6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Волейбол

"Урал" кëóáы уйындары
11.03.09


       "Урал" волейбол клубы, "Салауат Юлаев" хоккей клубына ҡарағанда, еңел көн күрә кеүек. "Салауат Юлаев" - үткән миҙгелдән гранд-сеньор, ә "Урал" волейболсылары дәғүәселәрҙең герцог исеменә барон рангыһында ғына. Ярашлы рәүештә уларға ҡарата талаптар ҙа аҙ, һәм еңелеүҙәр ҙә ҡурҡыныс, ғәҙәткә инмәгән кеүек тойолмай.
       Юрий Маричев тәрбиәләнеүселәре уңышлы матч серияһынан һуң көрсөк шарттарында өс матч өсөн хатта бер мәрәй йыя алманы - әммә волейболсыларҙы бер кем дә тешләмәй, резина суҡмары менән дөмбәҫләмәй. Лидерҙарҙың элита клубында бәләкәй лигала нығыныу ауыр - быны бөтәһе лә аңлай.
       8 март алдынан "Урал" волейболсылары "Локомотив-Белогорье" (Белгород) менән осрашты. Клуб вәкилдәре көйәрмән-ҡатын-ҡыҙҙарға ләлә сәскәләре, сувенирҙар бүләк итте, һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йөҙөндә йылмайыу балҡыны.
       Майҙанда бөтәһе лә уңышлы башланды. Командалар беренсе техник тәнәфескә Юрий Маричев командаһы файҙаһына 8:4 иҫәбе менән китте, һәм сет аҙағына тиклем өфөләр дәғүәселәргә яҡынайырға ирек бирмәне - 25:21. Көслө "Локомотив-Белогорье" волейболсылары өсөн беренсе сет уңышһыҙ булды.
       "Урал"дың декабрҙә Белгород командаһы менән уйыны иҫкә төштө. Ул ваҡытта беҙҙекеләр ҡунаҡта бер ниндәй проблемаһыҙ еңде. Әммә ике команданың да һаҡсы функцияларын үтәүсе махсус уйынсылары йәрәхәт алды.
       "Урал"дан Виталий Евдошенко бер айға китте, "тимер юлсылар"ҙан Алан Домингес имгәнде. Геннадий Шипулин командаһына Домингес урынына американ Ричард Лэмбурн килде, һуңынан Белгород командаһы һуңғы ун матчтың туғыҙында еңеү яуланы!
       Шунан һуңғы өс партия бер үк сценарий буйынса үтте. Өфөләр көсһөҙ уйнаны, һәм бер-бер артлы өс партияны уңышһыҙ үткәрҙе. 1:3 - һәм команда алтынсы урындан юғары күтәрелә алмаясаҡ.
       Минең ҡарашҡа, һөжүм итеүселәр Габриэль Гарднер һәм Питер Вереш тағы көсһөҙләнде, Влàдимир Мельник ни эшләптер яңы кимәлгә сығырға теләмәй...
       Уйындан һуң "Локомотив-Белогорье" командаһының баш тренеры Геннадий Шипулин комментарий бирҙе:
       - Уйын ауыр булды. Беренсе партиянан һуң алмаштырыу дөрөҫ булды. Үҙебеҙҙә бишенсе урынды һаҡлау өсөн, беҙгә еңеү кәрәк ине. Был матчтан һуң турнир таблицаһын ҡарай башлайбыҙ.
       - Ғөмүмән таблицаға ҡарамаҫҡа... ти Вадим Хамутцких.
       - Ә Вадимға ҡарау кәрәкмәй ҙә. Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл булырға тейеш. Мин баш тренер һәм президент булараҡ унда ҡарарға тейеш. Ә Вадик уйнаһын әйҙә...
       Тәжрибәле ветеран Вадик шәп уйнаны һәм комментарий бирҙе:
       - Беренсе партия беҙҙә ашыҡ-бошоҡ булғандай күренде, әммә аҙаҡ көслө уйын күрһәттек.
       - Һеҙгә "Урал" нисек?
       - "Урал" һәр ваҡыттағыса уйнаны. Был команда үҙенсәлекле уйын күрһәтте, тип әйтә алмайым.
       - Һеҙ өфөләрҙән беренсе турҙа еңелдегеҙ.
       - Эйе, әммә һуңынан беҙҙә күп уйын булды, беҙ көс туплай алдыҡ...
       Юрий Маричев, һәр ваҡыттағыса еңелеүҙән һуң, төшөнкөлөккә бирелде. Ул бер нисә һүҙ әйтте:
       - Нисәнсе матч инде Петер Вереш нормаль уйын күрһәтмәй...
       - Ә Мельник яҡшы уйнанымы?
       - Эйе.
       "Урал" командаһы Старый Осколда "Металлоинвест" менән осрашасаҡ. Беҙҙекеләр унда еңерме йәки еңелерме, "даими" уйында етенсе йәки алтынсы урын алырмы - мөһим түгел. Иң мөһиме, һуңынан, плей офф уйынында, дәғүәселә өҫтөнлөк үҙ майҙаны буласаҡ, һәм сығыу серияһында оппонент етди буласаҡ...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал