6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Илья Авербухтың ºàƒàíûøû
03.03.09


       - Өләсәй, мин Авербухты күрҙем! - сағыу бала тауышы яңғыраны, һәм халыҡ төркөмө йәш фигуристҡаға юл биреп, ике яҡҡа айырылды. Йәш фигуристка үҙенең кумирын телевизор аша түгел, ә үҙ күҙе менән күрҙе, шуға ла ул үҙен бәхетле тойҙо. "Өфө-Арена"ла "Ледниковый период" шоуы үткән көндө алма төшөр урын булманы. Фигуралы шыуыуға табыныусылар программа башында уҡ проектта ҡатнашыусыларға сәскә гөлләмәһен һәм башҡорт балы менән бүләк йыйылмаһын тапшырырға тырышты. Фигуралы шыуыу секцияһында шөғөлләнгән балаларҙы исемлек буйынса тар ғына үтеү урыны буйынса үткәрҙеләр - традиция буйынса шоу алдынан танылған спортсылар мастер-кластар уҙғарҙы. Тур үткән ҡалаларҙа матбуғат конференцияһы ойоштороу йолаһы бар. Өфөлә Илья Авербух һәм Екатерина Стриженова журналистар менән аралашты.
       - Мин бала саҡта конькиҙа йөрөнөм, әммә шыуманым, "Ледниковый период" проекты финалына сығыуым менән Илья Авербухҡа бурыслымын, - ти Екатерина. - Әлбиттә, ауыр булды, һәм, минең аңлауымса, артабан да ауыр буласаҡ, сөнки алда тағы ла ауыр элементтар. Беҙ эшләгәнде икенсе яҡтан ҡараһам, мин хайран ҡалам, был һис кенә лә еңелдән түгел. Боҙҙа үткәргән сәғәттәр һаны һинең уңыштарыңа пропорциональ. Фигуралы шыуыуҙа ҙур тырышлыҡ талап ителә. Бөгөн аҙ-маҙ күнекмә үткәреп, бер аҙнанан һуң тағы аҙ-маҙ, ә һуңынан боҙға сығып, ауыр программаны күрһәтеп, юғары баһа алыу - юҡ улай булмай. Мөғжизә көтмә. Был 90 процентлыҡ хеҙмәт, ул күп ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итә. Бындай темпҡа бөтәһе лә сыҙай алмай, әммә бàðûšûíäà ëà маһайыусанлыҡ кеүек һыҙат бар, шуға күрә ê¼ïòœð яҡшы булырға теләй.
       - Екатерина, һеҙгә проект ни яғы менән оҡшай?
       - Спорт - ул гимнастикамы, фигуралы шыуыумы, хоккеймы - мөһим түгел, иң мөһиме, спорт милли идея булып ҡала. Әгәр баланы спорт секцияһына бирһәң, ул көслө характерлы кеше булып үҫә, уның маҡсатҡа ирешеү теләге була. Мин үтә лә шатмын, сөнки күптәр "Ледниковый период" ярҙамы менән конькиҙа шыуырға өйрәнде. Беҙ бик күп ҡалаларҙа сығыш яһаныҡ, кешеләр шоуға бөтә ғаилә менән килә. Был проектты мин яратам, сөнки уны бөтә ғаилә менән ҡарап була. Сығыш яһаған ваҡытта минең янға ҡатын-ҡыҙҙар килә һәм "Катя, беҙ, һиңә ҡарап, конькиға баҫтыҡ", - ти. "Яҡшы булған, тик һаҡ булығыҙ, яҡшы уҡытыусы кәрәк", - тим уларға.
       - Илья, проект балалар өсөн мастер-класты планлаштырған. Был ниндәй дәрес?
       - Әлбиттә, 40 минут эсендә конькиҙа шыуырға өйрәтеп булмай. Әммә еңеүгә ынтылырға, аралашыуға өйрәтәсәкбеҙ.
       - Екатерина, һеҙҙең проектта ҡатнашыуға ирегеҙ һәм балаларығыҙ нисек ҡарай?
       - Финалда йығылғас, мин артыҡ өҙгөләнмәнем. Мин бәхетле инем, сөнки финалға сыҡтым. "Финалда йығылыр өсөн ярты йыл шыуҙû¾ìû?" - тине миңә Саша. Әгәр ул премьера көнөндә килһә, мин тулҡынлана башлайым.
       - Илья, проекттың асылы ниҙә?
       - Беҙ проектҡа килгән кешегә үҙен күрһәтеү мөмкинлеген бирәбеҙ, ә иң яҡшыны һайлап алыу түгел. Кемдеңдер яҡшы килеп сыға, ә кемдеңдер - насар. Минең өсөн проектҡа килгән ҡатнашыусыíû¾ базаšû мөһим. Сөнки мин бөтәһен дә баштан уҡ күрәм. Хоккей уйнаған, фигуралы шыуыу секцияһында шөғөлләнгән кешеләр килде, әлбиттә, улар тәүге тапҡыр конькиға баҫҡан кешеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ шыуа. Был проектта ºàòíàøûóñûëàð үҙҙәрен еңеп, ниндәйҙер бер яңылыҡҡа өйрәнергә тейеш. Проектта ҡатнашҡан профессиональ фигуристарға килгәндә, улар үҙҙәренең спорт карьераһын тамамлаған кешеләр. Ғәмәлдәге спортсыларҙы проектҡа саҡырманым һәм саҡырмаясаҡмын. Шоу һәм ярышты бер үк ваҡытта алып барыу мөмкин түгел, улар бер-береһенә ҡамасаулай.
       Екатерина Стриженова:
       - Минең партнерым Алексей Тихонов былай тине: "Әгәр бындай проект мин сығыш яһаған мәлдә булған булһа, башҡаса сығыш яһар инем. Был проект күптәрҙә башҡарыу оҫталығын асты.
       - Илья, "Жаркий лед" сериалы тураһында һеҙҙең фекер ниндәй?
       - Мин иң тәүҙә үк фильмдың башында торҙом һәм фигуристарға үҙҙәрен актер итеп тойоу мөмкинлеген бирҙем. Улар был планда тәжрибә алды. Әммә ваҡытым етмәне, мин фильмдан киттем һәм үҙемде тулыһынса "Ледниковый период" проектына бағышланым. Сериал үҙ тормошо менән йәшәүен дауам итте. Үкенескә ҡаршы, фильмды яһаған кешеләр, уны табиптар, осоусылар тураһында фильмдар өлгөһө буйынса булдырырға ҡарар иткән.
       - Екатерина, ни өсөн һеҙ Александр Стриженовтың "Юленька" тигән таҫмаһында төшмәнегеҙ?
       - Сценарийҙы уҡығас, ҡотом алынды. Әммә күпмелер ваҡыт үткәс, мин аңланым, беҙ был турала күп һөйләйбеҙ. Картинала төшәһем килмәне, һәм минең өсөн унда роль юҡ ине. Фильмдың нигеҙендә реаль ваҡиғалар ята, уның асылы шунда, ир-ат үҙенең ҡылығы өсөн яуап бирергә тейеш. Ҡыҙыбыҙ Александраның фильмда төшөүен теләмәнем.
       Премьеранан һуң төп ролде башҡарған ҡыҙҙың әсәһе килде. "Һөҙөмтәлә нимә килеп сығырын белһәм, ҡыҙыма рөхсәт итмәҫ инем", - тине ул. Фильмда төшкән балалар Сашаға: "Александр Олегович, беҙ шул тиклем көлдөк, ә ни өсөн фильм шундай ҡурҡыныс килеп сыҡты?"
       Һорау Ильяға.
       - Һеҙ Ирина Лобачева менән бергә "Минең баш ҡалам" тигән китап яҙҙығыҙ, ә хәҙер - "LED" журналының баш мөхәррире. Нәшриәт эшенә ҡыҙыҡһыныу нисек барлыҡҡа килде?
       - Төп сәбәп - тамашасылар менән аралашыуҙы дауам итеү. Беҙ был журналға боҙ шоуын башлаған кеүек тотондоҡ, беҙгә тамашасылар килә икән, тимәк, беҙ бер-беребеҙгә кәрәк. "LED" журналының дүртенсе һаны донъя күрҙе. Был минең өсөн эксперимент.
       - Кем менән эшләүе ауыр - артистар менән йәки журналистар менән?
       - Дөрөҫөн яҙырға теләгән журналист менән эшләүе күңелле.
       Екатерина Стриженова:
       - Илья команданы йыя белә. Минең уйымса, "Ледниковый период" проектының да, һәм журналдың да уңышы шунда. Был коллективта эшләү өсөн, профессионал булырға кәрәк.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал