6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Персона

Тыуған төйәгемдән илһам алам
11.03.09


       Áàøºîðòîñòàíäà, ø³ê³ð, ê¼ðåíåêëå ºóðàéñûëàð áàéòàº. Óëàðƒû¾ šœð áåðåšåíå¾ ¼ƒ ìî¾î, óéíàó ñòèëå áàð. Áåð ºóðàéñûíû èêåíñåšå ìåíœí šèñ êåíœ ëœ áóòàï áóëìàé.
       Роберт Юлдашев èæàäû òóðàšûíäà š³éëœð㜠áóëäûº. Óíû өйөндә, тыуған ҡалаһы Өфөлә тотам тимә - танылған музыкант әүҙем тормош алып бара, гастролдәргә йыш йөрөй, Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә музыка яҙҙыра, Ҡазан да уны ¼ƒ итте. Роберт күптән түгел яңы фильмға саундтрек яҙҙырҙы. Картинаның режиссеры - Юлдашевтың дуҫы, танылған рок-музыкант Гарик Сукачев.
       - Гарик ҡурай моңон яҡшы аңлай, ул был музыка ҡоралын баһалай, - ти Роберт Юлдашев. - Ҡурай тауышында мәңгелек һиҙелә, тиãœí Гарик. Саундтрек яҙҙырыу өсөн матур һәм тәрән тауышлы этник музыка ҡоралы кәрәк булғас, режиссер миңә шылтыратты һәм яҙҙырыуҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Беҙ бер аҙ репетиция үткәрҙек һәм музыка яҙҙыҡ. Саундтрек яҙыу өҫтөндә эш бер аҙна дауам итте. Фильм нимә тураһында - был әлегә сер. Әммә шуны әйтә алам, таҫма ҡыҙыҡ булмаҡсы. Уның нигеҙендә 70-се йылдарҙағы хип хәрәкәте тарихы ята. Әммә проблемалар, уларҙы режиссер тамашасылар алдына ҡуя, бөгөн дә актуаль. Был мөхәббәт, мәңгелек, эске гармония эҙләү тураһында етди фильм.
       "Ҡояш йорто" фильмы музыкаһын яҡташыбыҙ башҡарған тәүге картина түгел. Танылған Мосфильм студияһы ҡурай моңон күптән ишетте инде - Роберт "Юл" картинаһына музыка өҫтөндә эшләне.
       - Беләһегеҙме, был фильмда туғыҙ Олимпиада һәм донъя чемпионы уйнаны! - ти Роберт. - Фильм өс ҡитғала төшөрөлдө. Улай ғына түгел: Шао-Линь монастыры ғали заттарға беренсе тапҡыр үҙ ишектәрен асты һәм эстә фильм төшөрөргә рөхсәт итте. Музыка яҙҙырыуҙа Ҙур театр оркестры ҡатнашты. Мин таң ҡалдым. Мосфильм студияһы - үҙенән-үҙе легенда, ул бер минут та буш булмай, унда һәр саҡ нимә лә булһа яҙҙыралар. Ҙур театр оркестры һәм режиссеры - мөһим музыканттар. Һәм мин - рокер, киң күңелле кеше. Минең өсөн бер ниндәй сик юҡ, музыка азатлыҡ сағылышы тип һанайым. Бында беҙ бергә уйнаныҡ. Тәжрибә ҡыҙыҡ булды. Картинаға музыканы dj Татурас (Марат Фәйзуллин) яҙҙы. Ҡурай - фильмда яңғыраған бөтә музыка өсөн бәйләүсе звено.
       Роберт Юлдашев бөтә донъяға ҡурай моңон таратыусы кеше тиһәк хата булмаҫ. Роберттың ҡул арты еңел булды, сөнки башҡорт халҡының милли музыка ҡоралына төрлө музыканттар яғынан һорау ҙур. Классика - рәхим ит, Роберт Владимир Спивак һәм уның "Виртоуздар"ы менән сығыш яһай. Рок - шулай уҡ ярай. Николай Носков Юлдашевты "Билгә тиклем ê¼êêœ" проекты өҫтөндә эшкә саҡырған.
       - Николай үҙенең альбомын яҙҙырыу өсөн этник музыка ҡоралын оҙаҡ эҙләгән. Уға уникаль тембрлы, тәрән тауышлы инструмент кәрәк булған, - ти Роберт. - Носков көнсығыш музыкаһын ярата һәм халыҡ мәҙәниәтен баһалай, ул күп сәйәхәт итә. Ул үҙенең музыка ҡоралын Һиндостанда, Ҡытайҙа йәки Алтайҙа табырмын  тип уйлаған. Баҡһаң, йыраҡҡа барыу кәрәк булмаған - Носков ҡурай моңон ишетә. Ҡурай рок-музыка өсөн шәп ҡорал, тиãœí Носков.
       Ҡурай - ябай музыка ҡоралы түгел, уның характеры бар. Роберттың һигеҙ ҡурайы бар, уларҙы ул һәр саҡ эшкә йәлеп итә.
       - Ҡурай - ул буйға һуҙылған флейта төрөнән тынлы музыка ҡоралы, - тип аңлата музыкант. - Иң ябай ҡорал сатырлы үҫемлектән яһала. Унда биш тишек тишелә. Ҡыҫҡа ҡурайҙа тауыш юғары була. Роберт ҡулына ҡурайын ала һәм Бахтың "Шаярыу" òèãœí әҫәренән фрагмент башҡара.
       - Оҙон ҡурайҙың тауышы түбән була, - тип һүҙен дауам итә Юлдашев. - Ҡурай ни тиклем оҙон, уның тауышы ла ҡуйы һәм һуҙылыусан була бара. Ғөмүмән ҡурай моңон бал менән сағыштырыу урынлы булыр: ҡуйылыҡ, төҫ - бөтәһе лә тап килә.
       Юғары технологиялар быуатында этник музыканы үҫтереү, халыҡ музыка ҡоралдарын популярлаштырыу - былар музыкант алдында торған бурыстар. Роберт уларҙы тормошҡа ашырыуға етди ҡарай, ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Башта ул төркөм булдырырға уйлай. Уны коллектив тип әйтеп тә булмай - унда ни бары ике кеше уйнай: ҡурайсы һәм гитарасы. Һуңынан команда квартетҡа әйләнә, аҙаҡ тағы ике музыкант килә, ә хәҙер филармония эргәһендәге студияла ун кешенән торған йыйылма репетиция яһай.
       - Быны махсус барабанһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, - ти Роберт. - Беҙ Рәмил Хөснуллинға музыка ҡоралдарына заказ бирҙек. Рәмил Хөснуллин - алтын ҡуллы оҫта. Ул төркөм өсөн этнобарабандан башҡа, миңә ҡурай әҙерләне. Беҙҙең төркөмдә ҡумыҙ, тамаҡ менән йырлау һәм, әлбиттә, электрон музыка булырға тейеш. Быны заман талап итә.
       Музыка тыңлаусыларҙың бөтә ҡатламы өсөн дә матур яңғырарға тейеш. Шуға күрә лә Роберт үҙенең командаһы менән даими репетиция яһай.
       - Роберт - үҙ эшенең оҫтаһы, профессионал, ундайҙар күп түгел, - ти төркөм директоры Рөстәм Бикмөхәмәтов. - Бер минут буш ваҡыты бар икән, ул шунда уҡ ҡурайын ҡулына ала. Ҡай саҡ үҙенә генә таныш булған көйҙө уйнай. Һөҙөмтәлә беҙ концертта гениаль музыка ишетәбеҙ. Роберт уйнаған көй йөрәккә үтеп инә.
       Роберт - эшһөйәр. Тормош уның өсөн - артабанғы эш өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам сығанағы.
       - Роберт, һине Мәскәү саҡырмаймы?
       - Юҡ, был бер ҡасан да булмаясаҡ. Баш ҡала - ул эш. Ә минең күңелем бында, тик тыуған яғымда ғына үҙемде ирекле тоям. Тыуған төйәгемдән илһам алам.

Юлия Антипина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал