6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Ольга менән ғорурланабыҙ
05.03.09


       Өфөлә биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионаты тамамланды. Унда 26 йәше тулмағандар ҡатнашты. Кисә чемпионаттың һуңғы этабы - эстафета ярыштары үтте. Эстафеталар - ул илдәрҙең ҡан ҡойошһоҙ көрәше. Өфөí³¾ "Биатлон" ñïîðò-šàóûºòûðûó êîìïëåêñûíäà тамашасылар, шәхси ярыштарға ҡарағанда, күп йыйылғайны. Тағы аншлаг һәм Рәсәй флангылары.
       Чемпионаттың һуңғы көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар беренселәрҙән булып эшкә тотондо, улар юниорҙар менән бергә сығыш яһаны. Ололар һәм кеселәр араһындағы айырма шунда, өлкәндәр командаһы дүрт спортсынан торҙо, ә юниорҙар - өс биатлонсынан.
       Ольга Вилухина ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла иң яҡшыларҙан була ала ине, әммә ул юниорҙар командаһы буйынса әхирәттәре менән ярышты. Вилухина ғәҙәттә тәүге этапта йүгерә, әммә уны көслө булараҡ иң һуңғы этапҡа ҡуйҙылар.
       Юниорҙар еңел еңеү яуланы. Белоруссия йыйылма командаһы вәкилдәре ике минутҡа ҡалышты. Румыния биатлонсылары беҙҙекеләрҙән 3,5 минутҡа ҡалышты һәм "бронза" яуланы.
       Беҙҙең ҡыҙҙар биш өҫтәмә патрон ҡулланды һәм бер штраф әйләнмәһе йүгерҙе. Был юлы Анастасия Романова һәм Анастасия Калина хаталанды. Вилухина үҙенең ике атыу һыҙығын хатаһыҙ үтте. Ул был чемпионатта йөҙ процентлы һөҙөмтә күрһәтте - дүрт старт өсөн дүрт алтын миҙал. Матбуғат конференцияһында Ольга ябай һәм мөһим һүҙҙәр әйтте:
       - Күңелем шатлыҡ тойғолары менән тулы. Мин бик шат, сөнки биатлон буйынса Европа чемпионатының абсолют чемпионы булдым, һәм эстафета ярыштарында ҡыҙҙар менән еңеү яуланыҡ. Мин чемпионат менән ҡәнәғәт.
       Оляны Рәсәйҙең төп йыйылма командаһы составына алыуҙарын теләйем, ти юниор йыйылмаһы остазы Николай Савинов.
       - Ольга яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Словакия спортсыһы Кузьмина-Шипулинаға ҡарағанда (ул яңыраҡ донъя чемпионатының көмөш призеры булды), иң көслө биатлонсылар менән ярыша алыуын иҫбатланы. Әлбиттә, юниорҙар араһында ла конкуренция көслө, әммә Ольга юғары кимәлдә сығыш яһарға һәләтле булыуын күрһәтте.
       Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Украинаның дүрт спортсыһы еңеү байрам итте. Ҡыҙҙар һәм уларҙың тренеры үҙҙәренең еңел еңеүенә хатта ғәжәпләнде. Һуңғы этапта йүгергән Вита Семеренко былай тине:
       - Мин дистанция буйынса күнекмәләр режимында йүгерҙем.
       Украина йыйылма командаһының өлкән тренеры Григорий Шамрай:
       - Беҙҙә, рәсәйҙәр кеүек, төрлө ергә ебәреү өсөн өс состав юҡ, шуға күрә бөтә ергә лә барырға тура килә. Апалы-һеңлеле Валя һәм Вита Семеренко һәм Алена Пидгрушная Кореянан донъя чемпионатынан ҡайтты, Инна Супрун - Ҡытайҙан Универсиаданан. Европа чемпионаты - мөһим старт. Кореяла беҙ яҡшы сығыш яһàíûº, әммә миҙал алманыҡ. Өфөлә үткән Европа чемпионаты уңышлы булды - беҙ хатта көтмәгәйнек. Германия һәм Рәсәй биатлонсылары көслө, быны беҙ белә инек.
       Мария Садилова штраф әйләнмәһенә йүгерә башлағас, Рәсәй биатлонсылары бер аҙ артта ҡалды һәм "алтын"ға һуңғы өмөтөн юғалтты.
       Һөҙөмтәлә эстафета ярыштарында беҙҙең квартет (Анастасия Кузнецова, Екатерина Юрлова, Мария Садилова, Любовь Петрова) Рәсәй йыйылма командаһы ҡумтаһын көмөш миҙал менән тулыландырҙы. "Бронза" Германия командаһына эләкте. Франция - дүртенсе, Норвегия - бишенсе. Канада командаһы алтынсы булды, поляктар - етенсе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал