6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Эстрада

"415" төркөмө
02.03.09


       Әгәр һин ижад менән шөғөлләнәһең икән, ни өсөн был процесс ғазаплы булырға тейеш һуң? Өфөнөң "415" òèï èñåìëœíãœí төркөмөндә ҡатнашыусылар, улар үҙҙәренең художество йүнәлешен "ищпиктар" тип атаған, был фекер менән килешмәй. Чиканок, Мясо, Джон һәм Толстый фекеренсә, һиңә тиклем бер кем дә ижад итмәгәнде ижад итеү - был иң мөһиме.
       - Беҙ ирмәк музыка яҙабыҙ, - ти Мясо. - Әгәр беҙҙең тректы ишеткән кеше шаңҡып ҡалһа, уларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ. Беҙҙең ватандаштарыбыҙ - етди кешеләр, һәм беҙ уларҙы йәнләндерергә булдыҡ. Аҙ ғына булһа ла еңел аҡыллы булырға кәрәк.
       Мясо, Джон һәм Толстый Чиканок урынына электрон музыка яҙа, уларҙы концерттарҙа һәм перфоманстарҙа башҡаралар, клиптар, фильмдар һәм хатта компьютер уйындары булдыралар.
       - Беҙҙең төркөм Өфө сәнғәт училищеһының ятаҡханаһында 415-се бүлмәлә барлыҡҡа килде, унда беҙ 2006 йылдың көҙөндә дүртәү урынлашҡайныҡ. Шунан төркөмдөң исеме барлыҡҡа килде, - ти Чиканок. - Бер тапҡыр бүлмәгә ҡайтҡанда күрәм, коридорҙа пианино тора. Беҙ йәшәгән бүлмә ике кешегә иҫәпләнгән, ә беҙ былай ҙа дүрт кеше - урын аҙ, әммә пиониноны ҡуйыу өсөн урын табылды. Беҙҙең беребеҙ ҙә фортепианола уйнай белмәй, шуға күрә тырышлыҡ һалырға һәм пианинола уйнап өйрәнергә ҡарар иттек. Бер аҙ өйрәнә төшкәс, йыр яҙҙырырға булдыҡ. Ә Мясо йырлай башланы. Эшебеҙ яйлап булһа ла көйгә һалынды.
       - "Ищпиктар" йүнәлешендә ниндәй мәғәнә ята?
       Чиканок:
       - Ищпиктар - был һүҙ бер ни ҙә аңлатмай. Уның килеп сығыу тарихы áûëàé áóëäû. Беҙ үҙебеҙҙең беренсе альбомды яҙҙырттыҡ, ул "Ми" тип аталды. Джон менән трек яһаныҡ, вокал яҙҙыраһы ҡалды. Был ваҡытта Мясо йоҡлай ине, беҙ уны уяттыҡ һәм ҡулына микрофон тотторҙоҡ. Уның беренсе әйткән һүҙе "ищпиктар" булды.
       Мясо:
       - Ищпиктар - ул аҡылға һыймаҫ мәрәкәле эштең концепцияһын билдәләү өсөн һүҙ. Һәр кем мәғәнәһеҙ һүҙҙе үҙенсә аңлай, ә беҙҙә - юмор менән. Ижад иткән музыка беҙ боҙған жанр законына нигеҙләнә. Миҫал өсөн, башҡарылған күңелһеҙ композициянан күҙ йәштәре ағыла, һәм публика уйынса, киләһе музыканың тағы ла күңелһеҙерәк булыуы ихтимал, ә беҙ күңелле брейк башҡарабыҙ. Тыңлаусылар бер нәмә көтә, ә бында бөтөнләй башҡаса, һәм шул саҡ улар көтөлмәгән хәлдән көлә башлай. Беҙ үҙебеҙҙең музыка менән стереотипты боҙабыҙ. Был тәбиғәттә булмаған яңы төҫтө асыу кеүек. Кеше был турала уйламай, һәм бына уны күрһәтәләр - һәм ул шаңҡып ҡала.
       Башҡарыусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, бер яҡтан, музыкаға пародия килеп сыға, әммә шул уҡ ваҡытта концепция менән. Кеше уларҙың музыкаһын ҡабул итә икән, уның донъяға ҡарашы киңәйә һәм ул башҡа әйбергә икенсе күҙлектән ҡарай башлай.
       Чиканок:
       - "Экспериментал" музыка бар, әммә уны башҡарыусыларҙың үҙ ҡанундары йәшәп килә. Беҙ был ҡағиҙә яҡлы түгел. Беҙҙең музыка күп йүнәлеште солғап ала: рок, рэп, техно, нойз һәм башҡалар. Күп төрлөлөктән беҙ ниҙер эшләй алабыҙ.
       - Музыка йүнәлешендәге нескәлектәргә төшөнөү әкренләп барҙымы?
       Чиканок:
       - Өсөнсө альбомды сығарғас, уны бер музыкантҡа тыңлатырға бирҙек. Ул бер айҙан килде һәм беҙгә комплимент яһаны:
       - Һеҙ үҙ аллы уйнарға өйрәндегеҙ. Һеҙ башҡарған эште профессиональ музыканттар башҡара.
       - Бөтәһе лә иҫке фортепианонан башланды. Һеҙ тағы ла ниндәй музыка ҡоралында уйнайһығыҙ?
       Чиканок:
       - Джон - гитарала, Толстый - электропианинола, ә мин бас гитараны үҙләштерәм.
       - Музыка ҡайҙа яҙыла?
       Чиканок:
       - Өйҙә эшләйбеҙ. Стандарт компьютер программалары - Paint, тауышты яҙыу, Dinam етә. Беҙҙә "Paint 12" альбомы бар, уға был программала эшләнгән 12 трек ингән.
       - Йәмғеһе нисә альбом?
       - 17.
       - Һеҙ фильм төшөрәһегеҙ түгелме?
       - Үҙ риүәйәтебеҙ бар, һәм беренсе фильмды уға арнаныҡ. Риүәйәткә ярашлы, Мясо - минең улым, Джон - ейәнем, һәм бында тағы Толстый бар - иң сәйер персонаж, ул ҡайҙандыр килеп сыҡты һәм беҙҙең менән йәшәй башланы. Фильм "Kill Толстый" тип атала һәм уны профессиональ монтаж программаһында яһаныҡ. Икенсе фильмды стандарт программала монтажларға булдыҡ.
       - Картина нимә тураһында?
       - Уның сюжеты ябай. Фильм өс өлөштән тора, һәм беҙ "Болливуд пикчерз" стилендә - һинд музыкаһы һәм бейеүҙәре менән тағы бөр өлөшөн сығарырға йыйынабыҙ. Материалдар бар, уларҙы беҙгә Һиндостанда йәшәгән дуҫтарыбыҙ бүләк итте.
       - Декабрҙә Һамарҙа сығыш яһанығыҙ, публика нисек ҡабул итте?
       - Халыҡ, әлбиттә, шаңҡып ҡалды. Улар дэнс булыр, тип уйлағайны, ә беҙ сәхнәгә гитара, компьютер, проектор һәм уйынсыҡ синтезатор менән сыҡтыҡ һәм ищпиктар музыкаһын башҡарҙыҡ.
       - Әле нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ? Һеҙҙең сығыш ҡасан планлаштырыла?
       Мясо:
       - Пландар күп. Беҙҙең төркөм электрон музыка концертында ҡатнашасаҡ, ул 12 мартта Өфөлә үтә.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал