6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Биатлон

Ольча - снайпер
04.03.09


       Кисә Өфөлә дүрт атыу рубежы менән иң ауыр һәм оҙон старттар үтте. Көндөң беренсе яртыһы гүзәл заттарға һәм яҙға арналды. Ҡатын-ҡыҙҙар 15 километрға йүгерҙе, юниорҙар - 12,5 километрға. Улар 20 тапҡыр атты. Шәхси ярыш - ул һәр саҡ оҙаҡ, көсөргәнешле һәм ауыр, әммә, практика күрһәтеүенсә, еңеп сыға алырлыҡ.
       Һауа температураһы ла көндән-көн үҙгәреп тора, йә көпшәк ҡар яуа, йә бер аҙ иретеп ала. Кисәге көнгә килгәндә, башта бер ни тиклем ҡар яуҙы, аҙаҡ - епшетте. Күңелһеҙ, әммә ни эшëәйһең? Бер ни эшләп булмай.
       Иң көслө биатлонсылар Яна Романова (Рәсәй) һәм әлеге Евробиатлондың ике тапҡыр чемпионы Анастасия Кузьмина (Словакия йыйылмаһы) Ванкуверға осто.
       Гүзәл заттар беренсе булып йүгерҙе. 26 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарҙың ярышы еңелдән булманы. Бер кем дә йөҙ процентлы атыу күрһәтә алманы. Рәсәй спортсылары араһында Любовь Петрова иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ул беренсе һәм һуңғы рубежда берәр тапҡыр яҙа атты һәм саңғыла шәп йөрөнө. Һөҙөмтәлә - ике немец спортсыһы артынан уҡ "бронза".
       - Šàóà температураšû түбән áóëàíäà йүгерергә күнеккәнмен, - ти Любовь "БАШвестЪ" хәбәрсеһенә, - ә бөгөн миңә эҫе булды. Әммә мин ҡәнәғәт, саңғылар шәп йүгерҙе.
       Германия йыйылмаһы командаһы спортсылары ла шәп йүгерҙе. Улар башта таҙа атты, һуңғы рубежда ғына яҙа атыуҙар булды. Анна Прейслер һуңғы атыуҙа ике хата ебәрҙе, әммә һөҙөмтәлә Петрованы ике секундҡа уҙып китте.
       Джулиана Долл дүртенсе рубежда өс тапҡыр хаталанһа ла, тиҙлеге арҡаһында ғына беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Ул яҡшы тиҙлек күрһәтте, еңеү менән ҡотларға була.
       - Джулиана, немецтар биатлон менән генә түгел, әммә машиналар менән дә данлана. Үҙеңде ниндәй немец автомобиле менән сағыштыраһың?
       - Германияла "Рено Клио"ла йөрөйөм - ул Германия машинаһы түгел. Ә биатлонда дистанцияла "Порше" булаһым килә, - тип көлә Европа чемпионы.
       Яҡташыбыҙ, Белорет ҡыҙы Ольга Вилухина тәүге ике уңышлы старттан һуң шәхси ярышта сығыш яһауын хәл итмәгән ине. Арыған, һәм башҡа ҡыҙҙарға миҙал өсөн көрәшергә мөмкинлек бирергә теләне.
       Әммә һөҙөмтәлә йүгерергә тура килде. Вилухина йүгерергә тейеш - был тренерҙар ҡарары.
       - Мин шәп йүгерергә йыйынманым, - ти Вилухина. - Еңеүгә дәғүә итмәнем. Был ярышта яҡшы атыуҙы төп бурыс итеп ҡуйҙым. Ел ине, мин үҙ ритмымда аттым. Иң һуңғы патрон габаритҡа тейҙе. Сәп көс-хәл менән ябылды. Бөтә дүрт рубежды штрафһыҙ үттем һәм көйәрмәндәрҙең сәләмләү һүҙҙәрен ишетеп, ҡыуандым.
       Вилухина ҡуйылған маҡсаттарҙы проблемаһыҙ үтәне. Ольга бер  ҙә яҙа атманы.
       Снайпер һәләте ҡайҙан килә? Ольга Максим Чудовҡа ҡарағанда тиҙерәк һәм теүәл ата. Вилухина сәпкә төбәгәндә кемде күҙ алдына килтерә икән? Был мәҡәләне беҙ Ольга менән бергә яҙҙыҡ. Сәптә бер кемдең дә йөҙөн күрмәйем - бары тик "ҡара түңәрәктәр", - ти Оля.
       Минең янға танылған бер биатлон ярыштарын күҙәтеүсе килде:
       - Вилухинаны Ханты-Мансийскиҙа донъя кубогы этабына өлкән йондоҙҙар менән бергә йүгерергә алһындар - быны форумдарҙа халыҡ талап итә.
       Шәп идея. Остаздарҙың был аҙымға ҡыйыулығы етерме, ҡарарбыҙ. Ольга үҙе был турала нимә ти:
       - Мин теләһә ҡайһы мөмкинлеккә - донъя кубогы этабымы, күнекмәләр йыйылмаһымы - шатмын. Ванкувер Олимпиадаһы - ул минең өсөн фантастика, хыялдарҙың сиге булыр ине!
       Һәм, һүҙ аҙàында, мәҡәләнең исеме тураһында. Уны Вилухина үҙе уйлап тапты. Вилухинаны үҙҙәренсә Ольча тип йөрөтәләр, ә Оляға был оҡшай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал