6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Суд системаһы

Присяжныйҙар суды: кире һәм ыңғай яҡтар
30.03.04


       Федераль законға ярашлы, 2003 йылдың 1 ғинуарынан Башҡорт останда, Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, присяжныйҙар суды индерелде. Башҡортостан Республикаһы Юғары суды судьяһы, ен әйәт эштәре буйынса суд коллегияһы рәйесе Илдар Зөфәр улы ҡа нбәков тәүге һөҙөмтәләр тураһында үҙ фекерҙәре менән бүлешә.
       Ҡанбәков фекере буйынса, прсяжныйҙар судының күҙгә күрен еп торған ыңғай яҡтары етерлек. Беренсе сиратта мораль яҡтан . Статистика буйынса, республиканың Юғары суды тарафынан сығ арылған хөкөмдөң 85 процентына кассация тәртибендә ялыу бире лә( башлыса хөкөм ителеүселәр тарафынан). Сағыштырыу өсөн: р айон судтары буйынса был күрһәткес 4 тапҡырға кәмерәк. Был э ш категорияларын присяжныйҙар суды тикшерергә мөмкин тигәнде
       аңлата, ғәҙәттә, енәйәтселәр хөкөм ҡарары менән риза булмай . Быға аптырарға ла ярамай, сөнки һүҙ ауыр һәм айырыуса енәй әт, тимәк оҙайлы ваҡытҡа иректән мәхрүм итеү тураһында бара. Шуға күрә присяжныйҙар вердиктынан һуң судьяға ябай составта
       тикшергәндән була торған яуаплылыҡ тойорға тура килмәй. Яба й составта судьяға енәйәтсенең ғәйеплеме, түгелме икәнлеген үҙенә хәл итергә тура килә, бында иһә уның эшен халыҡ судьял ары башҡара.
       Әммә бының кире яҡтары ла бар.Суд ултырыштары оҙаҡҡа һу ҙыла һәм ҡиммәткә төшә. Судтың хата ебәреү ихтималлығы арт а. Етмәһә, бөтөнләй нигеҙләнмәгән аҡлау осраҡтары йышая. Был
       турала статистика асыҡ һөйләй: аҡлау вердикттары ғәйепләүҙә ргә ҡарағанда күберәк сығарыла. Был законда ла һалынған. Хат алы ғәйепләү ҡарары сығарылған осраҡта судья коллегияны тар атып, яңы суд тәғәйенләргә хоҡуҡлы. Ә инде присяжныйҙар ғәйе пләнеүсене аҡларға тип тапһа, судьяға был ҡарар менән килеш мәй булмай. Ҡайһы бер ғәйепләнеүселәр тап ошо фактҡа өмөт ит ә лә инде. Әммә суд практикаһы күрһәтеүенсә, уларҙың өмөттәр е йыш ҡына аҡланмай.
       Тәүге суд процессы 2003 йылдың авгусында үтә, һуңынан т ағы ла дүртәү була. Ильдар Зөфәр улы һөйләүенсә, тәүге өс ен әйҫт эше бер-береһенә оҡшап тора: ике кеше өсөнсөһөн үлтереү ҙә ғәйепләнә. Присяжныйҙар суды уларҙың икәүһен дә ғәйепле т ип тапты һәм суд ҡарарын менән улар төрлө ваҡытҡа ултыртылды . Яҡлау яғы был ҡарарҙы РФ Юғары судында кире ҡағырға маташһ а ла, кассация инстанцияһы үҙгәрештәр индермәне.
       Дүртенсе процесс та ҡатмарлы булды. Октябрский ҡалаһынан ик е ҡатында берәүһенең ирен үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнеләр.
       Ҡатыны элекке тормош иптәшен үлтереү өсөн кеше таба, уға а ҡса вәғәҙә итә. Әммә үлтереүсе ниндәйҙер ваҡытта баш тарта һ әм ҡорбан тере ҡала. Присяжныйҙар бындаы ҡарар сығара: ғәйеп ләнеүселәр, ысынлап та, ғәйепле тип табыла. Әммә ... ирен үл етерергә ҡарар иткән ҡатын ғәйепһеҙ, ә уға ярҙам иткән әхир әте ғәйепле тип табыла.
       Бындай аҡылға һыймаған ҡарар сығарған присяжныйҙар ниндәй
       аргументтарҙан сығып эш иткәндәр Күрәһең, ирҙең үлмәй тере
       ҡалыуы, уларҙың дөйөм ике балалры булыуы, "заказсы" ҡатынд ың ултырыуы, ә инде иптәш ҡатындың әлегә ултырмауы ниндәйҙер
       роль уйнағандыр. Ҡанбәков һүҙҙәре буйынса, улар беренсе сир атта төрлө факттарҙан сығып эш итә. Ә инде кем яғын ҡабул и теү уларҙың үҙҙәренән генә ҡала. Бәлки, присяжныйҙарға шул р әүешле аҡлау хоҡуғы бирелгәндер.
       Присяжныйҙарҙы суд ултырышына йыйып алыу ҙа бик мәшәҡәтл е эш. Беренсенән , ул ойоштороуға ҡайтып ҡала. Суд ултырышын да мотлаҡ ҡатнашырға тейешле присяжныйҙар 30 кешенән һайлап алына, ә улар һәр коллегияла уртаса 12 кеше һәм ике кеше за пас була. Тимәк, суд көнө барлығы 150 кеше саҡырыла.
       Судья был көндө присяжныйҙарҙың барыһы ла килһен инде тигә н теләк менән генә йәшәй. Әммә килгән осраҡта ла, уларҙың кү беһе процесстың аҙағынаса йөрөй алмай. Ә бит ултырыштарҙың б ер айға һуҙылғандары ла була. Бынан тыш процессуаль характе рҙағы ҡыйынлыҡтар ҙа бар.

Светлана Полиновская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал