡтың да өлөшө бар. Атап әйткәндә, коррупцияға бирелгән профессиялар һәм вазифалар исемлеген әҙерләү бурысы, шулай уҡ эшҡыуарҙар өсөн "тиҙ юридик яуап биреү хеҙмәттәре"н булдырыу ведомствоға йөкмәтелгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал