6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Психолог кәңәштәре

Тәрбиәләү нескәлектәре
05.03.09


       Уртаҡ тел таба белеү... Мәҫәлән, беҙ өлкәндәр, кем менәндер, уның йәшенә, мәнфәғәттәренә һәм, ниһайәт, статусына ҡарамай, уртаҡ тел таба алабыҙмы? Уртаҡ тел таба белеү - ул, бәлки, иң юғары аралашыу алымылыр...
       Беҙҙең бөгөнгө һөйләшеүебеҙ сетерекле теманың дауамы булып тора - яратҡан ҡатындың (ирҙең) балаһын уллыҡҡа алырғамы юҡмы? Был теманы беҙ "Психолог кәңәштәре" рубрикаһында күтәреп сыҡҡайныҡ.
       Хәҙер был теманы беҙ "яңы" атай һәм ул яратҡан ҡатындың балаһы араһында аралашыуҙы көйләү күҙлегенән сығып ҡараясаҡбыҙ. Бында тәрбиәләү нескәлектәре бармы, һәм практикала ниндәй хәлдәр йыш осрай? Ошо һәм башҡа һорауҙарға психолог Евгения Лялина ярҙамы менән яуап эҙләйбеҙ.
       - Үҙ балаң менән уртаҡ тел табыу - ул ата-әсәнең төп бурысы, - ти психолог. - Яҡшы һәм насар бала юҡ ул. Үҙ ата-әсәһе аңлаған һәм уны ишеткән балалар бар, һәм бер үк ваҡытта ата-әсәһе аңламаған һәм ишетмәгән балалар ҙа бар. Шуны иҫтән сығарырға ярамай, бала - ул шәхес. Һәм бындай мөнәсәбәттәрҙә иң мөһиме - ул баланы ишетеү теләге.
       Әлбиттә, беҙ күндәм тәрбиәләү алымдарын белергә теләйбеҙ. Бала үҫә, уның донъяға ҡарашы, интеллекты, ихтыяжы һәм теләктәре үҙгәрә, шуға күрә ата-әсәнең эше хәлгә һәр көн яңынан ҡулайлашыуҙы ҡарай. Ә беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәр 80 процент осраҡта тыйыуҙарға һәм күрһәтмәләр биреүгә алып бара. Миҫал өсөн: "Һин бүрек кейҙеңме?", "Тиҙерәк бул!, "Үҙеңде матур тот", "Илама!" һәм башҡалар.
       - Бындай осраҡтарҙа һалдаттар тәрбиәләйбеҙ, тип әйтәм һәр саҡ, - ти Евгения Лялина. - Ҡай саҡ ата-әсәләр баланы ҡыуандырыу йәки уның һөйөүен яулау маҡсаты менән уға ҡаршы килмәй. Ул саҡта бала ғаиләлә баш була, ә был бала өсөн ҙур йөк. Хатта оло кеше үҙенә яуаплылыҡты алырға һәр саҡ әҙер түгел бит, ә балалар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Уларға бындай вәêәләттәр бүлеү кәрәкме?
       Һүҙ юҡ, тәрбиәләү - ябай ғаилә өсөн бер ҙә еңел мәсьәлә түгел, ғаилә эсендә ауыр мөнәсәбәттәр хөкөм һөрãәíäœ "йәмғиәт ячейкалары" тураһында òåë㜠àëûó êœðœêìå? Улар - ата-әсәнең айырылышыуы, ғаиләлә әсәнең сираттағы һөйгән êåøåšå áàðëûººà êèëå¼, ниндәйҙер кисерештәр һәм яңылыҡҡа яраҡлашыу.
       Үгәй атайҙың (үгәй әсәй) үҙ-үҙен тотош хәлен биологик ата-әсә һәм уның балаһы менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрендә ҡарайыҡ. Миҫал өсөн, әсә һәм бала, улар "көслө зат" булмағанда үҙҙәренең тормош тәртибенә күнеккән, уларҙа үҙҙәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәр моделе булдырылған, һәм бында ҡапыл уларҙың "монастырына" үҙенең "уставы" - үҙенең ҡарашы, ҡағиҙәләре һәм "һәйбәт" тәрбиәләү моделе менән яңы ғаилә ағзаһы килә.
       Яңы ғына "атай" булған кеше яҡшы уй-ниәттәр маҡсаты менән "бөтә ҡағиҙәләр буйынса" тәрбиәләргә тотона. Унда "яҡшы" кеше тәрбиәләүҙән тыш, үҙенең яратҡан ҡатынына тәьҫир итеү теләге тыуа.
       - Яҙмыштың бындай боролошо ғаиләнең бөтә ағзалары өсөн - ысын һынау, - тип һанай психолог Евгения Лялина. - Әсә кеше, "яңы" атай уның балаһына ҡарата саманан тыш талапсан һәм принципиаль, тип уйлап, иренә киҫәтеү яһай. Ир кешелә, әлбиттә, шунда уҡ уның "йорт хужаһы" статусында шик барлыҡҡа килә, "ғаилә башлыҡтары", уның талаптары тикшерелмәй, ҡай саҡ хатта шик тыуҙыра. Бала был хәлде үҙ файҙаһына оҫта бороп ебәрә һәм уларҙы үҙ-ара бәхәсләштерә...
       Икенсе вариант, психолог дауам итә, талапсан әсә үҙенең балаһын "ҡағиҙәләр йыйылмаһы" буйынса йәшәргә өйрәткән, уның менән аралашыу билдәле бер схема буйынса төҙөлгән. Үгәй атай, бала йөрәген яулап алыу маҡсатын күҙ уңында тотоп, уға теге йәки был мәсьәләлә йомшаҡлыҡ күрһәтеүгә юл ҡуя. Ҡай саҡта баланың һәм "яңы" атайҙың үҙҙәренең сере барлыҡҡа килә. Үҙ-үҙеңде былай тотоу стиле тәрбиәләү процесында ҡатнашыусыларға бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ бирмәй.
       Һәм, ниһайәт, өсөнсө вариант, ул, үкенескә ҡаршы, һирәк осрай, - ике кеше - йәғни әсә һәм бала йәки бер нисә бала - был ғаилә. "Яңы" атай быны яҡшы аңлай. Һәм ул, рустарҙың сит монастырь тураһындағы мәҡәлен иҫтә тотоп, аҡыл менән эш итә.
       Бындай ир бөтә яңы хәлгә үҙе яраҡлашырға тырыша. Бындай осраҡта әсә кеше лә, һәм әсәнең балалары ла уның тырышлығын ҡабул итәсәк. Ғаилә көнкүрештә бер-береһен әкренләп танып белә, бөтәһе өсөн дә ҡабул ителерлек яңы ҡағиҙәләр булдыра, яңы ғаилә байрамдары үткәрә башлай.
       - Француз психологы Изабель Фийоза үҙенең бер китабында, минең ҡарашҡа, балалар менән аралашыуҙа килешле бәйләнеш алыу буйынса шәп кәңәш бирә, - ти Евгения Лялина. - Мин шуларҙың бер нисәһен килтерәм. Һеҙҙең бала нимә һөйләй, һеҙ уны тыңларға һәм ишетергә өйрәнегеҙ. Бойороҡ бирмәгеҙ, ә ҡабул ителерлек һайлап алыуҙы тәҡдим итегеҙ. Ваҡытты бала менән бергә үткәрегеҙ. Мәғлүмәт менән уртаҡлашығыҙ. Балыҡ түгел, ә ау бирегеҙ. Аныҡ һәм ҡыҫҡа сроклы маҡсаттар ºóéûûƒ. Хатаны дәрескә әйләндерегеҙ. Арбитр түгел, ә аралашсы булығыҙ.
       Һеҙ биргән тәрбиә ниндәй һөҙөмтәләр килтерә, күҙәтегеҙ, һәм үҙегеҙҙең хаталарҙа өйрәнегеҙ. Онотмағыҙ, иң ауыры - ул баланың ҡылыҡтыран хөкөм итмәй, уны бөтә етешһеҙлектәре менән яратыу. Өмөтһөҙ һәм хөкөм итмәй яратыу, бәлки, тәрбиәләү процесында иң көслө ҡоралдыр!

Галина Бахшиева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал