6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Вена вальсы
12.03.09


       Сержант Поликарп Иванович Анпилогов Еңеү көнөн азат ителгән Венала ҡаршылай. Быға тиклем óà Иоганн Штраустың "Вена вальсòàðы" таныш булғанмы, уныһы билдәһеҙ. Ә яугирға был көндәр тураһында "Еңеү көнө" йыры оҡшай: "Ярты Европаны, ярты донъяны атлап үттек". Тик был һүҙҙәргә ул аңлатма бирә: "Дөрөҫөрәге, ярты Европаны шыуышып үттек".
       Поликарп Иванович 1923 йылдың 12 мартында Ырымбур өлкәһенең Абдулин районы Баклановка ауылында тыуған. Күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә Поликарп иң өлкән бала була. Атаһы Иван Поликарпович колхозда тимерсе булып эшләй. Балалар бәләкәйҙән үк ауыл ýøåíœ өйрәнә. Поликарпҡа, ул ғаиләлә атаһынан һуң икенсе көслө ир булып һаналған, башланғыс мәктәптә ни бары өс класты тамамларға тура килә. Тиҫтерҙәре уға көнләшеп ҡарай. Һигеҙ йәшлек Поликарп көлтә бәйләй, ураҡ ваҡытында бригадалар буйынса һыу ташый. 12 йәшендә ул комбайнер ярҙамсыһы була, ә 14 йәшендә комбайн штурвалында тора.
       Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 1942 йылдың мартында Поликарп Анпилогов Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Миномет расчеты командирына уҡырға мөмкинлек бирәләр. Уның расчеты беренсе һуғышҡа октябрҙә Ржев һаҙлығында инә. Ул саҡта сержант Анпилоговҡа ғәҙәти булмаған хәрби задание йөкмәтелә. Расчет үҙенең хәрәкәттәре менән фашистарҙың иғтибарын беҙҙең частарҙан ситкә йүнәлтергә тейеш була. Анпилогов расчеты, минометтары менән күсеп йөрөп, өс көн буйына фашистарҙың иғтибарын үҙҙәренә йүнәлтә. Ниһайәт, бер аҙ ял итеп алына. Ул саҡта яҡташыбыҙҙың гимнастеркаһын беренсе награда - "Батырлыҡ өсөн" миҙалы биҙәй.
       Минометсылар командиры Днепр йылғаһын беренселәрҙән булып сыға, йылғаның уң яҡ ярында плацдармды киңәйтеү өсөн көрәшә. Сержант Анпилоговтың тәүге наградаһына беренсе яраланыу өҫтәлә. Харьков янында барған ҡаты алышта сержант яралана, уға ярты йыл госпиталдә дауаланырға тура килә.
       Поликарп Анпилогов дауаланғандан һуң яңынан фронтҡа китә. Хәрби профессияһын алмаштыра. Элекке минометсыны 463-с³ айырым разведка ротаһының разведчигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ул был вазифала Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Дивизияны Богдан Хмельницкий ордены менән наградлайҙар.
       Поликарп Иванович Анпилогов сос, көслө, тапҡыр була. Уның тураһында риүәйәттәр сығаралар. Улар - Анпилогов төркөмөнөң немец генералы менән автомашинаны ҡулға алыуы, немец окобындағы өс автоматсыны теге донъяға оҙатыуы, разведчиктарҙың дошман эшелонын һауаға күтәреүе тураһында. Шулай итеп Поликарп Анпилогов Ватан өсөн ғүмерен йәлләмәгән атаһына тейешле баһа биргән.
       Разведчиктың фронт картаһында азат ителгән Украина ғына түгел, әммә Румыния, Венгрия, Чехослîвакия һәм Австрия ла билдәләнә... Аяуһыҙ һуғыш... Һуңғы көрәштә Поликарп Иванович журналист Юрий Ковалгә үҙе бына нимә һөйләгән.
       ...Был ваҡиға 1945 йылдың мартында Австрия-Венгрия сигендә булды. Дошман төркөмө "ҡаҙан"ға эләккән, ул унан сығырға маташа. Анпилоговҡа һәм уның хәрби иптәштәренә приказ бирелгән - нисек кенә булһа ла тоторға. Окоп ҡаҙып урынлашып өлгөрмәйҙәр, немецтар күренә башлай. Улар рух төшөнкөлөгө һәм дыуамал һуғышсы менән рус позицияһына баралар, сөнки уларға башҡаса юл юҡ. Беҙҙең һалдаттар уларҙы көслө ут менән ҡаршылаé. Поликарп, һәр ваҡыттағыса асыҡ һуғышта булды, көслө ҡулдары менән автоматты ҡыҫты. Уға тик йәшел шинелдәр генә пәйҙә булды, уларға туҡтауһыҙ атты...
       Поликарп күҙенә төшкән каскаһын рәтләне, дискыны алмаштырҙы һәм уға ҡарай килгән фашистарға яңынан ҡурғаш "яуҙыра" башланы. Йәшел шинелдәр тулҡыны артҡа сигенде... Һәм тағы ла күренде. Һәм тағы атырға кәрәк ине. Анпилоговтың баш һөйәге аша сыҙай алмаҫлыҡ ауыртыу сәнсеп үтте, ә аяғын ҡайнар металл ағымы үтәнән-үтә яндырҙы.
       Был Поликарп Ивановичтың һуңғы һуғышы булды. 1945 йылдың 27 июнендә ул I дәрәжә Дан ордены менән наградлана. Поликарп Иванович Анпилогов - Дан орденының тулы кавалеры. Фронт документтарын аҡтарабыҙ. Поликарп Иванович ниндәй батырлығы өсөн юғары наградаға лайыҡ булған?
       "463-с³ айырым разведка ротаһы разведчигы П.И. Анпилогов 1944 йылдың 14 декабрендә Кишполак ауылында (Венгрия) разведкала ê¼ðåíìœé ãåíœ дошмандың пулемет нөктәһенә яҡынлаша һәм уны ике һалдат расчеты менән áåð㜠гранатаëàð менән юҡ итә.
       П.И. Анпилогов күрһәткән батырлығы өсөн 1945 йылдың 21 ғинуарында III дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
       463-сө айырым разведка ротаһының бүлексә командиры П.И. Анпилогов 1945 йылдың 23 ғинуарына ҡарата төндә төнгө разведка төркөмө составында Нова Ввеска ауылы (Чехословакия) янында дошман тылында ике фашисты ҡулға ала. Разведчиктарҙың китеүен дошман күреп ҡала. П.И. Анпилогов, төркөмдөң китеүен ҡаплап, дошмандың алты һалдатын юҡ итә һәм ике тотҡон менән төркөмдөң ҡайтыуын тәьмин итә.
       1945 йылдың 28 ғинуарында Антальха ҡалаһында (Чехословакия) разведчиктар төркөмө, унда П.И. Анпилогов була, төнгө эҙләү үткәрә. Төркөмдөң китеүен ҡаплап, разведчиктарға часть урынлашҡан ергә ике тотҡон менән юғалтыуһыҙ ҡайтыу мөмкинлеген бирҙе. П.И. Анпилогов күрһәткән батырлығы өсөн 1945 йылдың 10 мартында II дәрәжә Дан ордены менән наградлана.
       П.И. Анпилогов Австрия-Венгрия сигендә барған һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн 1945 йылдың 27 июнендә I дәрәжә Дан ордены менән наградлана".
       1945 йылда Поликарп Иванович демобилизациялана. Күҙһеҙ һәм аяҡһыҙ Баклановка ауылына ҡайта. Ауылдаштары уны "Яңы көнкүреш" колхозы рәйесе урынбаҫары итеп һайлай. Фронтовик эшкә òотона, әммә уның һаулығы ҡаҡшаған була. Ике йылдан һуң бригадирлыҡҡа күсә, склад мөдире була. 1978 йылда Дан орденының тулы кавалеры Октябрьский ҡалаһына күсә. Бында Анпилоговҡа йәшәү өсөн яҡшы шарттар булдырыла. "Запорожец" ала. 1985 йылда Анпилогов сираттағы награда - I дәрәжә Ватан һуғышы орденын ала. Сираттағы, әммә, бәлки, һуңғыһы түгел. Алда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы. Áàòûð ÿóãèð Á³é³ê ž弃å ҡулынан килгәнсә яҡынайтты.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал