6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Йүнсел сабыйҙар
03.03.09


       - Тейешле ваҡыттан алда яҡты донъяға килгән сабыйға нимә кәрәк, профессор?
       - Реанимацияла көс йыйыу - башҡаса сара юҡ! Унда уға дарыу һәм ҡан ебәреүҙәр, унда нимә генә юҡ!
       Ни тиһәң дә, профессор "ҙур кеше - уның менән бәхәсләшеү урынһыҙ". Ваҡытынан алда тыуған сабый ун йылдан һуң үҙен күрһәтер әле. Кемгәлер, бәлки, аңлатмалар талап ителәлер: ни өсөн ваҡытынан алда тыуған? Дәүләт яғынан изге ихтыяр - финанс средстволары табылған, тағы нимә етмәй? Һәр ваҡыттағыса, ваҡ-төйәк - быларҙың барыһын үҙ-ара мөнәсәбәттәр системаһында ойоштороу. Эшҡыуар кеүек, үҙ-үҙен иҫбатлауға һәләтлеләр араһында, һәм етәксе вазифалары менән мәшәҡәтләнгәндәр араһында, һәм ни өсөн "бәләкәй кеше" проблемаларына тейешенсә иғтибар бүлеп булмай?
       Үҫешкән илдәрҙә бындай системаны булдырыуға ундарса йыл үтте, ә уны камиллаштырыу бөгөнгәсә дауам итә. Ә беҙҙә, көрсөк шарттарында, хәлдәр башҡаса. Шулай итеп, тулылыҡтан беләбеҙ, иҡтисадтан профессорҙың ниндәй "дарыу һәм ҡан ебәреүҙәренән" сабыйҙың тормошон һаҡлап ҡалырға йыйыналар.
       Бының өсөн беҙгә республика эшҡыуарҙары съезында булырға тура килде. Унда бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре, власть органдары, ғилми даирә һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылғайны. Съездың маҡсаты - хәҙерге иҡтисад шарттарында эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеү, Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә берҙәм стратегия булдырыу.
       - Һуңғы йылдарҙа Хөкүмәт тарафынан бер нисә ҡарар ҡабул ителде, улар беҙҙең ҡарашҡа, бәләкәй компанияларҙың тормошон еңеләйтә, - тине РФ Иҡтисади үҫеш министрлығының иҡтисадта дәүләт көйләүе департаменты етәксеһе Андрей Шаров ултырыштың пленар өлөшөндә. - Беҙҙә үҙ-үҙеңде тынысландырыу юҡ, әммә тәүге мөһим аҙым яһалды.
       2009 йылдың 1 июленән тикшереүҙәр тураһында закон көсөнә инә. Хәҙер эшмәкәрлектең 13 төрө хәбәр итеү тәртибендә ғәмәлгә ашырыла. Быны шулай аңларға кәрәк: предприятиены теркәгәндән һуң, һеҙ берҙән-бер документ тултыраһығыҙ һәм уны күҙәтеү органы адресы буйынса ебәрәһегеҙ. Аңлашыла, был система, йөҙҙәрсә виза, килешеүҙәр һәм рөхсәт алыуҙа ғәмәлдәге системаға ҡарағанда, һөҙөмтәле һәм перспективалы.
       Ошо уҡ законда мөһим үҙенсәлек ҡаралған - компаниялар өс йылға бер планлы тикшереү үтәсәк, ә бәләкәй һәм урта компанияларҙы пландан тыш тикшереү - прокурорҙың рөхсәтенән.
       Тикшереүҙәр буйынса милицияның вәкәләттәрен ҡыҫҡартҡан закон көсөнә инде. Хәҙер бәләкәй бизнесты милиция тикшереүҙәре ауыр енәйәт ҡылыуҙа шик булған осраҡта ғына үткәрелә.
       Мөһим проблема - гарантиялы дәүләт заказы, ул көрсөк шарттарында айырым әһәмиәткә эйә. Ағымдағы йылда дәүләт һәм муниципаль һатып алыуҙар тураһында закон көсөнә инде. Уның асылы шунда, беҙ дәүләт заказында бәләкәй компанияларҙың өлөшөн 20 процентҡа тиклем күтәреп, ике тапҡырға арттырылды. Был ил буйынса 800 миллиард һумлыҡ гарантиялы заказ тигән һүҙ. Бынан тыш, муниципалитеттарға бәләкәй компанияларҙан продукцияның 20 процентын һатып алырға ҡушылды (ә был йылына тағы 25 миллиард һум).
       Был өлкәнең коррупцияға бирелгәнлеген иҫәпкә алып, артабанғы беҙҙең аҙым - бөтә һатыуҙы электрон рәүешендә конкурс һәм аукцион буйынса үткәрергә. Беҙ бер нисә электрон майҙансыҡты һайлап алырға планлаштырабыҙ, унда аукционға тауарҙар, эштәр һәм хеҙмәттәр ҡуйыласаҡ, ә төбәк эшҡыуарҙары, компьютерҙан ситкә китмәй, аукциондарҙа ҡатнашыу хоҡуғы ала. Ҡуйыусылар һәм заказсылар араһында һүҙ ҡуйышыу мөмкин түгел - система шулай ҡоролған.
       159-сы законды ла телгә алайыҡ. Бөгөн дәүләт милкенең меңдән ашыу объекты, улар эшҡыуарҙар менән бергә хосусилаштарыуға ҡарай, аукциондан алынды, һәм уларҙы бәләкәй бизнес һатып алала. Бинаëàðƒû һатып алыу буйынса беренсе күрһәткестәргә ярашлы, һатып алынған күсемһеҙ милектең йөҙ объектының 31-å - Башҡортостанда.
       Бәләкәй бизнесты кредитлау мәсьәләһе киҫкен тора. Бында, үкенескә ҡаршы, бөтә ил буйынса күрһәткестәр шәптән түгел. Бәләкәй бизнесты кредитлаған алты эре банк буйынса дөйөм портфель 50 миллиард һумға кәмегән, ә кредиттар буйынса уртаса үлсәнгән ставка ете процентҡа артҡан. Беҙ был проблеманы хәл итергә тырышабыҙ: 2009 йылда Рәсәй буйынса кредит программаһы күләме 3,5 тапҡырға артасаҡ.
       Был программа бер ни тиклем үҙгәрәсәк - кредит лимитòàðы банкыларға түгел, ә төбәктәргә булдырыла.
       Республика эшҡыуарҙары ниндәй финанс ярҙам аласаҡ? БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров һүҙҙәренә ҡарағанда, эшҡыуарлыҡты үҫтереү төбәк программаһы 1,5 миллиард һум күләмендә төп алты йүнәлеште ҡарай. Ағымдағы йылда федераль ярҙам күләме артты - 2006-2007 йылдарҙа республика федераль бюджеттан 160 миллион һум алды, ә 2009 йылда 350 миллион һумлыҡ лимит булдырылған. Меңдәрсә эшҡыуар ниндәй ҙә булһа ярҙамға хоҡуҡ аласаҡ.
       Бынан тыш, республика өҫтәмә программалары башҡа мөһим сараларҙы ҡарай: инновацион технологияларҙы тормошҡа ашырыу буйынса венчур фонды эше, технопарктар һәм бизнес-инкубаторƒàð булдырыу.
       Күреүебеҙсә, бәләкәй бизнесҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән ҙур сумма бүленә. Эшҡыуарҙар менән мәғлүмәт эше алып барырға кәрәк. Юрий Пустовгаров билдәләүенсә, киләһе йылда бергә финанслауҙы дауам итеү өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға кәрәк.
       Бының өсөн министрлыҡтар һәм ведомстволарға үҙҙәренең эшен яңынан ҡорорға кәрәк. Атап әйткәндә, эшҡыуарҙар проекттары кураторҙар институты булдырыу, бындай проекттарҙың реестрын төҙөү.
       Әлбиттә, был эште йәмәғәт ойошмаларынан башҡа эшләп булмай. Улар эшҡыуарҙарҙа килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе тупларға һәм дәүләт кимәленә тиклем еткерергә тейеш. Бынан тыш, съезда күтәрелгән мәсьәләләр сәнәғәт министрлығы өсөн эш итеү планына әйләнергә тейеш, тип белдерҙе Юрий Пустовгаров.

Дарья Святохина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал