6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Володя ағай сноубордта ярата
04.03.09


       Футболкалар, тоҡ һымаҡ ыштандар, кепкалар, спорт аяҡ кейемдәре, залда ҡыҙҙар өйөмө - ҡалала "Уматурман" төркөмө. 3 мартта улар Өфө күңел асыу комплекстарының береһендә сәхнәне ҡамап алды. Унда... юҡ, яңы альбом тәҡдим итмәнеләр, шәп концерт күрһәттеләр. Яҙҙың тәүге көнөндәге тамаша өфөләр өсөн матур бүләк булды. Әйткәндәй, был көндө "Радус" продюсер үҙәгенең генераль директоры Радмир Усаев үҙенең тыуған көнөн билдәләне, ул - концертты ойоштороусы, шуға күрә "Уматурман"дың сығышын төркөмдән уға бүләк тип һанап була.
       Владимир һәм Сергей Кристовскийҙар, Өфө публикаһы (күп "йондоҙҙар" баһаһы буйынса көйһөҙ) ҡәнәғәт ҡалһын өсөн, күп көс һалған.
       "Уматурман" төркөмө концертын шунда уҡ йырҙан башланы, әммә аҙаҡ Володя Кристовский фанаттарҙың өмөтөн аҡланы һәм ысын күңелдән зал менән аралашты. Һәр йырҙы уның аңлатмаһы, ҡайҙалыр хатта шиғыр варианты оҙатып барҙы. Миҫал өсөн, ҡатын-ҡыҙҙарға арналған лирик композицияны ул үҙенең шиғырынан башланы:
       Ҡатын-ҡыҙҙар шул тиклем ялҡытҡыс:
       Йә илайҙар, йә көләләр...
       Әммә улар сисенеү менән
       Бөтәһен дә онотаһың.
       Комплимент, рифмалы булһа ла, ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән шик тыуҙырҙы, әммә артист менән нисек бәхәскә инәһең?
       Володя Кристовский был концертты шиғриәт кисәһе тип атаны, әммә "евтушенкоса" нимәлер көткәндәр, үҙҙәренең өмөттәрендә алданыр ине: бөтәһе лә күпкә ябайыраҡ булды:
       Донъяла матур урындар күп,
       Һәм шуларҙың береһе - бәҙрәф.
       Бында тыныс һәм хәүеф-хәтәрһеҙ,
       Алһыу төҫөндә яҡтылыҡ төшә.
       Бында өйкөлөшөп йөрөмәйҙәр,
       Ҡартына һәм кесеһенә уңайлы,
       Һәм, ҡағиҙә булараҡ, үҙең булып ҡалаһың
       Тик бәҙрәфтә генә.
       Натурализм философияһы бына шундай, ул, хәйер, төркөмдөң ижадын айыра.
       "Уматурман" төркөмө төрлө альбомдан төрлө йырҙар тәҡдим итте, шул иҫәптән яҙылмағандарын да. Әлегә. "Че Гевараның һуңғы көрәше", "Ҡушымта юҡ", "Сноубордта мөхәббәт" (ул Людмила Гурченко менән бергә яҙҙырылған) яңғыраны. Әммә концертта уның ролендә Сергей Кристовский сығыш яһаны.
       Володя залдан "Трансвестит тураһында йырла" үтенесенә иғтибар итмәне:
       - Юҡ, ә хәҙер беҙҙең өсөнсө альбомға исем биргән йыр... (залдан ҡысҡырған тауыштар) ... "Хыялдар ҡайҙа алып бара".
       Тәьҫирле һәм үтә нескә композиция, әммә халыҡ ғәҙәти йыр көттө. Володя өмөттәрен аҡланы, "Прасковья" йырын зал менән бергә башҡарҙы, "Папины дочки" сериялынан Сережа тураһында - "... һеҙҙең ҡаланың бөтә балаларына" арнау, "Яҡшылыҡтың яуазлыҡ менән көрәше" - Антон Городецкийҙы бергә иҫкә алдылар, ә аҙаҡ күптән көткән "Ума Турман" булды.
       Әйтергә кәрәк, "Уматурман" төркөмө матур сығыш яһаны, тамашасылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Уларҙың ижадына табыныусылар ҙа юғарыла булды: фанаттарҙың ҡысҡырыуҙары, саманан тыш бейеүҙәр йөҙәтмәне. Хәйер, был аңлашыла: "Уматурман" - ул күңел биреп тыңлай торған төркөм.
       Залда изге, яҡшы берҙәмлек хисе, бисҡа бер нисә йыр, һәм концерттың аҙағы. Володя ҙур ихласлыҡ менән автограф таратты, тамашасылар менән фотоға төштө. Ә урамда... яҙ килгәндәй тойолдо.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал