6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт // Хоккей

Беренсе раундта ҡурҡыныс дәғүәсе
02.03.09


       Рәсәй хоккейы тарихында башлап уҙғарылған КХЛ чемпионатының даими беренселеге үҙенең оҙайлы юлын тамамланы. Командалар парҙарға бүленде һәм үҙҙәренең партнерҙарына нимәгә һәләтле булыуҙарын күрһәтергә әҙерләнә. Кемгәлер ауыр, үкенесле һәм оят буласаҡ, ә кемгәлер - күңелле, рәхәт һәм төшөмлө. Командалар плей-офф зонаһына эләгер өсөн үҙҙәрен аямай көрәште. Һәм, ниһайәт, плей-офф ваҡыты килеп етте.
       Парҙар һуңғы көндө бүленде. "Салауат Юлаев" Санк-Петербургта аңлайышһыҙ матч күрһәтте. Был аңлашыла - клубҡа турнирға ҡарата бер ни кәрәкмәй ине, ә был команданың иң яҡшы уйынын емереү. Еңделәр йәки еңелделәр - был тик шәхси абруй һәм премия мәсьәләһе булды. Күреүебеҙсә, "юлаевсылар"ҙың абруйы хөрмәткә лайыҡ ине.
       СКА матч барышында иҫәпте даими алып барҙы. Хужалар иҫәпте 4:1 итеүгә өлгәште. "Салауат Юлаев" командаһы уйында еңелер төҫлө булды. Әммә бында башланды - Александр Радулов СКА-ның ҡапҡаһы артында бер-бер артлы ике тапҡыр ҡыҙыл ут ҡабыҙҙы. Һәм был "ысын снайпер" тип атала, шулай түгелме? Андрей Кутейкин (Алексей Терещенко һәм Александр Радулов ярҙамында) уйын аҙағында иҫәпте тигеҙләй алды. Ул ваҡытта "Юлаевсылар"ҙың ҡапҡаһы буш була, алты хоккейсы хужаларҙың дүрт уйынсыһына ҡаршы уйнай.
       Төп ваҡытта 4:4. СКА овертаймда барыбер еңде. Вадим Тарасов ҡапҡанан йыраҡ сыға, һәм Дэвид Немировски яҡындағы асыҡ мөйөшкә шайба индерә. Әммә "юлаевсылар" СКА командаһын юҡҡа ғына "боросламаны". Бер мәрәй юғалтып, СКА уйынсылары Мәскәүҙең "Динамо"һын уҙа алманы һәм плей-оффҡа Риганың көсһөҙ "Диномо"һын түгел, ә Мәскәүҙең "Спартак" командаһын аласаҡ.
       Был матчта "юлаевсылар" "регуляр" өсөн индерелгән шайбалар һаны буйынса рекорд күрһәтте - 203. 200-сө мәрәй Константин Кольцов иҫәбендә. Ҡалған өс мәрәйҙең авторы алда телгә алынды.
       Һуңғы уйындарҙағы проблема асыҡ - голкипер Вадим Тарасов уңышһыҙ эш итә. Ул һуңғы өс матчта еңелде: башта Континенталь хоккей лигаһының аутсайдеры "Химик"ка ҡаршы уйында биш шайба үткәрҙе, аҙаҡ - "Локомотив"ҡа ҡаршы - өс шайба, һәм хәҙер - СКА, бында тағы биш шайба, шуның өсәүһен кире ҡаға ала ине.
       Сергей Михалев, әгәр уның, әлбиттә, чемпионатта еңеү теләге булһа, күп уйында ҡапҡа һаҡсыһы итеп Александр Еременконы ҡуясаҡ.
       СКА хоккей командаһына ҡаршы матчты Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа трансляцияланы. Элек хәбәр итеүебеҙсә, Мытищи, Ярославль һәм Санкт-Петербургтан һуңғы өс трансляцияны "Салауат Юлаев" хоккей командаһы түләгән, әммә, асыҡланыуынса, клуб өсœүҙең береһен генә ҡаплай алған, ҡалған икеһен БЮТ көсө һәм средстволары ойошторған.
       Хәҙер "Салауат Юлаев"тың плей-офтта беренсе дәғүәсеһе тураһында. Ул - "Авангард" (Омск). Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Денис Хлыстов "Авангард"ҡа плей-оффҡа юл асты. Әгәр Денис булмаһа, Омскиҙың ҡарсығалары плей-оффҡа бөтөнләй эләгә алмаҫ ине.
       Череповецта "Металлург" (Магнитогорск) өсөн уйнап, Хлыстов һуңғы минутта "Северсталь"дең ҡапҡаһына икенсе еңеү шайбаһын индерҙе. "Металлург" еңде, "Северсталь" ике мәрәй йыя һәм "Авангард"ты уҙа алманы. Череповец шаңҡып ҡалды, Омск ҡыуана, Хлыстов, ғәҙәттәгесә, инсафлыҡ күрһәтә.
       "Салауат Юлаев" тың элекке капитаны Николай Заварухин, ул хәҙер "Металлург" уйынсыһы, уйынға аңлатма бирә:
       - Был беҙҙең өсөн ғәҙәти матч булды. Бер ниндәй ҙә турнир бүлеүҙәр тураһында уйламаныҡ. Һуңғы уйындарҙа еңелдек - һәм бына еңергә теләнек. Беҙгә хатта тәнәфестә башҡа командаларҙан шылтыраттылар - махсус рәүештә бер яҡтың да отмауы менән уйнанығыҙ, тип әйттеләр. Әммә улай түгел. Бер яҡтың да отмауы бөтөнләй планлаштырылманы.
       - Хлыстов еңеү шайбаһына ҡыуандымы?
       - Ныҡ түгел. Ҡәҙимге гол кеүек...
       КХЛ өйөндә бөтәһе лә буталды. Өфөлө Череповецтың ҡапҡаһы артында ҡыҙыл ут ҡабыҙҙы, Магнитогорск еңде, ә Омск ҡыуана, ул Өфө менән уйнаясаҡ, ә уның составында Омскиҙың элекке уйынсылары бар.
       Омскиҙар беҙҙекеләр өсөн әллә ни мәшәҡәт тыуҙырмаҫ, моғайын. Беҙҙең маҡсат ябай: серияла еңергә һәм юлды дауам итергә.
       "Авангард"тың йомшаҡ урыны - әлеге баш тренер Игорь Никитин. "Салауат Юлаев"тың йомшаҡ урыны - беренсе раундта ҡурҡыныс дәғүәсе. Беҙҙең "борос" плей-оффтың иң ҡыҙҙырылған әтәсенә эләкте түгелме? Ул әйтемгә ярашлы тейешле урынды ауырттырып суҡый ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал