6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

Аҡсалата компенсация тураһында
10.03.09


       Дәүләтселектең барлыҡҡа килеү ваҡытынан алып идара итеүселәрҙең аҙ тәьмин ителгән халыҡ ҡатламының мул тормошон яҡшыртыу буйынса төп хәстәре өҙлөкһөҙ эш булды һәм булып ҡала. Быға льготаларҙы монетизациялау (ул 2005 йылда башланды) ҡарай.
       Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, нәҡ шул саҡта льготаларҙың күп өлөшө аҡсалата компенсациялар менән алмаштырылды. Тик бер өлкәне - коммуналь ò¼ëœ¼ƒœðƒå "урап үттеләр".
       Ниндәй льготалар тураһында һүҙ бара, һәм улар кемгә тәғәйенләнә?
       Билдәле булыуынса, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға, инвалид балаһы булған, күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтелә. Элек граждандарҙың был категорияһы натураль формала льгота ала ине - йәғни торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә 50 процент ташлама рәүешендә. 2009 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда хәлдәр үҙгәрҙе: хәҙер льготасылар квитанцияла күрһәтелгән сумманы тулыһынса түләй, ә компенсацияны реаль аҡсалар менән ала.
       Ни тиһәң дә, шәп яңғырай. Айырыуса әгәр "социаль борсолоу" кеүек фактор тураһында бөтөнләй онотһаң. Кешеләр борсолор ҙа туҡтар. Шылтыратыуҙар шквалы, аңламау, почта бүлексәләрендәге оҙон сираттар... Бындай күренеш республикала ғинуар һәм февралдә үтте. Район социаль яҡлау бүлексәләре менән "ҡыҙыу линия"лар ойошторолдо, төп баҫмаларҙа был темаға мәҡәләләр донъя күрҙе, матбуғат конференциялары үткәрелде...
       Һуңынан асыҡланды, почтаға ғариза менән килеү кәрәкмәй: федераль льготаға эйә булған граждандарға (Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, инвалидтар, хәрби хәрәкәт ветерандары) аҡсалата компенсация почта подразделениелары аша автоматик рәүештә бирелә. Төбәк льготаға эйә булған граждандарға түләүҙәр почта йәки банк аша атҡарыла.
       Уңайлымы? Бик тә. Әммә был сәбәп буйынса мәғлүмәти эш артыҡ булмаҫ. Хәйер, был темаға һөйләнеү һуң инде, башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә бар бит.
       Миҫал өсөн - ғөмүмән ни өсөн натураль льготаларҙы аҡсаға күсерергә кәрәк? Баҡтиһәң, үҙгәрештәрҙең маҡсаты - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын уларға хас булмаған функцияларҙан бушатыу. Хәҙер бының менән социаль яҡлау бүлексәләре шөғөлләнә, идея буйынса, был дөрөҫ.
       - Бынан тыш, яңы система аҙ сарыф итеүселәр өсөн уңайлы. Әгәр һеҙ һаҡсыл кеше икән, миҫал өсөн, электр энергияһына 120 норма урынына 100 киловатт-сәғәт тотонһағыҙ, 50 киловатт-сәғәт өсөн түгел, ә норматив буйынса 60 киловатт-сәғәт өсөн компенсация аласаҡһығыҙ. Башҡа хеҙмәттәрҙә лә - йылы һәм һалҡын һыуға, йылылыҡҡа компенсация ҡарала, - тип аңлаталар БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы социаль яҡлау бүлегендә.
       Яңы система хоҡуҡтарҙа бөтә льготасыларҙы тигеҙләй:
       - Ике ауыл кешеһен күҙ алдына килтерегеҙ, улар йорттарын утын яғып йылыта. Береһе биш кубометр тотонған, икенсеһе - ун. Ташламаны улар тотонолған яғыулыҡ күләменә алған. Шулай итеп, икенсеһе, беренсеһенә ҡарағанда, ике тапҡырға күберәк льгота алған. Хәҙер бындай ғәҙелһеҙлек булмаясаҡ, - тип аңлата БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов. - Льготасы күпме утын тотоноуға ҡарамаҫтан, ул аҡсалата компенсацияны билдәләнгән күләмдә аласаҡ.
       Ай һайын аҡсалата компенсация күләме, 2009 йылдың ғинуарынан, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың артыуына ярашлы йыл һайын индексациялана. Аҡсалата компенсация түләүҙәр ысулы граждандар йәшәгән урыны буйынса социаль яҡлау органына биргән ғариза нигеҙендә үҙгәрә ала. Үҙең менән бергә һаҡлыҡ кенәгәһен йәки пластик картаны алып килергә кәрәк, һәм был айҙа уҡ компенсация яңыса иҫәпләнәсәк. Әгәр бер ғаиләлә льготаға эйә булыусылар бер нисә булһа, аҡсалата компенсация һәр береһенә персональ тәғәйенләнә.
       Түләүҙәр күләме нимәгә бәйле? Министр урынбаҫары Наталья Алмаева һүҙҙәренә ҡарағанда, льготасы категорияһынан, ул йәшәгән йорттоң тибынан (күп фатирлы йәки шәхси), шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар стандартынан (улар республика райондарында төрлө).
       Бөтәһе лә яҡшы кеүек, әммә... Льготалы ҡайһы бер граждандарҙың ғәҙеллеккә үҙ ҡарашы бар. Икенсе төркөм инвалид Татьянаны тыңлайыҡ, ул Өфөлә шәхси секторҙа йәшәй:
       - Миңә электр энергияһы һәм газ (беҙҙә йылы һәм һалҡын һыу менән тәьмин итеү юҡ) өсөн генә компенсация тейеш. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә реаль сығымдар 830 һум тәшкил итә (электр энергияһына - 150, газға - 680). Элек миңә был суммаға 50 процент ташлама ине, ә ғинуарҙа - 230 һум ғына...
       Күренеүенсә, уйланылғанға ҡапма-ҡаршы хәл килеп сыға. Эш шунда, беҙҙең респондентканың йорто газ менән йылытыла, һәм был хеҙмәткә сығымäар ҙур. "Ғәҙеллек" күҙ алдында!
       Хәйер, был осраҡ - шәхси. Әммә уйлап ҡараһаң, яңылыҡ ысынлап та саралар өҫтөнән сарыф итеүселәрҙә сағыласаҡ. Ниндәй сәбәптәр буйынса - был икенсе мәсьәлә. Әйтергә кәрәк, Мәскәүҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә бәйле льготаларҙы монетизациялау 2009 йылдың 4 мартынан билдәһеҙ срокка кисектерелде. Бындай ҡарарҙы Мәскәү мэры Юрий Лужков льготасылар үтенесе буйынса ҡабул итте - "ябай булмаған иҡтисади осорҙа уңайһыҙлыҡ булдырмау өсөн". Асыҡланыуынса, бындай ғариза менән баш ҡала ветерандары мөрәжәғәт иткән. Ҡала халҡына льготаны нисек бирергә - ташламалар ярҙамында йәки тере аҡсалар менән - Мәскәү властары өсөн бер ниндәй ҙә айырма юҡ.
       Ә беҙҙең республикала был реалме? Ауыр ваҡыт. Донъялағы финанс көрсөгө күренештәренән йонсоған граждандарҙың фекере шулай уҡ мөһим. Әлегә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ, аҡсалата компенсация түләүҙәренә ҡараған мәсьәләләр буйынса халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә була.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал