6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Ҡатын-ҡыҙҙарға сәскәләр
06.03.09


       Беҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн, уны рәсәйҙәр ир-ат байрамы тип һанарға күнеккән, уңышлы билдәләнек. Хәҙер гүзәл заттарҙы ҡотларға сират етте, 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө етеп килә. Был көн көслө заттар өсөн үҙҙәренең ҡатындарын, әхирәттәрен, әсәйҙәрен, ҡыҙҙарын, апайҙарын, өләсәйҙәрен һәм ҡәйнәләрен уларҙың нисек көслө яратыуҙарын күрһәтергә бер сәбәп. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - яратҡан көслө заттар яғынан йылына бер көн булһа ла һөйөү һәм хәстәрләүҙе тойоу өмөтө.
       Туҡта! Ә ни өсөн йылына бер генә көн? Ҡатын-ҡыҙҙар күпкә лайыҡ түгелме һуң? Әллә ир-аттар беҙгә мөхәббәт һәм наҙ бүләк итергә һәләтле түгелме? Шундай тойғо барлыҡҡа килә, ҡатын-ҡыҙ, Золушка кеүек, йыл әйләнәһенә, тырышыðà, кер йыуырға, йыйыштырырға, ашарға бешерергә, үтекләргә, һауыт-һаба йыóырға, бала тәрбиәләргә һәм аҡса эшләргә тейеш... Һәм былар бөтәһе лә үҙеңде, ниһайәт, 8 мартта принцесса итеп хис итеү хаҡына. ªатын-ҡыҙҙар был көндө көслө заттарға шатлыҡ һәм һөйөү менән ҡараÿñຠ- ûñûíëàï òà èð-àò áûà ûøàíàìû? Улар гүзәл заттарға ниндәй генә хозурлыҡ килтермәһен, ҡатын-ҡыҙҙар ҡурҡыу менән сәғәткә күҙ һаласаҡ, улар аңлай, төнгө 12-лә, әкиәттәге кеүек, бөтәһе лә үҙ урынына ҡайта...
       Тарихҡа күҙ һалһаң, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө феминисткалар ярҙамында барлыҡҡа килгән, улар XIX быуатта уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ирҙәр менән бер тиң хоҡуҡ биреү өсөн көрәш башлаған. 1857 йылдың 8 мартында туҡыу фабрикаһы эшселәре беренсе тапҡыр митинг үткәрә, унда үҙҙәренең хоҡуҡтары тураһында белдерә. 1966 йылда СССР-ҙа Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө ºатын-ҡыҙҙарҙың ошо һәм башҡа күтәрелештәре тураһында иҫтәлеккә ял көнө тип иғлан ителә. 1975 йылда был байрамды БМО етәкселеге таный. Шуға күрә ошо ваҡыттан алып донъяның күп илдәрендә марттың һигеҙенсе көнөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәренең хоҡуҡтары өсөн көрәше тураһында иҫкә алалар.
       Беҙҙең илдә ваҡыт үтеү менән байрамдың барлыҡҡа килеү сәбәбен оноттолар. Һәм хәҙер 8 Март беҙҙә ҡояш, яҙ, йылылыҡ, мөхәббәт менән ассоциациялаша. Һәр хәлдә, быға ышанаһы килә...
       Кристина, 28 йәш:
       - Минең өсөн 8 Март - шатлыҡлы, бәхетле көн, уны мин һәр саҡ түҙемһеҙлек менән көтәм. Иремдең был байрамға әҙерләнеүен күҙәтергә яратам. 8 мартта иртән минең койкала һәр саҡ сәскәләр гөлләмәһе ята, һәм мин беләм, яратҡан ирем иртәнге аш та әҙерләгән. Ул мине көн буйы хәстәрләй, төрлө сюрприз әҙерләй... Әлбиттә, бындай байрамды йыш бүләк итһен ине... Әммә быныһына ла рәхмәт!
       Виталий, 23 йәш:
       - Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, байрам гуляшынан һуң көйгән табаны йыуған ирегеҙгә йәки улығыҙға ҡарап, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә мөләйем йылмайыуығыҙҙы теләйем. Әммә иҫтән сығармағыҙ, төн уртаһында көймәнең ҡабаҡҡа әйләнеүе ихтимал, ә яҡшы ïðèíö яратҡан, яҡшы таныш кеше ҡанын һурыусы затҡа. Шуға күрә үҙегеҙҙең энтузиастарҙы үбеп алығыҙ һәм иркәләгеҙ. Юғиһә, "Плитә янына! Кисә һинең көнөң булды!", тигән һүҙҙәрҙе иртән үк ишетеүегеҙ бар.
       Ирина, 25 йәш:
       - Минең өсөн 8 Март үҙенә башҡа бер байрам булды. Ул - сәскәләр, бүләктәр, сюрприздар, мөхәббәт белдереү көнө. Әммә быйыл, ҡурҡам, быларҙың береһе лә булмаҫ төҫлө. Көрсөк барыбер үҙен һиҙҙертә... Эштә аҡса бирһәләр яҡшы булыр ине!
       Марат, 24 йәш:
       - Аңламайым, ни өсөн 8 мартта бөтә ҡатын-ҡыҙҙар шул тиклем ҡыуана һәм үҙенә иғтибар талап итә? Һеҙ нимәгә ҡыуанаһығыҙ, шуны аңлайһығыҙмы? Ир-аттан бүләк алырға, бөтәһе лә һеҙҙең өсөн эшләгәнде теләйһегеҙме, ә байрам тарихын хәтергә төшөрһәк, 8 мартта һеҙ ир-атты тәрбиәләргә тейеш бит. 150 йыл элек үҙегеҙ бит тиң хоҡуҡлылыҡҡа өлгәштегеҙ, шуға күрә изгелеген күрегеҙ.
       Карина, 30 йәш:
       - 8 Март - яратҡан байрамым түгел. Шуға күрә был көндән бер нәмә лә көтмәйем. Ирем сәскә бүләк итер, бер аҙ иғтибар бүлер. Байрам шулай үтеп китер. Әммә 8 Марттан һуң бөтәһе лә элеккесә була бит.
       Илья, 28 йәш:
       - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө минең өсөн һәр саҡ байрам! Шуға күрә 8 Мартта мин һөйгәнемә сәскәләр гөлләмәһе бүләк итәм һәм уның бар теләген үтәйем. Сәскә - мөхәббәт теле. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ өсөн сәскәләрҙән дә ҡәҙерлерәк нәмә юҡ. Уның йылмайыуын күреү - минең өсөн ҙур бәхет!

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал