6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Даталар

Милләт сәләмәтлеге һағында
12.03.09


       Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне. Наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәре көнө, быға оҡшаған байрамдарҙан, бәлки, иң йәшеëåð, быйыл ул икенсе тапҡыр билдәләнә. Ведомство үҙе лә алты йыл элек - 2003 йылдың 11 мартында булдырылды, шуға күрә был дата осраҡлы һайланманы. Иң тәүге структура, ул наркомания һәм наркобизнес менән көрәш өсөн махсус булдырылды, Наркотиктар һәм психотроп матдәләр әйләнешенә контроль буйынса дәүләт комитеты тип аталды, һуңынан Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте тип үҙгәртелде, ведомство бөгөн дә шулай атала.
       Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең территориаль идаралыҡтары илдең бөтә төбәктәрендә лә эшләй. Һөнәри байрам көнөндә Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы башлығы Валерий Кокин журналистар менән осрашты.
       - Төбәктә наркохәл тотороҡло, әммә беҙ, наркоманияны еңдек йәки яҡын киләсәктә еңәсәкбеҙ, тип әйтмәйбеҙ, - тип һүҙ башланы наркополиция начальнигы.
       Башҡортостанда наркоконтроль эшләгән осорҙа рәсми теркәлгән наркотик ҡулланыусылар һаны бер үк кимәлдә ҡала - биш мең кеше. Был һығымта яһарға булышлыҡ иткән яҡшы билдә, тимәк, наркотиктарға ҡаршы көрәш үҙ һөҙөмтәләрен бирә.
       Эшләү дәүерендә наркоконтроль органдары көсө менән тоннанан ашыу наркотик тартып алынған, шул иҫәптән 162 килограмм героин, 300 килограмм мәк һаламы, 450 килограмдан ашыу марихуан, 15 килограмм хәшиш, 333 грамм кокаин һәм башҡалар. Өс тоннанан ашыу көслө тәьҫир итә торған матдәләр, 14 килограмм прекурсор һәм 200 килограмм ағыулы матдәләр - былар ҙа наркоконтроль органдары хеҙмәткәрҙәренең табышы.
       Валерий Кокин һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала тартып алынған дөйөм наркотиктар һанының 60 процентын наркоконтроль тартып ала. Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында 700 кеше эшләй, туранан-тура наркотиктар тартып алыу менән 150 хеҙмәткәр шөғөлләнә. Оператив хеҙмәт ҡылынған йәки әҙерләнәñœê енәйәттәр тураһында мәғлүмәт таба һәм енәйәтселәрҙе эҙләй. Оператив подразделениеларҙың эше тикшереү подразделениеларында, шулай уҡ тәүтикшереү һәм административ практика бүлектәрендә дауам итә. Наркоенәйәттәрҙе тикшереү уңышы ваҡытында һәм сифатлы экспертиза үткәреүгә туранан-тура бәйле, бының менән эксперт-криминалистика подразделениелары белгестәре шөғөлләнә. Эштең үҙенсәлеген һәм "клиенттарҙың" көтөлмәгән ҡылыҡтарын иҫәпкә алып, наркополицияла махсус тәғәйенләнештә үҙ отряды һәм кинологтар төркөмө бар.
       Бөтә хеҙмәткәрҙәр Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Төньяҡ-Көнбайыш квалификация күтәреү институтының Өфө филиалында уҡыған. Валерий Кокин белдереүенсә, финанс көрсөгө ведомство штатын кәметеүгә килтермәйәсәк, көрсөккә тиклем наркоконтролде тотоуға ҡаҙна сығымдарын арттырыу ҡаралһа ла, финанслау 10 процентҡа кәмейәсәк. Шул уҡ ваҡытта матбуғат конференцияһында ҡатнашҡан Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән көрәшкә булышлыҡ итеү һәм наркотиктар менән мауығыусыларҙы реабилитациялау фонды директоры Виктор Мамонов предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәрен хатта бөгөнгө иҡтисади хәл фонында социаль программаларҙы ҡыҫҡартмаҫҡа саҡырҙы, юҡһа, наркоманияны иҫкәртеү буйынса алып барылған ҙур эш юҡҡа сығасаҡ.
       Финанс көрсөгөнә бәйле наркохәлдең киҫкенләшеүе ихтимал. Атап әйткәндә, хәүеф бар, ти Валерий Кокин, мигранттарҙы наркокурьер сифатында йыш файҙаланасаҡтар. Кокин һүҙҙәренә ҡарағанда, ағымдағы йылдың тәүге ике айында, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, наркотиктар ике тапҡырға күберәк тартып алынған.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал