6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

"Машинка"ла "Иванушки"
10.03.09


       Байрам көндәрендә беҙҙең ҡалала танылған һәм популяр "Иванушки International" Рәсәй төркөмө булды. Ғәжәп, киң йәмәғәтселек уларҙың килеүе тураһында хәбәрҙар булманы. Төркөмдөң сығышы бай концерт залында, популяр күңел асыу комплексында түгел, ә Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең Мәҙәниәт һарайында үтте, уны Черниковкала йәшәãœí êåøåëœð "Машинка" тип йөрөтә. Быны бер кем дә көтмәгән ине.
       Шуға ла, күрәһең, Мәҙәниәт һарайына инеү юлында автограф алырға һәм яратҡан артистар менән фотоға төшөргә теләгән фанаттар төркөмө булманы. Улай ғына ла түгел, концертҡа килеүселәрҙең күбеһе, ғөмүмән "Иванушки" килгән микән тип, шикләнде. Әммә "Иванушки" төркөмө шәп концерт күрһәтте.
       Беренсенән, ысынлап та "Иванушки" төркөмө тулы составта килде. Улар тулы программа буйынса сығыш яһаны: бейенеләр, шаярттылар, мәҙәк һөйләнеләр, публика менән аралаштылар һәм хатта бер нисә автограф бирергә өлгөрҙөләр. "Иванушки" төркөмө сәхнәлә бер сәғәттән артыҡ сығыш яһаны һәм бик күп йыр бүләк итте.
       Артистар үҙҙәре нисек күренде һуң? Улар ҡартаймағанмы, һимермәгәнме? Мәңге йәш артистарға 40 éœøòœð ñàìàšû áèò. Әммә Андрей Григорьев-Апполонов, Кирилл Андреев һәм Олег Яковлев бер ҙә үҙгәрмәгән. Һәр хәлдә, мин уларҙың битендә бер ниндәй йыйырсыҡ, һәм уларҙың кәүҙәһендә артыҡ килограмм күрмәнем... Ерән Андрей һәм аҡ йөҙлө Олег үҫмер малайҙар кеүек күренде, ә Кирилл мачо образында булды. Асылда, беҙ уларҙы шулай күрергә күнеккәнбеҙ. Төркөмдә бер ни ҙә үҙгәрмәгән.
       "Иванушки" төркөмө сәхнәгә "Һин ҡайҙа?" йыры менән сыҡты. Улар әйтеүенсә, төркөм беҙҙең ҡалала күптән булмаған, һәм улар өфөләр менән яңынан осрашыуға шат ине.
       Бер нисә ҡыйыу ҡыҙ, киләһе йырҙың башын ишетеп, сәхнә янына килде һәм бейей башланы. Күрәһең, был "Иванушки" артистарына оҡшаны, һәм улар яҡыныраҡ килергә рөхсәт итте. Артистар һәм тамашасылар араһында торған ике һаҡ кешеләрҙе сәхнәнән төшөргә ҡушты. "Алтын болот" тигән өсөнсө йырға тамашасылар тамам ҡыйыуланды, һәм һаҡҡа иғтибар бирмәй, артистарға ҡул һуҙҙы, йырсылар менән фотоға төшөргә тырышты.
       Асыҡланыуынса, сәхнә янына йыйылған кешеләрҙең тәртибе "Иванушки" артистарына һис тә ҡамасауламаны. Уларға, киреһенсә, үтә лә күңелле ине, шуға күрә улар шаяртыуҙарын туҡтатманы. Өсөнсө йырҙан һуң Кирилл былай тине:
       - Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!
       Тамашасылар алдында баш эйеп, сәхнә артына китте. Концерт тиҙ тамамланды, тамашасыларҙың кәйефе ҡырылғандай булды. Әммә киләһе йыр башланғас, тамашасыларҙың йөҙөндә йылмайыу барлыҡҡа килде. Улар "Иванушки" төркөмө менән бергә йырланы:
       - Эх, балдаҡ, балдаҡ.
       Был күптән булды.
       Һинең йөрәгеңде әрнетеп,
       Нигә бүләк иттем мин уны?
       Андрей Григорьев-Апполонов концерт ваҡытында үҙен йыр иғлан итеү буйынса оҫта булараҡ күрһәтте. Миҫал өсөн, "Адрестар" йыры алдынан ул мәҙәк һөйләне:
       - Эскәмйәлә бер ҡарт илап ултыра. Уның янына йәш кеше килә һәм һораша:
       - Һин нигә илайһың?
       - Мин йәш һылыуға өйләндем.
       - Ә, бөтәһе лә аңлашылды...
       - Юҡ, бөтәһе лә һәйбәт. Ул мине тәрбиәләй, ашарға әҙерләй, йыйыштыра, енси мөнәсәбәттәргә килгәндә, ул да һәйбәт...
       - Ә нигә илайһың һуң?
       - Адресты оноттом...
       "Иванушки" төркөмө гастроль тормошонан көлкөлө хәлдәр тураһында һөйләне. Кирилл һөйләүенсә, Түбәнге Новгородта уны "Иванушки" һағы тип уйлағандар. Ә Андрей, мәҙәниәт һарайындағы балконды күреп, Пятигорск ҡалаһында концерт ваҡытында булған бер мәҙәкте телгә алды. Бында музыка яғынан оҙатыу әкрен булған. Артистар тауышты көсәйтеүҙәрен үтенгән, әммә улар "әгәр тауышты көсәйтһәк, балкон емереләсәк" тигән яуап алған.
       Өфөлә, әйткәндәй, музыка яғынан оҙатыу бик үк уңышлы булмаған. Тауыш режиссеры, миҫал өсөн, "Ҡыҙылтүштәр" йырын оҙаҡ таба алмаған. Тынлыҡ урынлашҡан. "Иванушки" төркөмө был ваҡыт эсендә автограф таратырға, мәҙәк һөйләргә, бейергә өлгөргән, ә Олег, Кирилдың артына йәшеренеп, хатта фокус күрһәткән. Тынлыҡ ваҡытында Олег Андрейҙың башында кәрзин үрергә өлгөргән. Икенсе тынлыҡта - Кирилл халыҡ төркөмөнән бәләкәй ҡыҙҙы күреп, уны ҡулына алған һәм, Андрейға күрһәтеп:
       - Ҡыҙым, ҡара, ана һинең атайың! (Çалда көслө көлөү тауыштары яңғырай).
       Òàìàøàñûëàð áûë áåëäåðå¼ãœ áûóûëûï ê³ëä³, àðòèñòàð áåëäåðå¼åíñœ, óëàðƒû¾ šœð ºàëàëà ¼òêœí êîíöåðòòàðûíà ºàòûí-ºûƒƒàð áàëàëàðûí àëûï êèëœ èêœí, éœíœšå, óëàð "Èâàíóøêè" ñîëèñòàðû áàëàëàðû".
       Иванушки" концерты күңелле үтте. Көлкөлө шаяртыуҙар күп булды. Иҫке йырҙар яңғыраны. "Күксин гөлләмәһе", "Мин яратам" тигән йырҙарҙы ишетермен тип уйламағайным. Артистар башҡарған "Болоттар" йыры тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
       Әлбиттә, "Иванушки" йырсылары "Тирәк мамығы" йырын башҡармай булдыра алманы, тамашасылар ҙа дәррәү ҡушылды:
       Тирәк мамығы, томра, июль,
       Айлы төндәр...
       Диңгеҙҙән иҫкән тоҙло ел,
       Һағышлы уйҙарҙы алып китә...
       "Иванушки" төркөмө үҙенең концертын "Киноға билет" йыры менән тамамланы. Йыр тамамланғас, Олег ерән Андрейҙы ҡулына күтәреп, уны сәхнә артына алып сыҡты. Һуңынан "Иванушки" артистары тамашасыларға рәхмәт белдерҙе.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал