6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Ябығабыҙ, ышанабыҙ...
06.03.09


       Йәш кешеләрҙең күбеһе дингә ҡарата үҙенең мөнәсәбәтен үҙгәртә. Үткән быуаттың 90-сы йылдар башында айырым кешеләр генә үҙҙәрен диндар тип атаһа, ә хәҙер хәл башҡаса. Йәштәр сиркәүгә, мәсеткә һәм башҡа дини учреждениеларға күп йөрөй, ә ҡайһы берәүҙәр дин ҡанундары буйынса йәшәргә тырыша. 2 мартта православие христиандарының Бөйөк посы башланды. Был ваҡиғаны күҙ уңынан ысҡындырып булмай, уның тураһында бөтә гәзиттәрҙә яҙҙылар, интернетта тикшерҙеләр, радио һәм телевидение аша һөйләнеләр. Бөйөк пост дингә ышаныусылар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, ул ваҡыты буйынса иң оҙон (48 көн) һәм ҡәтғи булып šàíàëà. Пост ваҡытында кешеләр христиан дине буйынса һөтлө һәм итле аштан, аҡ майҙан, йомортҡанан, сырҙан баш тарта. Һәм һыуға, икмәккә, йәшелсәгә, еләк-емешкә, ярмаға күсергә тейеш.
       Әлбиттә, ашауҙан тыйылыу - постың иң мөһим тәҡдире түгел. Был ваҡытта насар ғәҙәттәрҙән, төрлө кисәләрҙән, күңел асыу сараларынан тулыһынса баш тартырға кәрәк, насар уйҙар уйламаҫҡа, бер кем менән дә бәхәскә инмәҫкә, һәм һүгенеү һүҙҙәре әйтмәҫкә. Буш ваҡытты файҙаға үткәрåргә кәрәк. Дингә ышаныусылар сиркәүгә бара, доға уҡый, тормош мәғәнәһе, үҙенең ерҙәге яҙмышы тураһында уйлай.
       Әммә күпселек кешеләр посты үҙҙәренең организмын таҙартыу һәм ябығыу өсөн файҙалана, уларҙың фекеренсә, был ябай диета. Бөйөк пост яҙ башлана, нәҡ ошо ваҡытта күптәр артыҡ килограмдан арынырға теләй. Эргәңдә фекерҙәштәр күп булғанда, диетаға ултырыу еңел бит. Әммә бөтәһе лә 48 көн түҙә аламы һуң?..
       Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыу 윐ë¼ìœòòœðåíœ ярашлы, ил халҡының 17 проценты ғына пост тоторға ҡарар итә. Шуның өс проценты ғына тулыһынса тотасаҡ. Бөйөк посҡа йәш өфөләр нисек ҡарай? "БАШвестЪ" хәбәрсеһе быны асыҡларға тырышты.
       Лилиә, 24 йәш:
       - Минең өсөн пост - ул ысынлап та ҙур ваҡиға. Һәм мин уны үтәр инем. Әммә был ауыр. Эшем бындай мөмкинлекте бирмәй. Үткән йылда, миҫал өсөн, бер аҙна самаһы тоттом. Посты дөрөҫ тотоу үтә лә ауыр. Был дөрөҫ туҡланыу ғына түгел бит, ғибәҙәт ҡылырға, сиркәүгә барырға, насар уйҙарҙан, эске көсөргәнештәрҙән ҡотолорға кәрәк. Был минең эштә үтәлмәҫ.
       Минең апайым дингә ышана, көнөнә өсәр сәғәт намаҙ уҡый. Уның өсөн 48 көн пост тотоу - проблема түгел. Эштәге ҡыҙҙар ябығыу өсөн пост тота башланы. Бында мин уларҙы хупламайым.
       Быйыл өс көн дауамында пост тотоп ҡарайым. Был вариант та мөмкин, тиҙәр. Өс көн эсендә сиркәүгә барасаҡмын, үҙемдең организмды һәм күңелемде таҙартасаҡмын.
       Марина, 23 йәш:
       - Христиан дине буйынса һөтлө һәм итле ашты ашауҙан тыйыласаҡмын. Миҫал өсөн, үткән йылда мин биш килограмға ябыҡтым. Был файҙалы процедура, тип уйлайым. Организм тулыһынса таҙара. Ғөмүмән, пост - ул иң яҡшы диета, ул бөтә нескәлектәренә тиклем уйланылған, ваҡыт менән тикшерелгән һәм миллиондарса кеше тарафынан һыналған. Пост ваҡытында организм шлактарҙан таҙара. Иттән һәм һөт ризыҡтарынан баш тартыуҙан бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс күрмәйем. Фасоль менән туҡланығыҙ, ул аҡһымға бай. Бер ай ярым итһеҙ йәшәп була ул. Микроэлементтарҙың етешмәүен витаминдар менән алмаштырырға мөмкин.
       Ирина, 25 йәш:
       - Христиан дине буйынса пост тотмайым. Үҙ организмыңды мыҫҡыл итеүҙә ни мәғәнә? Иттән баш тарта алмайым. Ә уны йәшелсә һәм икмәк менән алмаштырыу мәғәнәһеҙлек тип һанайым. Мин төнгө клубта эшләйем, шуға күрә бер ниндәй пост тураһында һүҙ булырға тейеш түгел.
       Татьяна, 34 йәш:
       - Әлеге тынысһыҙ ваҡытта, кешеләр бөтәһен дә йүгереп барышлай һәм ашығыс эшләгәндә, ҡай саҡ бер аҙ туҡтап тоðорға һәм күп нәмәләр тураһында уйланырға кәрәк. Бының өсөн иң яҡшы ваҡыт - пост. Уның асылы шунда, кеше туҡланыуҙы һәм күңел асыуҙы сикләргә тейеш. Пост ваҡытында үҙең хаҡында, үҙеңдең эске донъяң тураһында уйларға һәм доғаларҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк.
       Күп кешеләрҙең фекеренсә, пост ябығырға ярҙам итә. Әммә пост, тышҡы үҙгәрештәр менән бергә, кешелә эске рухи үҙгәрештәрҙе лә уятырға тейеш. Уның мәғәнәһе - йәнде һәм тәнде берләштереү, һәр кемгә нимәлер аңлауҙа ярҙам итеү.
       Мин пост тураһында күптән уйлана инем, әммә беренсе тапҡыр тотам. Пост ваҡытында мине борсоған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе асыҡлау теләге бар һәм үҙемдең характерҙа боҙоҡ һыҙаттарҙы үҙгәртергә тырышыр инем.
       Мария, 24 йәш:
       - Мин пост тоторға йыйынам, тик һуңыраҡ, улым үҫә төшкәс, әле уға ни бары бер йәш. Әлегә үҙемдең рационға ҙур булмаған сикләүҙәр индерәм. Бәлки, итте балыҡ йәки йәшелсә менән алмаштырып булыр. Дөйөм алғанда, пост тотоу мәғәнәһе тураһында күптән түгел генә уйлана башланым. Ул миңә ысынлап та кәрәктер, бәлки... Минең таныштарым араһында айырым кешеләр генә пост тота. Мин уларға хөрмәт менән ҡарайым.
       Беҙ шуға инандыҡ: йәш өфөләр пост тотоу мәғәнәһе тураһында уйлана. Пост һаулыҡҡа файҙа килтерәме? Беҙҙең алда быны асыҡлау мәсьәләһе тора.
       Табиптар раҫлауынса, бөтә кешеләргә лә пост тоторға кәңәш ителмәй. Аш ҡайнатыу тракты, гастрит, панкреатит, холецистит һәм диабет ауырыуҙары булған кешеләргә үҙҙәрен ашауҙа сикләргә ярамай. Операция үткәргән, физик йәки психик йәрәхәт алған кешеләргә лә зыян итеүе ихтимал. Сиркәү ауырлы ҡатындарҙы, бәләкәй балаларҙы, сирлеләрҙе, шулай уҡ юлда булған кешеләрҙе постан азат итә.
       Быйыл пост тоторға ҡарар иткән кешеләргә еңелдән булмаған эштә түҙемлек теләйек.

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал