6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Лариса Парфентьева. 30.03.2004 1 Быуаттар аша
30.03.04


       1820 йылдың октябрь айы һәр көн тип әйтерлек Омск помещ игы Павел Парфентьевтың йорто ҡунаҡтарҙан бушамай. Көн дә өй
       эргәһенә табор килеп туҡтай һәм, ҡара күҙле сегән ҡыҙҙары ү ксәләрен шаҡылдатып, Павелдың яңы тыуған улы Иван хөрмәтенә йырҙар йырлай.
       Павелдың ҡатыны София был ҡунаҡтарҙы бик үк өнәп еткермәй , сөнки был ваҡытҡа у улын һәм өс ҡыҙын кейәүгә сыҡмаған апа һы Людмила Скатоваға илтеп ҡуйырға мәжбүр була. Өс йылдан Па велдың эштәре хөртәйә, алты кешенән торған ғаиләгә нужа күрм әй йәшәр өсөн аҡса етмәй башлай. Бер нисә айҙан Павел үҙ ху жалығын арзан ғына хаҡҡа һатып, Петербургҡа күсеп китергә мә жбүр була.
       Унда инде барыһына ла эшләргә тура килә: ҡыҙҙар тегеү оҫ талығына өйрәнә, Павел ҡайҙа тура килә, шунда аҡса эшләй. Со фья ауырлыҡтарға сыҙамай, ауырый башлай, дүрт йәшлек Ваня ик мәк киҫәге һәм кәнфит өсөн байҙарҙың аяҡ кейемдәрен таҙарта.
       Ваняға ун ике йәш булғанда типография хужаһы - китап һат ыусы Звонарев тырыш малайҙы күреп ҡала һәм үҙенә эшкә ала.
       1833 йылдан алып Иван типографияла эшләй, 1871 йылға кор ректор дәрәжәһенә етә. Рус әҙәбиәтенең күп кенә классиктары,
       шул иҫәптән Николай Алексеевич Некрасов менән таныша. Звона рев типографияһы 1870 йылда яҙыусының шиғырҙар йыйынтығын ба ҫып сығара. 1871 йылда Некрасов бер китабына автограф ҡуйып,
       Иван Парфентьевҡа бүләк итә.
       20 йылдан һуң Иван вафат була, үлер алдынан, быуындан бы уынға оло улдарға тапшырырға ҡушып, китапты улы Георгийға би рә.
       1917 йылда китап Георгийҙың улы Николай ҡулына эләгә. Һу ғыш йылдарында Николай немец концлагерында бер итальян ҡатын ы менән таныша. Николай һәм Эжен лагерҙан ҡасалар һәм бер аҙ
       ил буйлап йөрөгәндән һуң Омскта туҡтарға хәл итәләр. 1945 й ылдың декабрендә уларҙың Владимир исемле улдары тыуа.
       70 - се йылдар башында китап атайымдың ағаһы Владимирға күсә, артабан уның эҙҙәре юғала. Һәм бары тик 2004 йылда, ут ыҙ йыл үткәс, Салауат ҡалаһының бер фатирында табыла.
       Авторҙан
       Был китап минең өсөн ғәзиз ҡомартҡы булып тора. Ул үткән ваҡыт, үткән ҡыйынлыҡтар, бөйөк классиктар һәм әлеге ваҡытта
       беҙҙең эргәбеҙҙә булмаған яҡындарыбыҙ иҫтәлеге...

Мираҫ
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал