6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Әҙәби тәржемә тураһында
27.02.09


       Өфөлә II Республика әҙәби тәржемә конкурсы старт ала. 2009 йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл билдәһе аҫтында үткәрелгәс, уның рус телендә элек сыҡмаған бер шиғыры тәржемә өсөн тәҡдим ителәсәк.
       Бындай конкурсты ойоштороу инициативаһы менән "Бельские просторы" журналы сығыш яһаны. Бындай проектты тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ күптән бара ине - Рәсәйҙә тәржемәләр конкурсы күп түгел, әммә I Ðеспублика әҙәби тәржемә конкурсы Өфөлә үткән йылда үткәрелде. Редакцияға килгән хаттар уның бик ваҡытлы булыуын һәм зарурлығын иҫбатланы. Күптәр республика конкурсында ҡатнашыу теләге белдерҙе. Танылған шағирҙар, тәржемәселәр, шулай уҡ йәш авторҙар тәҡдимгә яуап бирҙе.
       Конкурсты ойоштороусылар Рәйес Түләктең "Аҡ фонтан" тигән фәлсәфәүи шиғырын œƒœáè тәржемә өсөн һайлаған. Уны шағирә Лариса Абдуллина рус теленә һүҙмә-һүҙ тәржемә иткән. Конкурсанттарға текст өҫтөндә эшләргә, әҫәрҙе матур яңғырашлы итергә тура килде.
       - Тәржемә эше èêå é¼íœëåøòœ àëûï áàðûëà, - ти танылған шағир һәм тәржемәсе Владимир Денисов. - Бер тарафдар, рифма күләмен һәм хатта ысулдарын һаҡлап, тәңгәл, һүҙмә-һүҙ тәржемә өсөн көрәшә, фекер һәм образдар тураһында әйтеү ҙә кәрәкмәй, башҡа тәржемәселәр, уҡыусыға сит телдә баҫылған шиғыр оригиналынан дөрөҫ фекер тапшырыу тураһында күберәк хәстәрләй, улар шул уҡ күләмгә һәм рифмаға иғтибар биреп бармай.
       Конкурсҡа Рәйес Түләк әҫәрҙәренең тәржемәләре тәҡдим ителде, улар ике мәктәптең традицияларында эшләнелгән. Финалға алты кеше сыҡты: йәш шағирә Кристина Андрианова, танылған шағир Алексей Кривошеев, тәржемәсе Александр Петров (ул һигеҙ телде белә), Нефтекама әҙәби берекмә активисы Римма Сәфиуллина, БР Яҙыусылар союзының тәржемә секцияһы етәксеһе, УФЛИ әҙәби берекмә етәксеһе Айҙар Хөсәйенов һәм шағир Сергей Янаки.
       Эксперт советына, уның составына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Әмир Әминев һәм "Бельские просторы" журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин инде, лайыҡлы еңеүсене билдәләү еңелдән булманы. Башлап тәржемә итеүсе Кристина Андрианова һәм Айҙар Хөсәйенов еңеүсе булды.
       - Миңә конкурста ҡатнашыу ҡыҙыҡ булды, мин үҙ көсөмдө һынаным, - ти Кристина Андрианова. - Миндә ижади ярыш тәжрибәһе бар, әммә әҙәби тәржемә конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Конкурс биргән эште үтәү еңелдән булманы. Мин шиғырҙың кәйефен, рухын бирергә һәм төп нөсхәнән тайпылмаҫҡа тырыштым. Минең әҙәби тәржемәм баһаланды.
       Владимир Денисов һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурс ҡыҙыҡ эксперимент булған, ул әҙәби тәржемәнең дәрәжәһен асҡан һәм етешһеҙлектәрен асыҡлаған. Ойоштороусылар, Мостай Кәримдең "Бәхетлеме һин?" тигән шиғыры II Республика әҙәби тәржемә конкурсының эше булып тора, тип белдерҙе.

Олеся Серегина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал