6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Музыка, мөхәббәт һәм манный бутҡаһы
03.03.09


       "Баш ҡала йыл уҡытыусыһы" конкурсы аҙағына килеп етте. Ағымдағы йылда бәйгелә ҡаланың иң яҡшы 41 педагогы ҡатнашты. Өфөнөң 41-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән донъя сәнғәт мәҙәниәте уҡытыусыһы Светлана Морозова "Баш ҡала йыл уҡытыусыһы" исеменә лайыҡ булды. Ул бөтә конкурс һынауҙарын уңышлы үтте, үҙен күрһәтте һәм наградаға лайыҡлы булыуын иҫбатланы.
       "БАШвестЪ" хәбәрсеһе баш ҡаланың иң яҡшы педагогы менән осрашты, һәм уның уңыш серҙәрен белде.
       - Светлана Эмистовна, һеҙ нисек конкурста ҡатнашырға ҡарар иттегеҙ?
       - Әгәр һеҙ мәктәптә эшләһәгеҙ, белер инегеҙ, беҙҙең теләкте бер кем дә һорамай. Бөтәһе лә ирекле-мәжбүри рәүештә килеп сыҡты. Конкурста ҡатнашырға, һәм кемделер күрһәтергә кәрәк, тине мәктәп директоры. Бәйгелә үҙ òåëœãå менән ҡатнашыусылар табылманы, шуға күрә мине ебәрергә ҡарар иттеләр.
       - Һеҙ ҡасандыр ошондай конкурста ҡатнаштығыҙ шикелле...
       - Эйе, ун йыл элек. Конкурста ҡатнашыуым, еңеү яулауым тураһында аңлатырға тырыштым. Әммә мәктәп директорының ишетәһе лә килмәне. Һәр биш йыл һайын ҡатнашырға була, тине директор.
       - Дәғүәселәргә ҡарата баһа ниндәй?
       - Конкурста ҡатнашыусылар үткәргән бөтә дәрестәрҙә лә булманым, инновацион проекттар менән таныштырыуҙарын күрмәнем, шуға күрә миңә уларға баһа биреү ауыр. Конкурсанттар күп ине. Беҙҙе ике төркөмгә бүлделәр. Киске сәғәт етелә проектым менән таныштырҙым. Миңә бер нисә педагогты тыңларға тура килде. Перфильева рус теле һәм әҙәбиәте буйынса иң көслө уҡытыусы булыуын шунда уҡ аңлап алдым.
       - Үҙегеҙҙең инновацион проект тураһында һөйләгеҙ әле?
       - Минең проектым "Донъя сәнғәт мәҙәниәтен уҡытыу процесында ысынбарлыҡҡа ҡиммәтле мөнәсәбәттәр булдырыу" тип аталды. Минең уйымса, балалар тотош донъяны күрергә тейеш, ә беҙ бөтә предметтарҙа уны бүлергә тырышабыҙ. Шунса мәғлүмәттән бала нимә эшләргә тейеш һуң? Әгәр бала һүҙ нимә тураһында барғанын аңлаһа, ул мәғлүмәтте еңел ҡабул итә.
       - Конкурс нисек үтте, ауыр булдымы?
       - Беренсе этаптан һуң мин иң яҡшылар рәтендә булманым. Уртала килдем. Асыҡ дәрес үткәргәндән һуң мин һигеҙенсе урында инем. Жюри ағзалары мине мастер-класс ваҡытында баһаланы, тип уйлайым. Күҙ алдына килтерегеҙ, кабинетта уҡыусылар урынына коллегаларым ултыра, ә мин улар алдында дәрес үткәрәм. Лекцияларҙа һәм фекер алышыуҙарҙа мине юғары баһаланылар.
       - Фекер алышыуҙар нисек үтте?
       - Профессорҙың фекере менән ризалашмау миңә хас түгел. Әммә бөтәһе лә мәрхәмәтле булды. Был бары тик интеллектуаль уйын - быны бөтәһе лә аңлай ине. Беҙ бәхәсләштек, уҡыусы - ул уҡытыу объекты йәки субъекты.
       - Һеҙгә коллегаларығыҙ, уҡыусыларығыҙ ярҙам иттеме?
       - Әлбиттә. Мәктәп тупһаһын күп тапаным, улар ҡаҙаныштарым менән ҡыҙыҡһынды. Минең еңеүем тураһында белгәс, улар шатланды. Бик күп йылы һүҙҙәр ишеттем.
       Иремә ҙур рәхмәт әйтер инем, сөнки минең еңеүем - был уның да ҡаҙанышы. Ул миңә ярҙам итте, бер ай буйына манный бутҡаһы менән туҡланды, сөнки минең нимәлер әҙерләргә ваҡытым ҡалмай ине.
       - Һеҙҙе артабан "Йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы көтә. Һеҙ уға әҙерләнә башланығыҙмы?
       - Скарлетт кеүек, уның тураһында иртәгә уйлармын. Бер ай уҡыусылар менән эшләйем әле һәм конкурс тураһында уйларға тырышмайым. Мин уҡыусыларымды һағындым.
       - Һеҙҙең педагогик стаж ҙур, 32 йыл. Ошо арауыҡта уҡыусылар үҙгәрҙеме?
       - Хәҙерге балалар зирәк, улар нимә теләй, беләләр. Хәҙер балалар бер ни ҙә теләмәй һәм бер ни эшләмәй, тиҙәр. Был дөрөҫ түгел. Улар бала саҡтан уҡ маҡсат ҡуя һәм уға бара. Минең быуын дәүләт ярҙамына иҫәп тотто. Беҙҙе стипендия, эш менән тәьмин итте. Ә хәҙерге балалар тормошта үҙ урынын үҙ аллы табырға тейеш - улар быны яҡшы аңлай.
       Индиго балалар тураһында күп һөйләйҙәр. Минең уйымса, улар ысынлап та бар. Әлеге быуын интеллектуаль үҫешкән һәм беҙҙән ныҡ айырыла. Беҙҙең алда балалар ултыра, әммә уларға текәлеп ҡараһаң, аңлайһың, улар өлкәндәр кеүек, етди, улар кесе ағайҙар һәм апайҙар тиерһең. Миңә ҡалһа, уларҙың бөтөнләй бала сағы юҡ. Мин уларҙы йәлләйем...
       - Мәктәптә бер юлы өс предметты алып бараһығыҙ: донъя сәнғәт мәҙәниәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте. Бөтәһенә лә нисек өлгөрәһегеҙ?
       - Дөйөм алғанда, был предметтар оҡшаш, уларҙа сәнғәт өйрәнелә. Бөтәһе лә музыканан башланды. Аҙаҡ яңы программа буйынса уҡыусыларға музыка дәресендә сәнғәт һәм әҙәбиәт тарихын һөйләй башланым. Шулай итеп донъя сәнғәт мәҙәниәте барлыҡҡа килде. Ә һуңынан Башҡортостан мәҙәниәтен уҡытырға тәҡдим иттеләр.
       - Дәрестә хәҙерге музыканы, сәнғәтте өйрәнәһегеҙме?
       - Миндә лекциялар курсы бар, унда беҙ джаз, рок, поп-музыка тарихын өйрәнәбеҙ. Һигеҙенсе синыф уҡыусылары менән "Музыкала хәҙерге осор нимә ул?" тигән теманы үтәбеҙ.
       - Уҡытыусының абруйын күтәреү тураһында күп һөйләйҙәр. Быға ҡарата һеҙҙең ниндәй ҙә булһа тәҡдимдәрегеҙ бармы?
       - Берҙән-бер тәҡдим - уҡытыусыға тынғы бирһендәр!
       - 2010 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусылар йылы тип иғлан ителәсәк. Һеҙ нимә көтәһегеҙ?
       - Белмәйем, бәлки, ниндәйҙер үҙгәреш булыр. Беҙҙең мәктәпкә йөҙ менән ҡараһындар ине. Балаларға нормаль шарттар булдырһындар. Конкурс ваҡытында миңә шундай матур мәктәптәрҙә булырға тура килде! Ә беҙҙең мәктәп күптән инде ремонт күрмәгән. Мәктәбебеҙ күҙгә күренеп емерелә.
       Эш хаҡына килгәндә... Әгәр беҙ был хәлде үҙгәртә алмайбыҙ икән, тимәк, быға башҡаса ҡарарға кәрәк. Уҡытыусылар мәктәптә аҡса өсөн эшләмәй бит. Шуныһы үкенесле, коллектив йәшәрмәé. Йәш уҡытыусылар мәктәпкә килеп бармай. Әммә беҙҙә коллектив òàòûó! Беҙ үҙебеҙҙең эшкә яуаплы ҡарайбыҙ. Мин үҙемдең эшемде яратам. Балаларға ла, беҙҙең тормошта мөхәббәтһеҙ бер ни эшләп булмай, тип әйтәм. Үҙеңә яратырға кәрәк, ә башҡаларҙан талап итмәҫкә. Һеҙ донъяның кендеге һәм һеҙҙең тирәләй бөтәһе лә әйләнергә тейеш, тип һанау дөрөҫ түгел. Һеҙҙе яратһындар өсөн, үҙеңә әйләнергә кәрәк. Бына мин әйләнәм...

Елена Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал