6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Яҙыусы фантазерҙар ырыуынан
05.03.09


       "Башҡортостан яҙыусылары" тигән китапта уның тураһында былай тиелә: "Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 5 мартында Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында тыуған. Уның бала сағы Ауырғазы районының Үтәймулëа ауылында үтә. 1945 йылда урта мәктәпте тамамлаàñ, Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә..."
       Фәрит Иҫәнғоловтың ҡатыны Зөбәржәт Ғабдрахман ҡыҙы хәтерләй:
       - Áåƒ Фәрит менән бергә пединститутта бер төркөмдә уҡыныº.
       Студент йылдары - иң сағыу йылдар. 1946-1947 йылдар - аслыҡ, кейергә кейем юҡ, тимәк, ҡайҙалыр барыр ер юҡ. Беҙҙең ятаҡхана Гоголь урамы, 11-се йортта урынлашҡан. Хәҙер был барак юҡ инде. Беҙҙең ятаҡхана артында - тағы бер нисә йорт һәм Ағиҙел. Беҙ йылға буйында йөрөргә ярата инек, айырыуса боҙ киткән ваҡытта. Крупская исемендәге паркта аҫылма күпер буйынса йөрөргә яратà òîðàéíûº. Икәүләшеп, һәм тотош төркөм менән - ул саҡта коллектив төшөнсәһе билдәләүсе ине. Коллектив татыу булды.
       Студент булараҡ, ул ваҡытта өйләнешеү юҡ ине. Беҙҙең алда башта белем алыу, аяҡҡа баҫыу бурысы торҙо, ә һуңынан ғаилә ҡороу. Бер кем бер нимә менән дә айырылып торманы, шуға күрә бер кем бер кемдән көнләшмәне, хатта айырылып тороу мөмкинлеге килеп сыҡҡанда ла, уның менән файҙаланманылар - тирә-яҡтағылар аңламаҫ ине. Бер ваҡыт ағайым миңә àмерикаíäàð күлдәãåí ебәрҙе, ул был күлдәкте лотерея буйынса отҡан. Иҫ киткес күлдәк: түшен роза биҙәй, шундай уҡ розалар итәк осонда. Күлдәкте бөтә ятаҡхана кейҙе. Уға сират тороп яҙылдылар. Кемгәлер ҙурмы, бәләкәйме - был мөһим түгел. Ятаҡханала йәшәгән ҡыҙҙар фотоға төштө...
       Уҡыуға етди ҡараныҡ. Бөтә уҡытыусыларҙы хәтерләйем: Әмир Чаныш, Прокшин, Бараг, Кипарисов, Синенко...
       Институтты тамамлағандан һуң беҙ өйләнештек һәм Ҡырмыҫҡалы районына эшкә киттек. Унда Фәрит үҙенең тәүге хикәйәһен яҙҙы. Исемен хәтерләмәйем, әммә хикәйәнең барлыҡҡа килеүен - яҡшы хәтерләйем. Ҡарлы, һалҡын ҡыш ине. Бүлмә бәләкәй, дүрт квадрат метрлыҡ. Үтәнән-үтә ел, һыуыҡ, шуға күрә күп яғырға тырыштыҡ. Һәм бер саҡ төнөн мейес торбаһы һыҙғыра башланы. "Торбаны ябайыҡ", - тим Фәриткә. Уның менән бер аҙ булыша торғас, йоҡо осто... "Беләһеңме, ҡыҙыҡ хикәйә яҙып була", - тине шул саҡ Фәрит. Һәм ябай сюжет һөйләй башланы... әммә уның кәйефе яҡшы ине: ҡар, буран, торба... Хикәйә баҫылды, һәм беҙ гонорар алдыҡ. Áеренсе гонорар. Был аҡсаға ике стакан һәм бысаҡ һатып алдыҡ, ә быға тиклем алюмин көрөшкәнән сәй эстек, ә икмәкте ҡул менән һындыра инек.
       Фәрит Әхмәҙулла улы 1951 йылға тиклем район урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләне. Һуңынан уны Башҡорт китап нәøðèœòåíœ ýøêœ саҡырҙылар.
       Фәрит Иҫәнғолов 1953 йылда, балалар яҙыусыһы булараҡ, башҡорт әҙәбиәтенә килде. Ул саҡта уның "Тәүге һынау" тигән беренсе китабы донъя күрҙе. Яҙыусы балалар һәм үҫмерҙәрҙең эске донъяһын яҡшы аңлаған. Уның "Тәүге һынау", "Баҫҡыс", "Хәмит күпере", "Быйыл йәй, "Председатель малайы" кеүек хикәйәләр һәм повестар йыйынтығы ошо хаҡта һөйләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре рус, шулай уҡ молдован, тажик, эстон, татар һәм ҡытай теленә тәржемә ителгән.
       Уҡыусыларҙы сюжеттың ҡыҙыҡлығы, образдарҙың тормошсанлығы, әҙәби деталдәр булдырыу оҫталығы йәлеп итә.
       Был һыҙаттар Фәрит Иҫәнғоловҡа ҡайҙан килгән? Бәлки, яҙыусы үҙе фантазер ырыуынан булғандыр.
       Фәрит Иҫәнғолов 1957 йылдан "Ағиҙел" журналының баш мөхәррир урынбаҫары була. СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай, яңынан журналға ҡайта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.
       Яҙыусының "Алтынбикә" повесы уҡыусылар күңеленә хуш килә. Һуңынан. "Рәсимә", "Аҡҡошом минең", "Фәниә" повестары донъя күрә. Әҙип үҙенең әҫәрҙәрендә йәш кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, намыҫ һәм бурыс тураһында хикәйәләй. Яҙыусының әҙәби таланты, оҫталығы үҫә. Фәрит Иҫәнғолов 60-сы йылдар аҙағынан тарихи-революцион темаға трилогия өҫтөндә эшләй башлай. Шулай итеп "Арыш башағы", Ир-егеткәй менән ат башы", "Һәйкәлдәр тереләр өсөн" романдары донъя күрә. Яҙыусы трилогияларында нимә тураһында һөйләй? Башҡорт халҡының яҙмышы, уның революцион үҙгәрештәр өсөн батырҙарса көрәше тураһында. Республика, башҡа өлкәләр, Ленинград һәм Мәскәү архивтарында тарихи документòàð өҫтөндә эш Фәрит Иҫәнғоловҡа башҡорт ғәскәрҙәренең Көньяҡ фронтта Деникинға ҡаршы героик көрәштә ҡатнашыуҙарын, 1919 йылда Петроградты һаҡлауҙа уларҙың батырлығын дөрөҫ күрһәтергә булышлыҡ итте.
       Трилогияның беренсе романы "Арыш башағы" 1970 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ була.
       Фәрит Иҫәнғолов ғүмеренең һуңғы йылдарында "Сыуаҡ көндәр" романы өҫтөндә эшләй, әммә тамамлап өлгөрмәй.
       Фәрит Иҫәнғолов утыҙҙан ашыу китап авторы. Яҙыусы тәржемә эше менән дә әүҙем шөғөлләнде. Николай Гоголь, Александр Серафимович, Антон Чехов, Аркадий Гайдар әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итте.
       - Бөйөк яҙыусыларҙы уҡыған ваҡытта, - тине ул бер саҡ, - ҡәнәғәтлек алаһың, әммә уларҙың оҫталыҡ серҙәренә һирәк төшөнәһең. Ә был беҙҙең өсөн кәрәк: тәржемә итеп, оҫта менән авторҙаш булаһың, үҙеңдең мөмкинлектәреңдән сығып, уларҙың "серен" аңлауға тиклем барып етәһең. Шуға күрә мин бөйөк яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеүгә күп ваҡыт бирәм.
       Танылған яҙыусы көндәлек тормошта ниндәй булған? Фәрит Әхмәҙулла улы үҙенең студент йылдарындағы тәүге "ҡала" аҙымдары тураһында Ғәзим Шафиҡовҡа юмор менән һөйләгән:
       - Таныш бер ғаиләгә барҙым. Ауыр осор, һәм өҫтәлдәге балыҡ менән картуф миңә батшалар ашы кеүек күренде. Минең алға сәнске ҡуйҙылар, ә уны минең тәүге күреүем. Сәнскене ҡулыма алдым һәм уйлайым, быны нисек ашарға һуң? Үс иткәндәй, ҡарар һәм өйрәнер өсөн, бер кем дә ашамлыҡҡа тотонмай. Йыртҡыстарса ашайһы килә бит. Шул саҡ мин өс бармағым менән картуфты эләктерәм, уға сәнске төртәм һәм уңышлы ғына ауыҙға ҡабам. Ҡыуанған ғына инем - Аллаға шөкөр, бөтәһе лә һәйбәт булды, ә бында өҫтәл артында шарҡылдап көлөү ишетелде. Үпкәләргә уйланым, әммә бик ныҡ ашағы килеү быны ҡушманы. Барыһына ла ҡул һелтәп, ҡул менән ашай башланым.
       - Бына, - тиҙәр, - дөрөҫ, ҡул менән ашарға кәрәк!
       - Ә нигә өҫтәлгә юҡ-барҙы ҡуйҙығыҙ? - тип һорайым.
       - Былай ғына, һауалылыҡ өсөн, - тип яуап бирҙеләр.
       Беҙҙең көнкүрештә һәм тормошта, шул иҫәптән әҙәбиәттә һауалылыҡ өсөн башҡаны мин аңланым. Һәм иң элек үҙеңдең ҡулыңа таянырға кәрәк...
       Ни тиһәң дә, Фәрит Иҫәнғолов шулай эшләне лә. Ул иң элек үҙ ҡулдарына таянды.
       Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1983 йылдың 20 майында вафат була. Яҙыусы йәшәгән йортта (Карл Маркс урамы, 40) таҡтаташ ºóéûëäû.
       Миңә бер нисә тапҡыр яҙыусы менән осрашырға тура килде. Күп йылдар элек, элекке Ташкисеүҙәге беренсе осрашыу иҫтә ҡалған. Йылғаның ҡаршы ярында ныҡ, аҡ бәшмәк кеүек, кеше тора, ҡулында үрелгән кәрзинә. Һәр бәшмәксе һәм балыҡсы кеүек, табышы менән маҡтанды. Ошо ваҡыттан мин уның менән генә түгел, әммә уның китаптары менән дә таныштым. Урман ситендә күргән Фәрит Иҫәнғолов минең хәтерҙә ҡалды: сәләмәт, алсаҡ, һайлап алынған бәшмәктәр кәрзине менән.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал