6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фекерҙәр

ªàéƒàí êèëœ áåƒãœ áûë төшòœð?
11.03.09


       Ҡай саҡ кеше менән сәйер, аңлата алмаҫлыҡ хәлдәр була. Улар тормош дауамында йыш осрай, һәм уларға бер ниндәй ҙә аңлатмалар табып булмай. Миҫал өсөн, йыш ҡына шундай күренеште күҙәтергә тура килде: һинең иҫнәүең була, шунда уҡ башҡалар ҙа иҫнәй башлай. Бындай хәлгә бүлмәлә, транспортта, урамда һәм башҡа ерҙә тап булаһың. Әгәр кем дә булһа эргәңдә иҫнәй башлаһа, һин шунда уҡ иҫнәү гипнозына эләгәһең.
       Төш күреү өлкәһендә лә аңлата алмаҫлыҡ хәлдәр булып тора. Ò³øò³ èçãå㜠þðàšà¾, èçãå㜠êèòåð, ò胜ð. Төш күреү нимәнән ғибәрәт һуң? Улар ҡайҙан килә? Ни өсөн ҡайһы бер яҡтырып китеүҙәр нәҡ төштә була? Ғалимдар йөҙәр йыл дауамында был һорауҙар өҫтөндә баш вата. Һәм әлегә тиклем быға оҡшаш һорауҙар асыҡ ҡала. Йәш саҡта, журналистика менән шөғөлләнә башлаған осорҙа, мин күп төш күрҙем, улар миңә эштә ярҙам итте. Хәтерҙә бер эпизод ҡалды.
       Башҡорт дәүләт академия драма театрында Флорид Бүләков пьесаһы буйынса "Бибинур, àš, Бибинур!" спектаклен ҡуйҙылар. Пьеса авторы тамашаға мине саҡырҙы. Ул саҡта мин "Советская Башкирия" гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге хәбәрсеһе инем. Спектакль ғәҙәти булмауы менән таң ҡалдырҙы, артистар Олег Ханов һәм Нурия Ирсаева төп геройҙар ролен ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Беренсе тапҡыр көслө тулҡынланыу кисерҙем. Тамашасылар хискә бирелеп, спектакль дауамында көлдө, яманһыуланды, иланы. Өйгә ҡайтҡас, оҙаҡ ваҡыт йоҡлай алманым, пьесалағы хәл-ваҡиғаларҙы яңынан кисерҙем. Редакция премьераға рецензия яҙырға ҡушты, был эште һис шикһеҙ үтәргә кәрәк ине, шуға ла йоҡлай алманым шикелле. Быға тиклем был жанрҙа эшләргә тура килмәне, оҙаҡ йылдар ауыл тематикаһы менән шөғөлләндем, аграрсы журналист булдым. Иртәнге унға материал әҙер булырға тейеш.
       Кистән нèмәлер булһа яҙырға тырышыуым юҡҡа булды. Иртәнге эш хәйерле, тинем үҙемә һәм күңелдәге хәүеф менән йоҡларға яттым һәм оҙаҡ ыҙаланыуҙан һуң йоҡоға талдым. Әммә мейе эшләүен дауам иткәндер, күрәһең. Һәм мин өндә яҙа алмағанды, төшөмдә яҙҙым: рецензияға матур исем уйлап таптым, һуңғы өлөшө лә һөҙөмтәле булды, мәҡәләнең сюжеты башынан аҙағына тиклем барлыҡҡа килде, уларға өҫтәмә исем бирҙем. Мәҡәлә әҙер ине. Уны ҡағыҙға күсерәһе ҡалды. Иртәнге биштәр тирәһендә уяндым, һәм, төштә уйҙағы яҙылғандарҙы иҫкә төшөрөп, мәҡәләнең конспектын төҙөй башланым. Өс сәғәт яҙҙым. Эшкә иртәнге сәғәт туғыҙға килеп, материалды мәҙәниәт бүлегенә тапшырҙым. Иртәнге оперативкала "Бибинур, àš, Бибинур!" спектакле премьераһына рецензия гәзит номерының иң яҡшы материалы тип табылған.
       Шундай әйтем бар: хәйерле төш. Тимәк, төш минең ҡулыма ручка тотторҙо һәм бына тигән материал яҙырға мәжбүр итте. Әммә бындай ваҡиға минең менән башҡа булманы. Һәм спектаклдәргә рецензиялар, уларҙы аҙаҡ та яҙырға маташтым, былай уҡ шәп килеп сыҡманы.
       Төш менән бәйле ике эпизод хәтерҙә ҡалған. Был ваҡиға бала  саҡта булды. Май иртәһе, сәғәт етеләр тирәһе. Йоҡлаï ÿòàì һәм төш күрәм. Имеш, мин мәктәптән һуң ауыл урамы буйлап мотоциклда елдерәм (минең бөтөнләй мотоциклым булманы). Әсәйем ҡайын миндеге артынан ебәрҙе. Тауҙан өй яғына юғары тиҙлектә аҫҡа ҡарай осам ғына... Тиҙ йөрөү миңә оҡшай, шуға ла газға баҫам, ҡанат йәйеп тигәндәй осам... Тиҙлекте һуңëàï кәметтем, тормозға баҫырға өлгөрә алмайым һәм мин йорттоң күтәрмәһенә килеп бәрелергә тейеш... Шул саҡ уянып киттем, һәм шунда уҡ, өндә күрәм һәм ишетәм, аҫылмалы китап кәштәһе ҡустыларым йоҡлап ятҡан койкаға килеп төштө.
       Тағы бер төш тураһында. Мәктәпкә йөрөмәй инем, ә хәтерҙә ҡалған. Фашистар беҙҙең йортто ҡамап алды. Һауанан дошман десанты төшә. Өйҙә баррикада ҡорҙом һәм автоматтан ата башланым. Һуңынан ҡулыма граната алып, ишекте емерә башлаған фашистар менән бергә шартларға ҡарар итәм... Бер секунд - шартлау ишетелә, уның менән бергә уянып китәм һәм көртләгән тауыҡты күрәм (бер үк ваҡытта ишетәм). Баҡтиһәң, òàóûº себештәре янына бесәй яҡынлашҡан икән, ìå¿êåí тауыҡ быны күреп, бесәйгә ташланған. Уның "тауышы" төштә граната шартлауы менән тура килде.
       Ни өсөн төштә шундай тап килеүҙәр була? Был осраҡлы йәки законлы рәүештәме? Йән, гөрһөлдәүҙе, емерелеүҙе һиҙенгән аң тиерһең, яуап бирергә әҙерләнәме? Йәки бөтәһе лә һаналған сеêунд эсендә үтәме? Һин ул арала төш күрергә лә, һәм реаль ваҡиғаның үҙен күрергә һәм ишетергә лә өлгөрәһең?

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал